Новогрудка һарайы
Новогрудка һарайы | |
бел. Навагрудскі замак | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Новогрудок[d] |
Архитектура стиле | Белорус готикаһы |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Современное состояние | руины[d] |
Новогрудка һарайы Викимилектә |
Ҡалып:Историко-культурная ценность Республики Беларусь
Новогрудка һарайы — һарайҙың емереклектәре, Белоруссияның, Һарайҙар тауы битләүендәге Новогрудка ҡалаһында урынлашҡан. Урта быуаттар дәүеренең оборона архитектураһына ҡараған уникаль ҡомартҡы, Новогрудканың боронғо үҙәге, Бөйөк Литва кенәзлегенең бөйөк кенәздәре резиденцияһы. XI — XVII быуаттарға ҡарай. Нигеҙе һәм диуар ҡалдыҡтары ғына һаҡланып ҡалған.
Һарайҙың барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XI быуат башынан быуат урталарына тиклем боронғо Новогрудка урында төрлө конструкциялағы ағас диуарҙар ғына торған була. XII быуаттың икенсе яртыһында ныҡлы имән буралар күтәрелә. Шул уҡ осорҙа известкаға һалып эшләнгән шымартылған ҙур таштарҙан беренсе башня-донжон төҙөлә. Башня дүрт ҡырлы формала булып, һарайҙың төньяғында урын ала һәм ер уры ҡулсаһын тоташтырып тора. Хәҙерге көндә ул 7,5 метр тәрәнлектә ер аҫтында ҡалған, ә уның өҫтөндә, ныҡлы нигеҙҙәге кеүек, таштан һалынған Щитовка башняһы урынлашҡан.
Был башня һарайҙы обороналауҙа ҙур роль уйнай. 1274 йылда галицк-волын һәм татар ғәскәрҙәре ҡаланы штурмлай, әммә еңеүгә өлгәшә алмайҙар. Тәре йөрөтөүселәр отрядтарының ҡәлғәне күп тапҡырҙар баҫып алырға маташыуҙары (1314 йылда магистр Генрих фон Плецке етәкселегенд , 1391 йылда магистр Конрад фон Юнгинг һәм маршал Вернер Тетиген етәкселегендә) бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәштермәй.
Щитовка башняһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был һөжүм арҡаһында башняның өҫкө ҡаттары ҙур ғына зыян күрә һәм XIV быуат аҙағында башня яңыртып төҙөкләндерелә, әммә был юлы кирбестән һалына. Башня иҫкеһенең ҡалдыҡтары өҫтөнә ҡорола, уның формаһын планлаштырғанда квадратҡа өҫтөнлөк бирелә. Ул Щитовка (Ҡалҡан, Үҙәкле) тигән исем ала, исем мәғәнәһе үҙе үк әйтеп тора — ул урта быуат ҡалаһының ышаныслы ҡалҡаны булып һаналған. Яңы башня биш ҡатлы була, таяуҙары өҫтән ҡапланыла, уның дөйөм бейеклеге 25 метрға етә. Уның диуарының ҡалынлығы өс метр самаһы, унда — дошмандарға атыу өсөн тишектәр, ә аҫта һарай ҡапҡалары өсөн уйымдар ҡалдырыла. Ҡапҡалар эске яҡтан ныҡлы бикләнер булған һәм ҡамауға эләккән саҡта үҙаллы ныҡлы терәккә әйләнгән. Щитовканың көньяҡ диуарында өҫкә илтеүсе таш баҫҡысҡа булған, яугирҙар уның менән һөжүм ваҡытында файҙаланған. Башня эсендәге ҡаттар араһында көндәлек ҡулланыш өсөн ағас баҫҡыстар ҙа булғандыр, сөнки ҡайһы бер ҡаттар бары тик йәшәү өсөн генә ҡулайлаштырылған
Нығытмалар төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе этап
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күренеүенсә, XIV быуат аҙағына тиклем Щитовка һарайҙың берҙән-бер таш нығытмаһы булғандыр. Әммә XIV быуат аҙағында — XV быуат башында Новогрудка һарайының яңы диуарҙарын төҙөү башлана, ул бер нисә этаптан тора. Башта өс таш башня һәм улар араһындағы диуарҙар төҙөлә. Щитовканың уң яғынан призмаға оҡшатып эшләнгән бейек Костель башняһы ҡалҡып сыға. Уның көнсығыш яғында бейеклеге 80 метр, ҡалынлығы 2,5 метр булған таш диуарҙың тағы бер манараһы булдырыла, ул Бәләкәй ҡапҡа тигән исем ала. Бәләкәй ҡапҡа һәм Костыль башняһы бер нисә ҡаттан тора, таяуҙарының өҫ яғы ябылған була, һәр ҡатта дошмандарға атыу өсөн тишектәр эшләнелә.
Бәләкәй ҡапҡанан көнбайышҡа боролһаң, диуарҙың 70 метрлыҡ манараһы урын ала, ул тағы бер башня — Посад менән тоташтырып төҙөлгән. Диуарҙы уңдағы манараһы Пасад башняһынан тауҙың төньяғына илтә һәм Щитовкаға алып барыусы ағас нығытмалы һарай урының төньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә тоташа.
Әйтергә кәрәк, XIV быуатта уҡ Детинецала таш ҡорам — Изге Михаил Сиркәүе булған, был хаҡта XVI — XVII быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарҙан билдәле. 1775 йылға тиклем бында Трибуналдың — Литва бөйөк кенәзлегенең юғары апелляция суды ултырыштары үткәрелгән. Ә ҡорамдан төньяҡтараҡ ике ҡатлы таш һарай урынлашҡан була, ул XVII быуат уртаһына тиклем һаҡлана.
