Сиктәрҙә (хикәйә)
«Сиктәрҙә» | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1995, «Новый мир» журналы, № 5 |
«Сиктәрҙә» — Александр Солженицын хикәйәһе. Тәүге тапҡыр"Новый мир" журналының 5-се һанында 1995 йылда баҫыла. Хикәйәлә Рәсәйҙәге Беренсе бөтә донъя һуғышы, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә. Композицияһы буйынса был әҫәр авторҙың «Эго» хикәйәһе менән бәйле һәм уның икенсе киҫәге: уларҙа Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә һәм төп геройҙар: Павел Васильевич Эктовтың (Эго) һәм маршал Г. К. Жуковтың - яҙмыштары сағыштырылып күрһәтелә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылда А. И. Солженицын үҙенең тарихи әҫәре «Красное колесо»ны яҙып бөтөрә, артабан уның хикәйә жанрына күсерлек ваҡыты килеп сыға.
Солженицын : "Мин әллә ҡасандан бирле ике киҫәкле хикәйә яҙырға хыялланып йөрөнөм. Был жанр үҙенән-үҙе донъяға килерен минән һорай. Минең күреүемсә, бындай хикәйәләрҙең бер нисә тибы бар. Шуларҙың иң ябайы: бер йәки ике-өс персонаж хикәйәнең ике киҫәгендә лә тасуирлана, тик ул киҫәктәр бер аҙ ваҡыт арауығы менән бүленеп тора. (Был байтаҡ әҫәрҙәргә хас үҙенсәлек күп кенә әҙәби әҫәрҙәр сюжетында осрай )»[1].
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Солженицын шундай ике киҫәкле һигеҙ әҫәр ижад итә, шул иҫәптән «Сиктәрҙә» хикәйәһе. Ул «Два рассказа» (Эго, На краях) йыйынтығына ингән. Хикәйә "Новый мир" журналында 1995 йылда баҫыла. «Сиктәрҙә» хикәйәһендәге ваҡиғалар маршал Жуков йәшлегенең һәм ҡартлығының ике сиге кеүек итеп тасуирлана.
Фон
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәлә Рәсәйҙә Беренсе бөтә донъя һуғышы, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы СССР-ҙағы ваҡиғалар тураһында һүҙ бара.
Граждандар һуғышы ваҡытындағы «Хәрби коммунизм» Тамбов ерҙәренә аҙыҡ разверсткаһы килтерә. Ул тәү нәүбәттә ашлыҡ әҙерләүгә йүнәлтелгән була. Илдә аҙыҡ отрядтары барлыҡҡа килә. Аҙыҡ отрядтары ҡәтғи хөкүмәт тарифтары буйынса халыҡтан иген йыя һәм кулак-саботажсыларҙың игенен тартып алыу менән булыша. Тамбов ерендә большевизмға ҡаршы хәрәкәт күтәрелә. Хәрәкәт башында кирсанов мещаны Александр Антонов тора. Большевиктар антоновсылар хәрәкәтен ҡот осҡос миһырбанһыҙлыҡ менән баҫтыра.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында маршал Жуков Сталиндың "тотороҡһоҙ бәүелеүен" аңлай һәм уға төплө, нигеҙле кәңәштәр бирергә йөрьәт итә.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сиктәрҙә» хикәйәһендә автор буласаҡ маршал Жуков портретының психологик деталдәрентулы һүрәтләй Хикәйәләге күп кенә кешеләрҙең конкрет прототиптары бар. Солженицын был хикәйәһендә тарих кешенән шәхес яһамай, ә кеше, үҙенең һәләтлеген ҡулланып, үҙенән кәрәкле шәхес барлыҡҡа килтерә тигән фекерҙе әйтә. Кеше үҙе тарихта үҙ урынын таба һәм шул урында йәшәй. Жуков өсөн шунда урын булып армия тора. Жуковтын нисек итеп үҙ урынын табыуы тураһында Солженицын был хикәйәлә бәйән итә[2]. Хикәйәлә Жуковтың нисек итеп ауылда эшләгәне, "герман һуғышында" булыуы, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеүе, отставкала булған саҡта мемуарҙар яҙыуы тураһында һүҙ бара.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Эго» хикәйәһендәге кеүек үк был хикәйә ике киҫәктән тора. Хикәйә геройҙары Жуков һәм Эгоның яҙмыштары оҡшаш, улар икеһе лә бер фронтта һуғышҡан, тик икеһе-ике яҡта: Жуков — Ҡыҙыл Армияла, Эго — баш күтәреүсе крәҫтиәндәр яғында.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Солженицын библиографияһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ego, suivi de Sur le fil, traduit par Geneviève et José Johannet, Paris, Fayard, 1995.
- Журнал «Новый мир», 1995 № 5.
- Спиваковский П. Е. Феномен А. И. Солженицына. Новый взгляд. АН России. {0}[13]{/0}} (1936) ISBN — 5-248-00191-9.
- Русская литература XX — начала XXI века в 2 т. Т. 2. 1950—2000-е гг. / под ред. Л. П. Кременцова. — М.: «Академия», 2009.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Александр Исаевич Солженицын. 2017 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ А. Солженицын. Собрание сочинений, т. {0}[13]{/0}} (1936) Рассказы и крохотки. М. 2006.