Новочеркасск станоктар эшләү заводы
Новочеркасск станоктар эшләү заводы | |
Схема Новочеркасск станоктар төҙөү заводының схемаһы | |
Нигеҙләнгән йыл |
1938 |
---|---|
Ябылған йыл |
1999 |
Элекке исеме |
Новочеркасск балиғ булмағандар өсөн хеҙмәт колонияһы |
Урынлашыуы | |
Тармаҡ |
Станоктар эшләү |
Продукция |
Металл киҫеүсе станоктар |
Эшселәр һаны |
2000-гә яҡын[1] |
Новочеркасск станоктар эшләү заводы (НСЭЗ) — төрлө станоктар етештереү предприятиеһы. Новочеркасскиҙә урынлашҡан. Хәҙер юҡ.
Хеҙмәт колонияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новочеркасск станоктар төҙөү заводы 1938 йылда НКВД системаһының Новочеркасск енәйәтселәрҙең бәлиғ булмағандар өсөн хеҙмәт колонияһы базаһында төҙөлгән һәм Станоктар төҙөү Халыҡ Комиссариатына буйһонған[2].
Хеҙмәт колонияһы 1922 йылда ойошторола, уның төп бурысы — кесе йәштәге енәйәтселәр тәрбиәләү. Был 1922 йыл колония ТН-15 токарь станоктары етештерә башлай. 1938 йылда СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты ҡарамағына буйһона. 1938 йылда хеҙмәт колонияһы станоктар эшләү заводы итеп үҙгәртелә. 1932—1942 йылдарҙа унда ТН-15 тибындағы станоктар сығарыла.
Һуғыш йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Новочеркасскиҙы немец-фашист илбаҫарҙары ваҡытлыса оккупациялағас, 1942 йылдың июленән 1943 йылдың февраленә тиклем станоктар эшләү заводы Троицк (Силәбе өлкәһе) ҡалаһына эвакуациялана. Ҡала Совет Армияһы тарафынан немец илбаҫарҙарынан азат ителгәс, завод коллективы үҙ предприятиеһын тергеҙергә тотона[3].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылдан алып 1956 йыл буйынса заводта төрлө номенклатуралы продукция сығара, бер үк ваҡытта металл киҫеүсе яңы станок етештереүҙе үҙләштерә . РСФСР Госпланы Новочеркасск станоктар эшләү заводында 12, 18 һәм 25 мм диаметрлы тимер сыбыҡтарҙы эшкәртеүсе токарь-револьвер станоктары һәм вертикаль-ҡырыу станоктары сығарыуҙы 1956 йылдың декабрендә туҡтата.
Завод 1957 йылда бары тик револьверлы станоктар сығарыу менән шөғөлләнә, административ яҡтан СССР станоктар эшләү һәм инструменттар сәнәғәте министрлығына буйһона. Завод 1957 йылда Халыҡ хужалығы Советы ҡарамағына тапшырыла.
1963 йылдың февраль айында илдә Совнархоздарҙы эреләтеү сәбәбендә завод Төньяҡ-Кавказ халыҡ хужалығы Советының станоктар эшләү һәм инструменттар сәнәғәте идаралығы ҡарамағына тапшырыла. Был буйһондороу Төньяҡ-Кавказ халыҡ хужалығы Советы Ҡарары № 22 (1963 йыл, 29 ғинуар) буйынса башҡарыла.
1965 йылдың 12 октябрендә СССР Министрҙар Советының № 755 Ҡарарына ярашлы, Новочеркасск станоктар эшләү заводы СССР-ҙың станоктар эшләү һәм инструменттар сәнәғәте Министрлығы ҡарамағына тапшырыла.
1967 йылдың тарихи белешмәһе буйынса, 60-сы йылдарҙа станоктар етештереү заводы түбәндәге станоктарҙы етештергән:
№ п/п | Атамаһы | Модификациялы |
---|---|---|
1 | Токарь- револьвер станоктары | мод. 1Н318 |
2 | Токарь-револьвер станоктары | мод. 1Н325 |
3 | Токарь- револьвер станоктары | мод. 1Г325 |
4 | Токарь- револьвер станоктары | мод. 1Н318Р |
5 | Махсус станоктар | мод. НР-2 |
6 | Токарь-карусель станоктары өсөн быуындар | мод. 1541 |
Заводтың сәнәғәт майҙаны 4,35 гектар тәшкил итә, сәнәғәт майҙансығынан 6 км алыҫлыҡта торған Хотунок станцияһы янындағы тимер юл тармаҡтары 0,9 гектар ерҙе биләй[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Историческая справка Новочеркасского Станкостроительного завода от 18 июля 1967 г. Береднюков Н. В.