Никлас Сведберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Никлас Сведберг
Svedberg2 (8443934358).jpg
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

187 см

Ауырлығы

80 кг

Ҡулсыр

һул

Гражданлығы

Швеция Швеция

Тыуған көнө

4 сентябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (29 йәш)
Соллентуна, Швеция

МХЛ драфты

Һайланмай

Хоккейсы карьераһы
2007—2010 Швеция МОДО
2010—2012 Швеция Брюнес ИФ
2012—2015 АҠШ флагы Провиденс Брюинз
2012—2015 АҠШ флагы Бостон Брюинз
2015—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—2018 АҠШ флагы Айова Уайлд
2018—2019 Швеция Тимро
2019—ә.в. Швеция Юргорден

Никлас Сведберг (швед. Niklas Svedberg; 4 сентябрь 1989, Соллентуна) — Швеция хоккейсыһы, Швеция хоккей лигаһында сығыш яһаған «Юргорден» хоккей клубының ҡапҡасыһы. 2012 йылда Швеция чемпионы була.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда Никлас «Юргорден» хоккей клубының юниорҙар составына керә, әммә бер уйында үткәрмәй. Киләһе миҙгелдә ул ошо команда өсөн 23 уйын уҙғара, шуларҙың икәүһе — плей-офф уйындарында. Шул уҡ йылда Стокгольм командаһы өсөн TV-Pucken турнирында алты уйын үткәреп бронза миҙалын яулай. 2006/2007 йылдар миҙгелендә «Юргорден» командаһынан МОДО хоккей клубына күсә. 2007/2008 йылда йәштәр лигаһында 41 уйын үткәрә. 2009/2010 йылдар миҙгелендә Сведберг МОДО өсөн 32 уйын үткәрә һәм «Брюнес» хоккей клубына күсә. 2011/12 йылдар миҙгелендә даими чемпионатта Никлас 29 уйын уҙғара, ә плей-офф уйындарыда 13 осрашыу үткәреп Швеция чемпионы титулын еңә.

2012 йылдың 29 май көнөндә «Бостон Брюинз» ҡапҡасы Никлас Сведбергтың «Брюнес» клубынан күсеүе тураһында иған итә[1]. 2012/13 йылдар миҙгелен Никлас Америка хоккей лигаһында Бостондың фарм-клубы — «Провиденс Брюинз» командаһында үткәрә. 2012 йылдың 19 октябрендә «Манчестер Монаркс» командаһына ҡаршы уйын Сведберг өсөн сит илдә беренсе була. «Провиденс» шул миҙгелдә даими чемпионатты еңә, әммә плей-офф уйындарында икенсе раундта еңелеп ҡалалар. Никлас Сведберг миҙгелдең иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә. Ул АХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша, иң яҡшы йәш уйынсылар һәм лиганың бөтә йондоҙҙар составына керә.

Киләһе миҙгелдә 2 ғинуарҙа «Бостон Брюинз» өсөн тәүге уйынын уҙғара һәм шул осрашыуҙы уның командаһы еңә. Был уйын Сведберг өсөн был миҙгелдә Милли хоккей лигаһында берҙән-бер була. «Провиденс» өсөн АХЛ-да 54 осрашыу үткәрә, шуларҙың туғыҙы Колдер кубогы уйындарына тура килә. 2014/15 йылдар миҙгелендә Никлас «Бостон» составында төп ҡапҡасыһы Тукка Раск алмашсыһы ролендә нығына. Милли-хоккей лигаһында ул 18 осрашыу үткәрә. «Бостон» плей-офф уйындарына эләкмәй. Шул ваҡытта ҡапҡасының команда менән килешеү ваҡыты бөтә.

2015 йылдың 10 май көнөндә Никлас Сведберг КХЛ командаһы «Салауат Юлаев» менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[2]. 2015/16 йылдар миҙгелендә ул даими чемпионатта 53 осрашыу үткәрә — бындай күрһәткес башҡа бер ҡапҡасыла ла булмай шул миҙгелдә. Гагарин кубогында 19 осрашыу үткәрә. «Салауат Юлаев» конференция финалына етә һәм Рәсәй менән КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә. Сведберг ике тапҡыр аҙнаның лигала иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә.

2016 йылдың 14 апрелендә Сведберг «Салауат Юлаев» менән ике йылға яңы килешеү төҙөй[3]. «Спортфакт» мәғлүмәттәре буйынса, ул командала иң күп аҡса эшләгән була, уның эш хаҡы шул миҙгелдә 78 миллион һумға тиң[4]. 2016/17 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Никлас шул йылда бөтәһе 53 уйында ҡатнаша һәм шуларҙың 15-дә еңеү яулай.

2017 йылдың 28 июнендә «Салауат Юлаев» һәм Никлас Сведберг араһында ике яҡтың да килешеүе буйынса контракт өҙөлә[5]. Ә июлдең тәүге көнөндә үк Никлас Милли хоккей лигаһында сығыш яһаған «Миннесота Уайлд» хоккей клубы менән бер йылға ике яҡлы килешеү төҙөй[6]. Уның эш хаҡы 700 мең долларға тиң була. Әммә миҙгел алдынан 28 сентябрҙә «Миннесота» Никласты кире ҡағыу драфтына ҡуя[7]. МХЛ-да ул бер уйын да үткәрмәй, ә Америка хоккей лигаһында ул «Миннесота» фарм-клубы — «Айова Уайлд» өсөн 44 осрашыу үткәрә һәм ун һигеҙендә еңеү яулай, ике тапҡыр уйында бер гол да үткәрмәй.

