Эстәлеккә күсергә

Новочеркасск Суворов хәрби училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Новочеркасск Суворов хәрби училищеһы (Нчсва) — хәрби белем биреү учреждениеһы. Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһында 1943 — 1962 йылдарҙа торған[1].

  • 30 август, 1943 йыл. СССР Халыҡ комиссарҙары советы һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының (21 август, 1943 йыл) Ҡарарын үтәү маҡсатында Ростов ВКП(б) өлкә комитеты пленумы Новочеркасскиҙа ВКП(б) 500 кешелек Суворов хәрби училищеһы асырға ҡарар сығара. Был маҡсата Подтелков урамы буйынса бина бирелә. Училищеның асылыу башында уҡ бында юғары һөнәрле һәм патриотик рухлы етәкселәр, уҡытыусылар, офицер-тәрбиәселәр һәм хеҙмәтләндереүсе персонал коллективы формалаша. Уларҙың күбеһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, күп кенә уҡытыусылар фронттан махсус эшмәкәрлек өсөн училищеға ҡайтарылған. Бөтә училище коллективын рухландырған ойоштороусы һәм уның беренсе етәксеһе — дүрт һуғышта ҡатнашҡан, Суворов тибындағы легендар генерал-майор Василий Григорьевич Клементьев була.
  • 1 декабрь, 1943 йыл. Училище уҡыта башлай. шөғөлләнә башлай. 19 декабрҙә Новочеркасск Суворов хәрби училищеһын рәсми асыу тантанаһы була. Төньяҡ-Кавказ хәрби округы ғәскәрҙәре баш командующийы генерал-лейтенант Сергеев тантаналы линейкала училище начальнигына СССР Юғары Советы Президиумы Грамотаһын һәм Ҡыҙыл байраҡ тапшыра. Был көн училищела йыл һайын байрам көнөнә әйләнә.
  • 25 март, 1944 йыл. Училищеға Советтар Союзы маршалы С. М. Буденный килеү хөрмәтенә махсус линейка үткәрелә.
  • 14 октябрь, 1944 йыл. Училище яңы бинаға күсә — был бина элекке Дон Ғәскәре өлкәһенең йыйылыш урынындағы Совет һәм Подтелков урамдары киҫешкән ерҙә тора.
  • 1948 йылда училищеға 1943 йылда беренсе ҡабул ителгән суворовсылар йыйылмаһын сығарыу ойошторола.
  • 24 июнь, 1960 йыл. СССР Министрҙар советы № 662 Ҡарарында Суворов хәрби училищелары һуғыштан һуң етем ҡалған балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын билдәләй һәм етем балаларҙың ҡалмау сәбәпле Суворов хәрби училищелары, шул иҫәптән Новочеркасск училищеһын, тарҡатырға билдәләй. Ошо ҡарар менән бәйле рәүештә 1960 йылда училищеға балалар ҡабул ителеү туҡтатыла. Уның һуңғы сығарылышы 1962 йылда булды.

Суворов хәрби училищеһынан 15 сығарылыш барышында 934 кеше уҡып сыҡҡан. Уларҙың күптәре үҙ тормош юлын СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүгә бағышлай һәм Тыуған илдең оборона һәләтен көсәйтеүгә тос өлөш индерә. Ике тиҫтәгә яҡын тәрбиәләнеүсе генерал булды. Суворов хәрби училищеһысығарға уҡыусылар араһында иң тәүге генерал — 1949 йылдың сығарылыш уҡыусыһы Евгений Андреевич Кузнецов, элекке «полк улы» була. Генерал-лейтенант Кузнецов Е. А. берләшмә, берекмәләр менән командалыҡ итә, Урал хәрби округының штаб начальнигы, Ҡоро ер ғәскәрҙәренең Төп штабы начальнигының урынбаҫары була.

Әлеге ваҡытта Суворов хәрби училищеһы элекке корпусы Новочеркасск юғары хәрби команда бәйләнеш училищеһына ҡушылған.

