Эстәлеккә күсергә

Насретдинов Фәүәрис Хәниф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Насретдинов Фәүәрис Хәниф улы (рус. Насретдинов Фаварис Ханифович; 4 февраль 1957 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Фәүәрис Хәниф улы Насретдинов 1957 йылдың 4 февралендә Башҡортостандың Борай районы Кәшкәләү ауыл Советы Дауытлар ауылында тыуған.

Бай тарихы булған тыуған ауылында[1] урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын 1974 йылда Борай районының «Мир» колхозында механизатор булып эшләп башлай.

1975—1977 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Запасҡа ҡайтҡас, 1978 йылда механизаторҙар өсөн курс тамамлап, Борай ремонт-техник предприятиеһында водитель булып эшләй.

Борай районындағы 190-сы Иҫке Бикмәт һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

БАССР Юғары Советының халыҡ ҡулланышы тауарҙары, сауҙа, халыҡҡа коммуналь-көнкүреш һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү комиссияһы ағзаһы була[2].

Борай районында хеҙмәт юлын тамамлап, хаҡлы ялға сыға һәм шунда йәшәй.

Өйләнгән, ҡатыны менән 2 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. д. Даутларово
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104