Новгород дәүләт университеты
Новгород дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1916 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Нижегородский государственный университет |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ННГУ |
Кем хөрмәтенә аталған | Лобачевский Николай Иванович |
Рәсми тел | урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][1] |
Уҡыусылар һаны | 30 000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Арзамас дәүләт педагогия институты[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Түбәнге Новгород, Рәсәй |
Хеҙмәткәрҙәр | 1600 кеше |
Алыштырған | Түбәнге Новгород коммерция институты[d][2] |
Рәсми сайт | unn.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 14 700 ± 99[3] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Нижегородского государственного университета[d] |
Новгород дәүләт университеты Викимилектә |
Н. И Лобачевский исемендәге Новгород милли тикшеренеү дәүләт университеты. (Лобачевский Университеты, НМДУ) — Түбәнге Новгородта эре юғары уҡыу йорто, Рәсәй милли тикшеренеү университеттарының береһе. Алдынғы донъя ғилми-белем биреү үҙәктәре араһында халыҡ-ара конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте программаһында ҡатнашыусы 21 университет иҫәбенә инә.
Ҡыҫҡаса тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1916 йылдың 31 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 17 ғинуарҙа) Түбәнге Новгород халыҡ университеты булараҡ асылған. 1932-1990 йылдарҙа Горький дәүләт университеты тип атала. 2009 йылда Рәсәйҙең милли тикшеренеү университеты статусын ала
18 факультет һәм белем биреү институтын, 132 кафедра, 6 ғилми-тикшеренеү институтын үҙ эсенә ала[4].
Хәҙерге ваҡытта университетта у 30 000 тирәһе студент, 1000 ашыу аспирант һәм докторант уҡый, 1200-ҙән ашыу фән кандидаттары һәм 450 доктор эшләй. Түбәнге Новгородта, Горький автомобиль заводы һәм Горький тимер юлынан ҡалышып, хеҙмәткәрҙәре иҫәбе буйынса университет өсөнсө урында тора
Новгород милли тикшеренеү дәүләт университеты белем биреү, сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыуы, инновациялар, инфраструктура өлкәһендә уңыштары буйынса биш QS Stars йондоҙо менән билдәләнә. Тәүге 15 университет иҫәбендә Новгород милли тикшеренеү дәүләт университеты халыҡ-ара конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу һәм донъя рейтингтарына инеү өсөн РФ Хөкүмәте грантын алды (Проект 5-100).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет Рәсәйҙең өс Халыҡ университетының береһе булараҡ 1916 йылдың 17 (31) ғинуарында асыла, «ирекле» университеттар системаһына инә. Түбәнге Новгород өсөн тәүге юғары уҡыу йорто була.
1918 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһына Император Николай Икенсенең Варшава политехник институты эвакуациялана. Университетты ошо институт һәм юғары ауыл хужалығы курстары менән ҡушҡандан һуң илдә тәүге тапҡыр дәүләт университеты статусын ала.
1921 йылда факультеттар һанының һиҙелерлек кәмеүе күҙәтелә. 1921 йылдың 4 майында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы илдең бөтә тарихи-филология факультеттарын бөтөрөү һәм уларҙың урынына йәмәғәт фәндәре факультеттарын ойоштороу тураһында ҡарар сығара. 1922 йылда уҡытыусылар һаны 239-ҙан 156-ға тиклем кәмей.
1930 йылдың 14 апрелендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән бер нисә юғары уҡыу йортон, шул иҫәптән Новгород университетын да тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡайһы бер факультеттар 6 институтҡа үҙгәртеп ҡорола:
- Механика-машиналар эшләү институты (1934 йылда, Горький индустриаль институты составына инә),
- Химия-технология институты (1934 йылда Горький индустриаль институты составына инә),
- 1930 йылда педагогия факультеты педагогия институтына бүленә,
- Агрономия факультеты 1930 йылда ауыл хужалығы институтына бүленә,
- Архитектура-төҙөлөш факультеты 1930 йылда төҙөлөш институтына инә,
- Медицина факультеты 1930 йылда медицина институтына бүленә.
Бер йылдан, 1931 йылдың 11 ноябрендә, университет яңынан ойошторола, уға физика-математика, биология һәм химия факультеттары инә. Уҡыу-ғилми базаһы булып элекке дини семинария бинаһы тора (хәҙер Түбәнге Новгород дәүләт педагогия университетының тәбиғи-география факультеты бинаһы).
