Нептун (фонтан)
Нептун | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Петергоф[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Нептун Викимилектә |
«Нептун» фонтаны — Петергоф һарай-парк ансамбленең император Павел I Германияла һатып алған бер фонтаны.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1736 йылда Үрге парктың үҙәк бассейнына «Нептун арбаһы» скульптура-композицияһына фонтаны урынлаштырыла. Скульптуралар ҡурғаштан ҡойола һәм алтын ялатыла. Композиция уртаһында «коляскалы» Нептун, «һыбай»лы дельфиндар тора. Фонтандың үҙәк ағымы алтынлатылған еҙ шарҙы күтәрә. Бер нисә тапҡыр реставрациялағандан һуң «Нептун арбаһын» 1797 йылда алып ташларға тура килә. Уның урынына әлегәсә һаҡланған яңы «Нептун» төркөмө урынлаштырыла.
Тәүҙә фонтан фигураһы Нюрнбергта (Германия) эшләнелә, әммә унда бер ҡасан да эшләмәй. Композицияға заказ биреп, Нюрнберг халҡы Германия өсөн ауыр булған Утыҙ йыллыҡ һуғышҡа (1618—1648) нөктә ҡуйған Вестфаль солохо тураһында иҫтәлекте мәңгеләштеррегә уйлай. 1660 йылда Георг Швайгер (Georg Schweigger) һәм алтын сүкеүсе Христоф Риттер (Christoph Ritter) уның ҡушма өлөшө моделдәрен тәҡдим итә. Һуңынан Швайгер һәм уның уҡыусыһы Иеремия Айслер (Eissler Jeremias) моделе өҫтөндә 1670 йылға тиклем эшләй, әммә тулы комплект 1688—рҙа ғына башҡарыла. Фигураларҙы Херольдт (H. Heroldt W.) ҡоя. Төркөмгә 27 фигура һәм декоратив деталдәр инә.
Ҡала баҙары майҙанында пьедесталлы бассейн төҙөлә, ләкин һуңынан асыҡланыуынса, фонтан эшләһен өсөн урындағы йылға һыуы ғына етмәй. Шунан һуң скульптураны һүтеп алалар һәм ул амбарҙа йөҙ йыл самаһы ята.
Хатта келәттәре һүтелгән килеш ятҡанда ла фонтан ҡаланың иҫтәлекле урыны кеүек билдәле була. 1781—1782 йылдарҙа Европа буйлап сәйәхәт иткәндә Нюрнбергҡа цесаревич Павел Петрович килә. Фонтанды алырға ҡарар итеп, ул уны үҙенең Гатчиналағы резиденцияһында урынлаштырыуҙы күҙаллай. Нюрнберг властары композицияны шул ваҡытта юғары баһалап ҙур суммаға — 30 мең һумға һата. 1796 йылда (Павелдың Рәсәй тәхетенә ултырыу йылы) Рәсәй төп фигураларҙы һатып ала һәм Петергофҡа оҙата.
1798 йылда батшаның: «Нюрнбергтан килтерелгән Нептун фонтанын Петергофтың Түбәнге паркына ҡуйырға…», — тигән указы сыға. Әммә бассейндың һыуы етмәгәс, уны унда ҡуйыу мөмкин булмай. Шул ваҡытта скульптура төркөмөн Үрге паркта, һүтеп алынған «Нептун арбаһы» бассейнына урынлаштырырға ҡара ителә һәм был эш 1799 йылда тормошҡа ашырыла.
«Нептун» һыу декорацияһы төрлө 26 һыу һиптереүсе ағымдан тора. Элекке биҙәлештән бары тик дельфиндарҙы һәм имән япрағынан эшләнгән ике ҡурғаш гирлянданы, сәскәләрҙе һәм ҡабырсаҡтарҙы ғына ҡалдыралар. Нептун фигураһы ҙур дүртмөйөшлө быуа уртаһындағы дүрт баштан атҡан фонтан менән биҙәлгән бейек гранит пьедесталда тора. Пьедестал тирәләй туфтан һалынған яҫы майҙансыҡта гиппокамп (ҡанатлы диңгеҙ аттары) менеп дельфиндарҙы ҡыуыусы һыбайлылар төркөмө урынлашҡан. Бынан тыш, быуа үҙе һигеҙ дельфин фигураһы менән биҙәлгән, уларҙың ауыҙынан һыу ығымы күтәрелә. Бассейндың күләме — 33×92 м.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Германия барлыҡ скульптуралар һүтеп алына һәм Германияға сығарыла. 1947 йылда улар ҡабаттан Петергофҡа килтерелеп, элекке урынында ҡуйыла, ләкин фонтан 1956 йылда ғына эшләй башлай.
Әлеге ваҡытта Нюрнберг ҡала паркында ҡуйылған күсермә унда 1902 йылдан бирле тора[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Friedrich Kirchbaum. Nürnberg. Deutscher Kunstverlag.1967.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гусаров А.Ю. Петербург - столица фонтанов. Путеводитель по фонтанам Санкт-Петербурга. — СПб, 2008. — ISBN 978-5-901751-87-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница о фонтане «Нептун» на официальном сайте музея-заповедника 2007 йыл 1 июль архивланған. Петергоф
- Фонтан «Нептун» в истории Нюрнберга