Эстәлеккә күсергә

Никитенко Мария Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никитенко Мария Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Куропатники[d], Бережанский район[d], Тернополь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 29 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Магдалиновка[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Магдалиновка[d]
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трудовой Славы I степени орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы

Никитенко Мария Николаевна (10 ғинуар 1946 йыл — 29 май 1988 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Днепропетровск өлкәһенең Магдалиновка районы «За мир» колхозы һауынсыһы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1985).

Мария Николаевна Никитенко 1946 йылда Тернополь өлкәһе Бережанский районының Куропатники ауылында тыуған. 1964 йылда Днепропетровск өлкәһе Магдалиновка районына күсеп килә һәм Оленёвка ауылында «За мир» колхозына һауынсы булып эшкә урынлаша[1].

Һөнәрен тиҙ арала үҙләштерә һәм социалистик ярыштарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Күп тапҡыр Бөтә союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1975 йылда Һәр һыйырҙан уртаса 4700 килограмм һөт һауып ала, 1980 йылда 5050 килограмм, ә 1985 йылда 5300 килограмм һөт һауып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 10 мартындаға Указы менән III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары советы президиумының 1981 йылдың 6 мартындаға Указы менән II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 5 декабрендәге Указы менән планды һәм малсылыҡ продукцияларын арттырыу буйынса социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн i дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры була.

Ауыл советы депутаты итеп һайлана[1].

Днепропетровск өлкәһенең Магдалиновкаһында йәшәй. 1988 йылдың 29 майында вафат була. Ҡасаба зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Даны ордены, I дәрәжә (05.12.1985);
  • Хеҙмәт Даны ордены, II дәрәжә (06.03.1981);
  • Хеҙмәт Даны ордены, III дәрәжә (10.03.1976).
  • миҙалдар.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Тимур Каримов. Никитенко Мария Николаевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 17 апрель 2020.