Нева заводы янындағы В. И. Ленин һәйкәле
Нева заводы янындағы В. И. Ленин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм проспект Обуховской Обороны[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Нева заводы янындағы В. И. Ленин һәйкәле Викимилектә |
Нева заводы янындағы В. И. Ленин һәйкәле — был Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент, 1926 йылда билдәле Обухов оборонаһы проспектында Нева заводының төп корпусы алдында ҡуйылған. Һәйкәл скульптор М. Я Харламов һәм архитектор И. М. Вигдергауз проекты буйынса эшләнгән[1]. Был В. И. Ленинға ҡалала иң беренсе ҡуйылған һәйкәл[2]. Монумент төбәк әһәмиәтендәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы статусына эйә[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшселәр синыфы юлбашсыһы һәм Бөйөк Октябрь революцияһында уларҙы еңеүгә алып ҡилеүсе Владимир Илич Ленинға, уның 1924 йылда вафат булғанынан һуң, Нева заводы алдында һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар 1925 йылдың 20 ноябрендә завод эшселәре митингыһында берҙәм ҡабул ителә. Бөйөк юлбашсыға һәйкәл эшләү өсөн эшселәр араһында аҡса йыйыу башланып китә, һәр ай һайын эш хаҡының ярты проценты һәйкәл өсөн индерелә. Шулай итеп туғыҙ ай эсендә 7500 һум аҡса йыйыла[4]. Скульптор М. Я. Харламов һөйөклө юлбашсы һәйкәленең проектын башҡарып сыға, проектты раҫлау эшселәр ҡарамағына тапшырыла, һәм эшселәр проектты бер тауыштан берҙәм хуплайҙар[5].Буласаҡ монументтың бронза скульптураһы Санкт-Петербург ҡалаһының «Красный выборжец» заводында ҡойола[6]. Һәйкәл постаменты өсөн соҡор ҡаҙыу һәм һәйкәлде урынлаштырыу менән Нева заводы эшселәре шөғөлләнә[7].
1926 йылдың 8 авгусында меңәрләгән кеше ҡатнашҡан митингта һәйкәл тантаналы рәүештә асыла. Һәйкәлдең япмаһын 1879 йылдан уҡ заводта эшләп килгән Федор Богданов тартып төшөрә[5].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бронза Ленин һыны һоро граниттан эшләнгән тура мөйөшлө һикәлтәле пьедесталда баҫып тора. Скульптор уны һул ҡулы менән китап тотоп сығыш яһаған мәлендә сағылдырған[2]. Һуңғы традицияларҙан айырмалы рәүештә, скульптор тарафынан Ленин элеккесә уң ҡулын, алға табан йүнәлтмәйенсә, бер ни тиклем артҡа төшөргән итеп кәүҙәләндерелгән[4].
Постаментҡа беркетелгән мәрмәр таҡтаташта «Эшселәр синыфының һөйөклө юлбашсыһы һәм уҡытыусыһына. 1926 йылдың 8 авгусы» тип яҙылып ҡуйылған[2].
В. И. Ленин скульптураһының бейеклеге 3 метр тәшкил итә, постаментының бейеклеге — 3,5 метрға тиң[6].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кривдина О. А. Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 184.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Памятники и мемориальные доски Ленинграда: Справочник. Лениздат, 1979. — С. 9.
- ↑ Решение исполкома Ленгорсовета № 757 от 24.10.1977
- ↑ 4,0 4,1 К столетию Невского района расскажем о памятниках // Администрация Санкт‑Петербурга
- ↑ 5,0 5,1 Памятники Ильичу в Ленинграде. Лениздат, 1970. С. 12—13
- ↑ 6,0 6,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Ленину В. И., памятник (Московская пл.) 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Вечно живой и бронзовый // fontanka.ru