Эстәлеккә күсергә

Николай Чудотворец сиркәүе (Обливская)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Николай Чудотворец сиркәүе
Ил Рәсәй
Станица Обливская,
Ростов өлкәһе
Конфессия Православие
Епархия Шахты һәм Миллерово епархияһы 
Төҙөлгән ваҡыты 1915
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә

1915

Николай Чудотворец сиркәүе (Церковь Николая Чудотворца)  — Обливская станицаһындағы Мәскәү Патриархаты Урыҫ Православие Сиркәүенең Шахты һәм Миллерово епархияһы Чернышевский мәнфәғәтенә ҡараған православие сиркәүе. Төбәк әһәмиәтендәге ХХ быуат башы архитектура ҡомартҡыһы реестрына индерелгән.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Обливский районы, Обливская станицаһы, Ленин урамы, 70А.

Изге Никольский мәхәлләһе XIX быуат уртаһында Ростов өлкәһе Обливский районының Обливская станицаһында ағас сиркәү төҙөлгәс барлыҡҡа килгән. Рухани Стратоник Яковлев һәм казак Павел Телегин үҙ ваҡытында сиркәүҙең тасуирламаһын төҙөп ҡалдырғандар. Сиркәү алтын менән ялатылған өс көмбәҙле, йәшел буяуға буялған тимер башлы, ҡыңғырау манаралы, көмбәҙҙәре башына алтын тәреләр ҡуйылған ағас йорттан ғибәрәт булған.

1869 йылда ғибәҙәтханала 33 кешене уҡытырлыҡ училище, 70 уҡыусыны уҡытырлыҡ сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән, иҫәпләүҙәр (метрика) китабы булған.

XX быуат башында Обливскийҙа 500- гә яҡын йорт булған һәм уларҙа яҡынса 5000 казак йәшәгән. Мәхәллә үҫешкәнлектән, яңы сиркәү талап ителгән. 1915 йылда таш сиркәү һалынған, уның майҙаны 228 кв. метр тәшкил иткән. Сиркәү урындағы сауҙагәрҙәр һәм мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән. Яңы сиркәү ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән, стеналары төрлө һүрәттәр менән биҙәлгән. Сиркәүҙе төҙөү өсөн 50000 һум аҡса киткән. Сиркәү китапханаһында 145 том китап булған.

Совет власы йылдарында сиркәү ике тапҡыр ябылған, уны талағандар һәм өлөшләтә ҡыйратҡандар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1942 йылда, сиркәү яңынан асылған. 1960-сы йылдарҙа был йортта спорт залы, мебель склады эшләгән.

1989 йылда, халыҡ һорауы буйынса, дини эштәр Советының 1989 йылдың 24 майындағы ҡарары буйынса ғибәҙәтхана йортон бушлай һәм срокһыҙ файҙаланыуға Урыҫ Православие Сиркәүенә тапшырғандар. Сиркәү янында 2600 кв. метр ер биләмәһе булған. Обливский район башҡарма комитетының 1989 йылдың 7 июнь ҡарары менән был ер ҙә мәхәллә файҙаланыуына тапшырылған.

Хәҙерге ваҡытта сиркәүҙә даими рәүештә ғибәҙәт ҡылалар. 2001 йылдан алып бында Йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә. Ғибәҙәтхана ХХ быуат башындағы архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Ул төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡылар реестрына индерелгән.

Никольский сиркәүенең өлкән руханийы — протоиерей Александр Игоревич Брагин