Лобачевский Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лобачевский Николай Иванович
рус. Николай Иванович Лобачевский
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 ноябрь (1 декабрь) 1792[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Түбәнге Новгород[2]
Вафат булған көнө 12 (24) февраль 1856[1][3] (63 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Ҡазан губернаһы, Казанский уезд[d], Ҡазан ҡалаһы[2]
Ерләнгән урыны Арса зыяраты[d]
Һөнәр төрө математик, профессор
Эшмәкәрлек төрө Геометрия, Алгебра, Математик анализ, Ихтималлыҡ теорияһы[d] һәм Тригонометрия
Эш биреүсе Императорский Казанский университет[d]
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Академия наук в Гёттингене[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә магистр естественных наук[d] (1811)
Ғилми етәксе Бартельс, Мартин Фёдорович[d][4]
Аспиранттар Брашман, Николай Дмитриевич[d][5]
Уҡыусылар Больцани, Иосиф Антонович[d], Николай Николаевич Зинин[d], Попов, Александр Фёдорович (математик)[d] һәм Янишевский, Эраст Петрович[d]
Кемдә уҡыған Бартельс, Мартин Фёдорович[d] һәм Карл Фёдорович Фукс[d]
Ҡултамға
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны I степени орден Святой Анны II степени орден Святой Анны III степени орден Святого Станислава I степени орден Святого Станислава II степени орден Святого Владимира IV степени орден Святого Станислава III степени орден Святого Владимира III степени
Commons-logo.svg Лобачевский Николай Иванович Викимилектә

Николай Иванович Лобачевский (20 ноябрь (1 декабрь) 1792 йыл — 12 (24 февраль) 1856 йыл) — Рәсәй математигы, Евклидтыҡы булмаған геометрияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, университет белеме һәм халыҡ мәғарифы эшмәкәре. Билдәле инглиз математигы Уильям Клиффорд Лобачевскийҙы «Геометрия Копернигы» тип атай[6].

Лобачевский 40 йыл дауамында Ҡазан Император университетында уҡыта, шул иҫәптән 19 йыл уның ректоры була; әүҙемлеге һәм уның оҫта етәкселеге һөҙөмтәһендә университет Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттары иҫәбенә инә. Н. П. Загоскин фекеренсә, Лобачевский Ҡазан университетының «бөйөк төҙөүсеһе» була[7].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был һәм артабанғы бүлектә килтерелгән революцияға тиклемге даталар иҫке стилдә бирелә.

Ата-әсәһе, тыуыу датаһы һәм урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1940 йылдар аҙағына тиклем Н. И. Лобачевскийҙың тыуыу датаһы һәм урыны тураһында мәғлүмәт ҡаршылыҡлы була. 1948 йылда А. А. Андронов был йәһәттән яңы тикшеренеүҙәрҙә тураһында мәҡәлә баҫтыра[8], унда математиктың аныҡ тыуыу датаһы тип 1792 йылдың 20 ноябрен (иҫке стиль буйынса), ә тыуған урыны тип Түбәнге Новгород ҡалаһын (1948 йылдан — Горький)[9] иҫәпләргә кәрәклеген белдерә. Һуңыраҡ Н. И. Привалова П. А. Лобачевскийҙың йорт урынын билдәләй[10][11]. Уларҙың тикшеренеүҙәре дөйөм танылыу таба һәм Горький исемендәге университетҡа Н. И. Лобачевский (1956) исемен биреүгә эәтргес була[12].

Николай — Прасковья Александровна Лобачевская (1765 йылдар тирәһе — 1840[13]) менән геодези департаменты чиновнигы Иван Максимович Лобачевскийҙың (1760—1800) өс улының уртансыһы. Н. И. Лобачевскийҙың тыуыуы тураһында, Нижегород университетының математика профессоры Дмитрий Андреевич Гудков (1918—1992) әҙәби һәм архив сығанаҡтарына таянып, Николай Иванович Лобачевский һәм уның ике ағаһы — Александр менән Алексей — Прасковья Александровна Лобачевскаяның Макарьево ер үлсәүсеһе һәм капитан Сергей Степанович Шебаршиндың никахһыҙ тыуған балалары тип раҫлай[14][15].