Икенсе этап
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новогрудка һарайы нығытмаларын төҙөүҙең икенсе этабы XV быуат башына тура килә, был осорҙа Колодез башняһы һәм һарай тауы итәгендә диуарҙың тағы бер манараһы төҙөлә. Әйтергә кәрәк, бейек тау башында урынлашҡан Новогрудка һарайында ҡоҙоҡ булмай, әммә тауҙың көнсығыш битләүендә инештәр булғанлыҡтан, тау итәгендә һәр саҡ һыу була. Шул инештәрҙең береһе сыҡҡан урында Колодез башняһы төҙөлә.
Өсөнсө этап
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат башында Новогруд һарайының төньяҡ-көнбайышындағы Дозор башняһы барлыҡҡа килә. Щитовка һәм Дозор башнялары араһында ҡалынлығы 2 метр булған оборона тотоу диуарҙары төҙөлә. Шулай итеп, яңы манара таш нығытмалар ҡулсаһын тоташтыра, бының менән ул ағас ҡоймаларҙы тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығара.
Артиллерияның үҫеше һәм ҡамау тактикаһының камиллашыуы XV—XVI быуатҡа Бәләкәй ҡапҡаны ышаныслы түгел икәнлегенә инандыра, был, үҙ сиратында, тауҙың көньяҡ-көнсығыш итәгендә өҫтәлмә башнялар төҙөүгә мәжбүр итә: яңы ҡалҡып сыҡҡан һарай юлын һаҡлаусы Мещан ҡапҡаһы форбург үҙәгенә әйләнә. Был өҫтәмә нығытмалар һарайҙың оборона һәләтен һиҙелерлек артты.
Шулай итеп, XVI быуатта Новогрудка һарайы Белоруста 7 башняһы булған берҙән-бер көслө һарайҙарҙан иҫәпләнә. Ул төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан өҫтәмә рәүештә нығытмалар менән ҡеүәтләнә, бында ҙур ғына ер ур һәм оборона тотоу өсөн киң соҡор ҙа була.
Һарайҙың емерелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡыт үтеү менән, Новогрудка һарайы, үҙенең стратегик хәлен юғалтҡанлыҡтан, емерелә башланы. 1654—1667 йылдарындағы һуғыш осоронда Мәскәү ғәскәрҙәре ике тапҡыр Новогрудканы ҡулдарына төшөрә. 1655 год|1655 йылда уны казак Иван Золотаренко баҫып ала. Ә 1660 йылда өлөшләтә тергеҙелгән һарай кенәз Иван Хованский ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Һарайҙың Мещан, Колодез, Бәләкәй ҡапҡа һәм Посад башнялары, шулай уҡ диуар манаралары нигеҙенә тиклем емерелә. Төньяҡ һуғышы мәлендә лә урындағы нығытмалар тулыһынса юҡ ителә: 1706 йылда ҡала аша үтеп барыусы шведтар уларҙың ҡалдыҡтарын шартлатып китә.
1802 йылда Гродно губернаторы Бенигсен ҡала урамдарына түшәү өсөн һарай ҡалдыҡтарын һүтеп алырға бойора. Әммә ике башня өлөшләтә һаҡланып ҡала. XIX быуат аҙағында һарай биләмәһендәге диуар емерктәрен аша бөтә Новогруд сүп-сары үтеп инә башлай, һәм ул ике метр ҡалынлыҡ ҡатлам менән боронғо ҡоролмаларҙы ҡаплай.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бары тик 1921 йылда Новогрудка һарайы һаҡлау аҫтына алына, ә 1922 — 1930 йылдарҙа поляк археологтары башня емереклектәренә консервациялау үткәрә, ә емерелеп төшкән Костель башняһының диуарын яңынан төҙөйҙәр. 1956 йылда Новогрудкала совет археологтары эш башлай. Әлеге ваҡытта Костель һәм Щитовка башняларының ҡалдыҡтары ғына һаҡланып ҡалған. XVI быуатта Үҙәк Европаның иң эре ҡоролмаларының береһе булған был башняның консервацияһы яҡын биш йыллыҡта[1] (2011 йылдың май айына) тамамланыр тип планлаштырыла, бындай ҡарар төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы (2015).
Һарай биләмәһендә йыл һайын рыцарҙар фестивале уҙғарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миндовга тауҙары — Новогрудокалағы тау, Минск, 1 Май урамдары һәм йәйәүлеләр өсөн үткәүел менән сикләнгән биләмәлә урынлашҡан, ул Минск һәм1 Май урамдарын (ҡара. Миндовг) тоташтырып тора
- Емереклектәрҙе консервациялау
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Замокка бикләп емереклектәр Новогрудский 2014 йыл 5 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. Т. 5. Мн., 1998.
- Белорусская ССР. Т. 4: краткая энцикл. — Мн., 1981.
- Ткачёв, М. А. Замки Беларуси. Мн., 2005
- Гуревич Ф. Д. Древний Новогрудок: посад — окольный город. — Л.: Наука, 1981. — 160 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сем вежаў Навагрудка (белор.). Культура.
- снимки на Globus.tut.by
- «Старажытны Наваградак» Графічныя працы Віктара Сташчанюка (белор.)
- «Архитэктурныя помники Наваградчыны»(недоступная ссылка) (белор.)
- Фото Новогрудского замка с высоты птичьего полета 2017 йыл 24 июль архивланған. на сайте «Планета Беларусь»