1932 йылда Новгород университеты составында физика, механика, зоология, ботаника, химия, математика бүлектәре эшләгән.
1938 йылдан алып инеү имтихандары ойошторола һәм Горький университеты тәүге тапҡыр конкурс буйынса беренсе курс студенттарын ҡабул итә[5].
1956 йылдың 20 мартында СССР-ҙың Юғары Советы президиумы указы менән Горький дәүләт университетына Н. И. Лобачевский исеме бирелә.
Рейтингтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н.И. Лобачевский исемендәге Милли дәүләт университеты 2020 QS World University Rankings рейтингына ярашлы донъяның иң яҡшы 650 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә, THE BRICS & Emerging Economies Rankings 2017 абруйлы рейтингында, QS World University Rankings топ-100 рейтингы: BRICS 2016, Times Higher Education - 1001-се урын.[6], топ-300 рейтингыһында абруйлы THE BRICS & Rankings Economies 2017 Emerging, топ-100 QS рейтинг university rankings World: 2016 BRICS, Times Higher Education — 1001+ Rankings 2020 World урын University. Башҡа халыҡ-ара һәм Рәсәй рейтингтарында алдынғы урындарҙы биләй: 2019 йылда "Университеттарҙың өс миссияһы" халыҡ-ара рейтингында 351-400-сө урынды биләй[7] һәм 2020 йылда РАЭКС версияһы буйынса - Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингта 30-сы урын биләй. Шулай уҡ Лобачевский университеты тәүге тапҡыр QS World University Rankings рейтинг исемлегенә инде. Икенсе йүнәлештәр буйынса университет предмет рейтингына инмәй.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белем биреү институттары һәм факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биология һәм биомедицина институты
- Химия факультеты
- Донъя тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты
- Радиофизика факультеты
- Физик факультеты
- Мәғлүмәт технологиялары, математика һәм механика институты (Иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика, механика-математика, шулай уҡ ғәмәли математика һәм кибернетика ғилми-тикшеренеү факультеттары нигеҙендә булдырылған)
- Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ институты
- Филологияһы һәм журналистика институты
- ВШОПФ факультеты («ғәмәли һәм дөйөм физика юғары мәктәбе»)
- Юридик факультет
- Социаль фәндәр факультеты
- Хәрби белем биреү институты
- Физик культура һәм спорт факультеты
- Сит ил студенттары факультеты
- Профессиональ әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты
- Аспирантура һәм докторантура институты
- Асыҡ мәғариф институты
- Кеше һаулығы һәм реабилитация институты
Ғилми-тикшеренеү институты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Химия ғилми-тикшеренеү институты (1944 йылда ойошторолған)
- Ғилми-тикшеренеү физика-техник институты
- Механика ғилми-тикшеренеү институты
- Ғилми-тикшеренеү радиофизика институты (НИРФИ, 2016 йылдан)
- Суперкомпьютер технологиялары ғилми-тикшеренеү институты
- Нейрофәндәр ғилми-тикшеренеү институты
Башҡа бүлендек структуралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләт идаралығы кесе академияһы
- Фундаменталь китапхана
- "Ҡаты наноструктуралар физикаһы" фәнни-мәғариф үҙәге
- Арзамас филиалы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Высшие учебные заведения Нижнего Новгорода
- Научные учреждения Нижнего Новгорода
- Ректоры ННГУ
- Академический хор ННГУ
- Большая Покровская улица
- Проспект Гагарина
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ ННГУ им. Н.И. Лобачевского . intalent.pro. Дата обращения: 4 март 2018. 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ http://www.unn.ru/pages/e-library/vestnik/99999999_West_2011_2(2)/1.pdf
- ↑ QS World University Rankings 2021 (ингл.) (28 май 2020). Дата обращения: 24 июнь 2020.
- ↑ Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. Дата обращения: 19 сентября 2019.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горьковский государственный университет // Университеты и научные учреждения / Ред. коллегия: Р. И. Белкин, Г. И. Бройдо, Х. З. Габидуллин и др.; Наркомпрос РСФСР. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.; Л.: Объединённое научно-техническое издательство, 1935. — VIII, 585 с.
- Нижегородский государственный университет // Нанонаука — Николай Кавасила. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 667—668. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 22). — ISBN 978-5-85270-358-3.