Ғалимдың атаһы, М. И. Лобачевский тураһында мәғлүмәттәр бик наҡыҫ. Ул Малороссияла йәшәгән поляк була[16]. 1757 йылдар тирәһендә кенәз Михаил Иванович Долгоруков (1731—1794), үҙендә хеҙмәттә булған М. В. Лобачевскийға крепостной Аграфенаға өйләнергә рөхсәт итә, ә 1775 йылда кенәз Аграфенаға ирек бирә. Уларҙың улы, Иван Максимович, католиктар йолаһы буйынса суҡындырыла, ләкин һуңыраҡ православиены ҡабул итә. 1797 йылдар тирәһендә Т. М. Лобачевский Түбәнге Новгородта межевая контораға хеҙмәткә ебәрелә. Тиҙҙән ул, ҡаты ауырыуҙан һуң, 40 йәшендә ҡатыны Алесандра Прасковьяны ауыр матди хәлдә ҡалдырып, вафат була.

Ғүмеренең тәүге йылдары (1792—1807)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1802 йылда Прасковья Александровна өс улын да Ҡазан гимназияһына — ул ваҡытта рәсәй империяһының көнсығыш өлөшөндә берҙән-бер булған уҡыу йортона уҡырға бирә. Николай Лобачевский гимназияны 1806 йылда тамамлай, яҡшы белем күрһәтә, бигерәк тә математика һәм телдәр — латин, немец, француз - буйынса. Шул саҡтан уҡ уның математикаға ҡыҙыҡһыныуы — гимназия уҡытыусыһы Г. И. Карташевскийҙың ҙур ҡаҙанышы.

1804 йылдың 5 ноябрендә император Александр I Ҡазан Император университетын булдырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя. 1805 йылдың 14 февралендә университет асыла. Университет етәкселеге ата-әсәләргә балалары гимназия тамамлағандан һуң уларҙы университетҡа бирергә саҡырыу ташлай. П. А. Лобачевская ризалыҡ бирә. Николай,ҙың өлкән ағаһы Александр шундуҡ 1805 йылдың 18 февралендә университетҡа ҡабул ителә. Николай 1806 йылдың июлендә һынауҙар биреп ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа дусар була дусар була. Шул уҡ йылдың 22 декабрендә ҡабат һынау тапшыра һәм 1807 йылдың 14 февралендә университетҡа ҡабул ителә. Шул уҡ йылда ҡустыһы Алексей ҙа студент булып китә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. 2,0 2,1 Лаптев Б. Л. Лобачевский Николай Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 14 : Куна — Ломами. — С. 585–586.
  3. Русский биографический словарь / под ред. А. А. Половцов, Н. П. Чулков, Н. Д. Чечулин и др. — СПб., М..
  4. Математическая генеалогия — 1997.
  5. Математическая генеалогия — 1997.
  6. Белл, 1979
  7. Загоскин Н. П. История Казанского университета — Казань, 1906 Т. IV. — Б. 437.
  8. Андронов А. А. Где и когда родился Н. И. Лобачевский // Горьковская коммуна. — 9 мая 1948 года.
  9. Андронов А. А. О месте и дате рождения Н. И. Лобачевского // Историко-математические исследования. — 1959. — Вып. 9. — С. 9-48.
  10. Привалова Н. И. Дом, в котором родился Н. И. Лобачевский // Историко-математические исследования. — 1956. — Вып. 9. — C. 49-64.
  11. Привалова Н. И. Изучение А. А. Андроновым биографии о Лобачевском // Сайт Музея Нижегородского государственного университета им. Н. И. Лобачевского.
  12. Кузнецов А. А., Уткина Н. А. Нижегородский историк Надежда Ивановна Привалова // Сайт Нижегородского государственного университета им. Н. И. Лобачевского.
  13. Гудков, 1992, с. 42
  14. Гудков Д. А. Н. И. Лобачевский. Загадки биографии. — Н. Новгород: Изд-во ННГУ, 1992. — 242 с. — ISBN 5-230-04151-X.
  15. Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. Москва, 1997 г. Л-Я стр.25
  16. Федоренко Б. В. Некоторые сведения к биографии Н. И. Лобачевского // Историко-математические исследования. — М.: ГИТТЛ, 1956. — № 9. — С. 65—76.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Художественные произведения о Лобачевском[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Заботин И. П. Лобачевский — М.: Молодая гвардия, 1956.
  • Тарджеманов, Джавад. Серебряная подкова — Москва: Советский писатель, 1979. — 415 б.
  • Тарджеманов, Джавад. Юность Лобачевского (рождение гения): документальный роман — Казань: Татарское книжное издательство, 1987. — 334 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Яндекс.Видео. 18 июнь 2020 тикшерелгән.