Новиков Аполлон Валентинович
Новиков Аполлон Валентинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1864 |
Тыуған урыны | Өфө, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 июнь 1917 |
Уҡыу йорто | Николаев атлы ғәскәр училищеһы[d] |
Гражданский чин | действительный статский советник[d] |
Новиков Аполлон Валентинович (1864—1917) — Өфө губернаһы дворянлығы башлығы, ғәмәли статский советник.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө губернаһының тоҡомдан килгән дворяндар нәҫеленән. Губерна дворянлығы башлығы Новиков Валентин Аполлоновичтың улы (1837—1880). Өфө губернаһы ер биләүсеһе: мираҫҡа ҡалған 1211 дисәтинә, ҡатынының — 261 дисәтинә.
1884 йылда Николаевск кавалерия училищеһын тамамлау менән 18-се Клястицкий драгун полкына корнет булып сығарыла, унда артабанғы бөтә хеҙмәтен үткәрә. 1895 йылдың 15 мартында ротмистр дәрәжәһенә күтәрелә. 1896 йылда армия кавалерияһының запасына сыға, ә киләһе йылда подполковник дәрәжәһендә, мундирҙа отставкаға китә.
1897 йылда Өфө өйәҙенең һәм губерна земство йыйылыштарының ағзаһы, Өфө өйәҙе буйынса почетлы мировой судья булып һайлана. Төп иғтибарҙы халыҡ уҡыуҙарын һәм китапханаларын үҫтереүгә йүнәлтеп, өйәҙҙең мәҙәнилеген күтәреү буйынса күп эштәрҙә ҡатнаша. 1899 йылда Өфө өйәҙе дворянлығы башлығына кандидат булып һайлана, ә 1902 йылда өйәҙ дворянлығы етәксеһе була. Ғәмәли статский советник дәрәжәһен 1912 йылдың 6 декабрендә ала. 1914 йылда өфө губерна дворянлығы башлығы итеп һайлана, был вазифала өс йыл була.
1917 йылдың 5 июнендә вафат була.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1894)
- 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1906)
- 2 -се дәрәжә Изге Анна ордены (1909)
- 3-сө дәрәжә Изге Владимир ордены (1914)
- 1-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1915)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список ротмистрам армейской кавалерии по старшинству. Составлен по 1-е мая 1896 г. — СПб., 1896.
- Новиков В. А. Сборник материалов для истории Уфимского дворянства, составленный В. А. Новиковым в 1879 году, продолженный и дополненный до 1902 года включительно, депутатом Уфимского дворянства Н. А. Гурвичем. — Уфа, 1903. — СС. 304, 306.
- Список лиц, служащих по ведомству Министерства внутренних дел 1904 года (исправленный по 15 апреля). Ч. II. — СПб., 1904. — С. 721.
- Деятели России: 1906 г. / Ред.-изд. А. М. Шампаньер. — СПб., 1906.
- Список гражданским чинам четвертого класса. Исправлен по 1-е марта 1916 года. — Пг., 1916. — С. 2260.
- Новое Время, № 14796. — 7 (20) июня 1917 г. — С. 1.