Нечитайло һәйкәле
Нечитайло һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сальск[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Һүрәтләнгән объект | Vasiliy Nechitailo[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Нечитайло һәйкәле Викимилектә |
Василий Кириллович Нечитайло һәйкәле — РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, СССР художество академиһының мөхбир ағзаһы, И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Сальск ҡалаһында тыуып үҫкән Нечитайло һәйкәле рәссамдың тыуған ҡалаһында 1989 йылдың 30 сентябрендә ҡуйыла. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора (№ 611510377370005)[1][2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Нечитайло һәйкәле Сальск ҡалаһында Ворошилов һәм Ленин урамдары киҫешкән урында, уның исемен йөрөткән Сальс художество музейы эргәһендә ҡуйыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор Клыков Вячеслав һәм архитекторы Снегирев Вячеслав. Һәйкәлдең постаменты граниттан эшләнгән, Нечитайло һыны бронзанан ҡойолған. Постаментта «Һынлы сәнғәт академигы Василий Кириллович Нечитайлоға» тигән яҙыу граверланған[3].
Һәйкәлде асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылдың 30 сентябрендә «Сальск ҡалаһы көнө» байрамы сиктәрендә һәйкәлде асыу тантанаһы уҙа[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Решение Ростовского областного малого Совета от 18.11.1992 года № 301
- ↑ Министерство культуры Ростовской области . mkro.donland.ru. Дата обращения: 7 ноябрь 2017. 2017 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Сальская степь : газета. — 4.10.1989. — № 160.