Некрасов һәйкәле (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Некрасов һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Жанр бюст[d]
Һүрәтләнгән объект Некрасов Николай Алексеевич
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта

Некрасов һәйкәле — Санкт-Петербургта Литейный проспекты 37-се йорт янындағы скверға ҡуйылған Н. А. Некрасов һәйкәле бюсы. Санкт-Петербург менән үҙенең тормошо һәм ижады менән тығыҙ бәйләнгән рус әҙәбиәте классигы танылған яҙыусы Николай Алексеевич Некрасовҡа бағышланған. Проект авторы — скульптор В. В. Лишев. Был — Санкт-Петербургтың Монументаль пропаганда тураһындағы Ленин планы буйынса ҡуйылған берҙән бер һаҡланып ҡалған һәйкәл[1]. Некрасов һәйкәле федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты булып һанала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был һәйкәл В. В. Лишев тарафынан Лениндың Монументаль пропаганда планы сиктәрендә төҙөлгән икенсе әҫәре (беренсеһе Яңы Ладога ҡалаһында Карл Маркстың гипс бюсы була, хәҙер юҡҡа сыҡҡан)[2] Бронза бюсты ҡойоу эше 1 Дәүләт оҫтаханаһында мастер В. 3. Гаврилов тарафынан башҡарылған. Һәйкәл-бюст 1922 йылда Некрасов урамы һәм Грек проспекты мөйөшөндәге Прудка баҡсаһында урнаштырыла. 1946 йылда, шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы байрам иткәндә, бюсты Литейный проспектына күсерәләр һәм һуңғы 20 йылда Николай Алексеевич Некрасов йәшәгән 36-сы йорт янындағы скверға ҡуялар. Шул уҡ ваҡытта элек дәүләт министры милке булған 36-сы йортта Некрасовтың мемориаль музей-фатиры асыла. Был сквер Некрасовтың «Парад подъездында уйланыу» («Размышления у парадного подъезда») әҫәрендә сағыла[3]:


Вот парадный подъезд.

По торжественным дням,

Одержимый холопским недугом,

Целый город с каким-то испугом

Подъезжает к заветным дверям …

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Некрасовтың был һәйкәле реалистик шәкелдә эшләнгән тыйнаҡ бронза бюст булараҡ танылған. Бюст ҡара-һоро лабрадориттан тора, нигеҙе ҡыҙыл граниттан һалынған, тура мөйөшлө аҫҡуймаға ҡуйылған. Аҫҡуйманың алғы яғында ҡабарынҡа хрефтәр менән «Н. А. Некрасов» тип яҙылған. Өҫтәмә бронза таҡтала тыуған һәм вафа булған көндәре күрһәтелгән: «1821-1877». Скульптураның уң яғында авторҙың имзаһы күренә: «Леп. В. В. Лишев»; артҡы яғында «1-я Гос. Мас. Худож. литья / отл. В. З. Гаврилов» тигән яҙыу бар. Бюстың бейеклеге 0,77 м, постаменттың бейеклеге — 2,3 м[3].

Некрасовтың йөҙө етди, ҡаштары йыйырылған. Был образда скульптор шағирҙың психологик торошон һүрәтләй. Уның йөҙө рухланған, йөҙөндәге яҡтылыҡ һәм күләгә уйыны үҙенә бер төрлө тулҡынланыу өҫтәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Исаченко В. Г. Памятники Санкт-Петербурга. Справочник. 2004. — С. 160.
  2. Искусство. Вып. 1-6. 1958
  3. 3,0 3,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Некрасову Н. А., памятник (1922 г., скульптор Лишев В. В.) 2019 йыл 28 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]