2018 йылдың 8 июнендә Никлас Швеция хоккей лигаһындағы «Тимро» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[8]. Был клуб өсөн ул 41 уйын үткәрә, әммә насар һөҙөмтәләр арҡаһында «Тимро» хоккей клубы һуңғы урынды яулай һәм беренсе дивизионға төшә. 2019 йылдың 7 июнендә Никлас Швецияның төп лигаһында сығыш яһаған «Юргорден» хоккей клубының составын тулыландыра[9].

Швеция йыйылма командаһында карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ун алты йәштән йәшерәк Швеция йыйылма командаһында тәүге уйынды 2004/05 йылдар миҙгелендә үткәрә. Шулай уҡ ул Швецияның U17, U19 һәм йәштәр йыйылма командаларында бөтәһе һигеҙ осрашыу үткәрә.

2016 йылдың 14 апрелендә «Салауат Юлаев» командаһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендә рәсми төркөмө Никластың Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы донъя чемпионатына әҙерләнер өсөн Швеция йыйылма командаһына саҡырылыуы тураһында иғлан итә[10]. 16 апрелдә ул Швеция йыйылма командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара. Швеция Германияны 3:1 иҫәбе менән еңә, ә Сведберг уйындың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла. Тик донъя чемпионатында ҡатнашмай.

2016/17 йылдар миҙгелендә Еврохоккейтурҙың тәүге этабына Швеция йыйылма командаһына саҡырыу ала[11]. Шулай уҡ уның менән бергә Карьяла кубогында Финляндия командаһы составына Теему Хартикайнен эләгә. Никлас өсөн был тәүге Евротур була.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 22 июль 2019. Бындағы мәғлүмәт 2012 йылдан бирле алынған.

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Т/ӨВ — тигеҙ иҫәп менән йә өҫтәмә ваҡыт менән буллиттар серияһы булған уйындар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, У"0" — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты

Клуб карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Т/ӨВ Мин ҮШ У"0" ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ У"0" ЫК %КҠШ
2012/13 Провиденс Брюинз АХЛ 48 37 8 10 2873 104 4 2.17 92.5 12 6 6 675 37 0 3.29 88,9
2013/14 Провиденс Брюинз АХЛ 45 25 15 11 2602 114 2 2.63 91.0 9 4 4 510 23 1 2.70 90.5
2013/14 Бостон Брюинз МХЛ 1 1 0 0 61 2 0 1.97 94.3 -- -- -- -- -- -- -- --
2014/15 Провиденс Брюинз АХЛ 4 3 1 0 239 11 0 2.76 91.1 -- -- -- -- -- -- -- --
2014/15 Бостон Брюинз МХЛ 18 7 5 1 901 35 2 2.33 91.8 -- -- -- -- -- -- -- --
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 53 29 19 9 3058 121 5 2.37 91.6 19 9 10 1110 47 0 2.54 91.2
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 48 14 17 12 2527 126 1 2.99 89.7 5 1 4 272 8 0 1.76 93.3
2017/18 Айова Уайлд АХЛ 44 18 18 7 2613 44 2 2.87 90.5 Команда плей-оффҡа эләкмәй
2018/19 Тимро ШХЛ 35 10 23 0 1942 111 2 3.43 88.8 Команда плей-оффҡа эләкмәй
2019/20 Юргорден ШХЛ
Бөтәһе АХЛ-да 141 83 42 28 8327 273 8 2.55 91.3 21 10 10 1185 60 1 2.99 89.7
Бөтәһе МХЛ-да 19 8 5 1 962 37 2 2.15 93.0
Бөтәһе КХЛ-да 101 43 36 15 5586 247 6 2.65 90.7 24 10 14 1383 55 0 2.39 91.6

Шлем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Америкала уйнағанда шлемы
Сведбергтың Өфөлә икенсе шлемы

Никластың «Крёстный отец» киноһына симпатияһы бик ҙур була. Шуға күрә уның бер ҙә яңы шлемы иң билдәле мафиоз ғаиләһенең башлығы һүрәтһеҙ булмай.

Никлас МОДО командаһынан «Брюнес» хоккей клубына күскәс уның шлемы матурыраҡ булып китә һәм шул ваҡытта тәүгегә ҡапҡасы шлемында Вито Карлеоне килеп сыға. Шундай көслө рухи ярҙам менән Сведберг ҡапҡала мөғжизәләр яһай.

Америкала уйнағанда уның шлемы ҡара-һарылы төҫтә була.

«Салауат Юлаев» хоккей клубына күскәс уның шлемында команданың эмблемаһы, төҫтәре килеп сыға һәм Вито Карлеоне һүрәте лә бар. Икенсе миҙгел башында ул шлемындағы һүрәтте үҙгәртә: Карлеоне юғала, ә Салауат Юлаев һәйкәле урын ала. Шулай уҡ зәңгәр төҫ күберәк урын ала[12].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Швеция чемпионы — 2011/2012.
  • АХЛ йәш уйынсылар символик йыйылма командаһына инеү — 2013.
  • АХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу — 2013.
  • АХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2013.
  • АХЛ айының иң яҡшы йәш уйынсыһы — 2013.
  • АХЛ символик йыйылма командаһына инеү — 2013.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]