Нефть химияһы һәм катализ институты (Рәсәй Фәндәр академияһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нефть химияһы һәм катализ институты
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Материнская компания (организация, учреждение) Department of Chemistry and Material Sciences[d]
Рәсми сайт ipc-ras.ru

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нефть химияһы һәм катализ институты (НХКИ) 1992 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумы ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының тармаҡ НефтехимҒТИ-һы базаһында ойошторола.

Гетероген һәм металдар комплексы ҡатнашлығындағы катализ, органик һәм металлы органик синтез, нефть химияһы, химик реакциялар кинетикаһы һәм механизмдары өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр, сәнәғәттең химия һәм нефть химияһы тармаҡтарын үҫтереү өсөн өр-яңы химик технологиялар эшләү институттың төп эшмәкәрлек йүнәлеше булып тора.

Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы У. М. Джемилев институттың беренсе директоры була. Тәүге коллективҡа 6 химия фәндәре докторы һәм 26 кандидаты инә, улар Нефть химияһы һәм катализ институтына Органик химия институтынан күсә. Нефть химияһы һәм катализ институтында аспирантура, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған совет һәм Ғилми совет асыла. 1997 йылда Нефть химияһы һәм катализ институты Рәсәй фәндәр академияһының Дөйөм һәм техник химия бүлексәһе составына ҡабул ителә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге составына индерелә.

2004 йылдың декабрендә Институт Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ҡарары менән Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми ойошмалары составына, Рәсәй Фәндәр академияһының Химия һәм материалдар тураһында фәндәр бүлексәһенә индерелә һәм атамаһы Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты (РФА НХКИ) тип үҙгәртелә.

Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • оҙаҡ хеҙмәт итә торған металдар комплексы булған гетероген һәм гомоген катализаторҙар, шул иҫәптән цеолиттар һәм цеолитлы катализаторҙар эшләү
  • органик һәм металлы органик берләшмәләр төҙөү өлкәһендәге эшмәкәрлек;
  • медицина һәм ауыл хужалығы өсөн яңы препараттар һәм материалдар эшләү;
  • витаминдар, гормондар, бөжәктәрҙең феромондарын, тәбиғи терпендар һәм экдистероидтар бүлеүҙең һәм синтезлауҙың яңы ысулдарын эшләү
  • каркаслы һәм кластерлы (фуллеренлы) берләшмәләр синтезының һәм селектив функционалләшеүенең традицион булмаған ысулдарын эшләү
  • селектив сорбенттарҙы, экстрагенттарҙы, көкөртлө водород нейтрализаторҙарын, көкөртлө һәм борлы присадкаларҙы, тотороҡландырғыстарҙы, майлағыстар һәм майлағыс-һыуытҡыс шыйыҡсаларҙы, коррозия тотҡарлағыстарҙы тикшереү
  • элементарь көкөрттө, көкөртлө водородты, көкөрт диоксидын һәм нефть сульфоксидтарын файҙаланыуҙың һәм утилләштереүҙең перспектив ысулдарын һәм технологияларын эшләү
  • нефть һәм нефть химияһы сеймалы нигеҙендә хәҙерге заман химик технологиялар сығарыу

Лабораториялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гомоген һәм гетероген катализ бүлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Каталитик синтез лабораторияһы
  • Углеводородтар химияһы лабораторияһы
  • Математик химия лабораторияһы
  • Катализаторҙар әҙерләү лабораторияһы
  • Асимметрик синтез төркөмө

Органик синтез бүлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Органик синтез лабораторияһы
  • Гетероатомлы берләшмәләр лабораторияһы

Физик-химик тикшеренеү ысулдары бүлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Структур химия лабораторияһы
  • Физика-химия проблемалары лабораторияһы
  • Хроматография лабораторияһы
  • Юғары энергиялар химияһы һәм катализ лабораторияһы

Билдәле ғалимдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы, профессор У. М. Джемилев.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]