Некреси
Некреси | |
груз. ნეკრესი | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. II быуат |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Кахетия[d] |
Урынлашыу | Кавказ тауҙары |
![]() |
Некреси (йәки Некресси) - ( грузинса: ნეკრესი , nɛk'rɛsɪ) - Грузияның Кахетия төбәге Кварели муниципалитеты биләмәһендә урынлашҡан тарихи грузин православ монастыры.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала беҙҙең эраға тиклем 2-се быуаттар тирәһендә король Фарнаж тарафынан нигеҙләнгән. Беҙҙең эраның дүртенсе быуатында Трдат батша шул урында сиркәү төҙөтә. Сиркәүҙә бер ассирия руханийы Абибус VI быуат аҙағында һыйыныу таба. Яҡынса шул уҡ ваҡытта Некреси Епархияһы ойошторолоп, ул 19-сы быуатҡа тиклем йәшәп килә.
Некресси ҡалаһы грузин Иберияһы өсөн генә түгел, бөтә көнсығыш Кавказ өсөн мөһим урынға әүерелә. Был стратегик төбәктән Иберия королдәре Көнсығыш Кавказ таулы биләмәләренә идара итеү еңелләшә. Некреси мәғариф үҙәге була.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Монастырь комплексы тау һыртында урынлашҡан һәм бер нисә сиркәүҙән һәм башҡа монастырь ҡаралтыларынан тора. Уға боронғо монастырь бинаһы, ҙур булмаған 4-се быуат базиликаһы, шулай уҡ Грузияның боронғо сиркәүҙәрең береһе инә. Һигеҙенсе быуатта көмбәҙле яңы сиркәү төҙөлгән булған.
Монастырға ҡарарға индермәйҙәр. Комплекста Некреси епискобы өсөн ике ҡатлы һарай бар. VI быуатта монастырҙа манара төҙөлгән булған [1]
Монастырь Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В. Беридзе: Древнегрузинская архитектура. Тбилиси, 1974
- Г. Чубинашвили: История грузинского искусства. Том 1, Тбилиси, 1936
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ В. Беридзе: Древнегрузинская архитектура. Тбилиси, 1974.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- грузинса:ნეკრესი (Некреси)