Нефтекама ҡалаһы флагы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нефтекама ҡалаһы
ҡала округы
Нефтекама
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй

Flag of Neftekamsk.svg

Раҫланған

13 июль 2006 [1]

Пропорция

2:3

ДГР номеры

3006 [2]

Флагтың авторы

Салауат Ғиләжетдинов

Нефтекама ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округы символы.

Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 13 июлендә 1-12/2 номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 033 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3006 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[3].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған тура мөйөшлө туҡыма, ул флаг һабына ҡарай йүнәлтелгән күк, һары һәм ҡара төҫтәге герб композицияһын сағылдыра[3].

Символиканы дәлилләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флаг Нефтекама ҡалаһының барлыҡҡа килеүе һәм иҡтисади үҫеше үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербына нигеҙләнеп эшләнгән.

Флагтың төп элементтары — өс асҡыс, улар ҡаланың үҫешкән сәнәғәтен күрһәтә: энергетика, машиналар эшләү, еңел сәнәғәте. Өскә бүленгән ерлектәрҙә алтын нурлы ҡара төҫтәге йондаҙҙар урынлашҡан, улар крайҙың нефть байлыҡтарын кәүҙәләндерә — ҡаланың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенең нигеҙҙәре. Өс йондоҙ шулай уҡ ҡаланың Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең сәнәғәт, мәғариф һәм мәҙәниәте үҙәге булыуын символлаштыра. Йондоҙҙоң ете нуры Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтың берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы аңлата.

Күк (асыҡ зәңгәр) төҫ — гүзәллек, бөйөклөк, үҫеш, алға ынтылыш һәм өмөт символдары.

Һары (алтын) төҫ— байлыҡ, миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек символдары.

Ҡара төҫ — нефть төҫө, бер үк ваҡытта аҡыллылыҡ һәм мәҙәнилек символдары[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Решение Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан от 13.07.2006 № 1-12/2
  2. Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 033
  3. 3,0 3,1 3,2 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Нефтекамск, стр. 71-72