Училище начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 19431944 — Клементьев, Василий Григорьевич, генерал-майор
  • 19441950 — Антипин, Петр Петрович, генерал-майор
  • 19501956 — Сиязов, Михаил Александрович, генерал-лейтенант
  • 19561962 — Кириллова, Иосиф Константинович, генерал-майор
  • 1962 — Овчар Александр Михайлович, генерал-майор

Училищены тамамлағандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Агудов, Александр Иванович — генерал-лейтенант, был заместителем Главнокомандующего войсками Южного направления.
  • Андресян, Грач Амаякович — генерал-лейтенант, был начальником штаба Северо-Кавказского военного округа.
  • Блинов, Иван Николаевич — генерал-лейтенант, был начальником штаба Приволжского военного округа.
  • Кожевников, Владимир Александрович — генерал-майор, был начальником штаба армии.
  • Кузнецов, Евгений Андреевич — генерал-лейтенант, был начальником штаба Уральского военного округа и заместителем начальника Главного штаба Сухопутных войск.
  • Лысов, Петр Федорович — генерал-майор, служил в штабе Объединенных Вооружённых Сил стран-участниц Варшавского договора, преподавал в Военной академии Генерального штаба Вооружённых Сил имени К. Е. Ворошилова.
  • Макагонов, Виктор Александрович — генерал-майор, заслуженный деятель науки РФ, академик Российской академии военных наук, доктор технических наук, профессор; был начальником научно-исследовательского института Минобороны СССР.
  • Манько, Юрий Владимирович — полковник, доктор философских наук, профессор и заведующий кафедрой философии и социальных наук СПбГУТД.
  • Наливайченко, Иван Николаевич — генерал-майор, командовал корпусом в Центральной группе войск.
  • Савенков, Юрий Михайлович— генерал-майор, командовал 42-м армейским корпусом Северо-Кавказского военного округа
  • Скоков, Виктор Васильевич — генерал-полковник, был командующим войсками Северо-Кавказского и Прикарпатского военных округов.
  • Стряпнин, Валерий Павлович — генерал-майор, был заместителем начальника Научно-исследовательского института Министерства обороны СССР.
  • Тутаринов, Владимир Иванович — генерал-майор, командовал дивизией, был военным советником в ГДР.
  • Черемисов, Виктор Федорович — генерал-майор, преподавал в Военно-политической академии имени В. И. Ленина, был начальником политотдела Военной академии химической защиты имени Маршала Советского Союза С. К. Тимошенко.
  • Шаповалов, Анатолий Тимофеевич — генерал-майор, был заместителем начальника управления Генерального штаба ВС СССР.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Новочеркасск хәрби суворов училищеһы 1840 йылда төҙөлгән ике ҡатлы кирбес бинала урынлашҡан. Йорт табыш йорто итеп төҙөлгән. Бинаға инеү йорттоң түңәрәкләнгән күркәм мөйөшөндә урынлашҡан, уның өҫтөндә балкон бар. Йорттоң ҡаттары араһына һәм өҫтөнә кәрниз ҡуйылған. Икенс ҡаттың ярым циркулле тәҙрәләре сандриктар менән, ә беренсе ҡатыныҡы — йоҙаҡ таштар менән биҙәлгән.

Был уҡыу йорто бинаһында артабан башҡа уҡыу йорттары була. 1876 йылдан алып бында уҡытыусылар семинарияһы урынлашҡан, унда сиркәү-мәхәллә мәктәбе өсөн уҡытыусылар әҙерләгәндәр. Семинарияға дүрт класс белемле үҫмерҙәрҙе 16 йәштән ҡабул иткәндәр. Семинарияла юғары белемле чиновниктар — статский советниктар, йәғни армияның генерал-майор, полковник чинына тура килеүсе, уҡытыусылар уҡытҡан..

Бинала семинария уҡыу йорто талаптарына тулыһынса тура килмәгән. ХХ быуат башында семинария етәкселеге яңы бина юллаған. Бинаның яңы проекты төҙөлгән, әммә йорт һалынмай ҡалған.

1912 — 1914 йылда бина реконструкцияланған һәм яңынан төҙөлгән. Реконструкция архитектор С. И. Болдырев проекты буйынса алып барылған[2].

ХХ быуаттың 20-се йылдарында бинала енәйәт эҙләү учреждениеһы урынлашҡан.

1923 йылдарҙа бинала милиция мәктәбе урынлаша. Ул РКП(б) Үҙәк Комитеты һәм РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарарына ярашлы рәүештә барлыҡҡа килә. Милиция мәктәбе эске эштәр органдарының төрлө подразделениелары өсөн кадрҙар әҙерләп сығарған.