Новочеркасск һөт заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Новочеркасск» һөт заводы
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән йыл

1965

Ябылған йыл

2012

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Новочеркасск,
Ростов өлкәһе,26 Баку комиссарҙары урамы, 3-сө йорт

Тармаҡ

Май эшләү, сыр эшләү һәм һөт

Продукция

Һөт эшкәртеү, эшкәртелгән шыйыҡ һөт һәм сыр етештереү, аҙыҡ продукттары[1]

Эшселәр һаны

яҡынса 350

Наградарары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Юбилейный почётный знак ЦК КПСС, ПВС СССР, СМ СССР и ВЦСПС в ознаменование 50-летия образования СССРҠалып:За трудовую доблесть в девятой пятилеткеҠалып:За высокую эффективность и качество работы в одиннадцатой пятилетке

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Новочеркасск» һөт заводы (Новочеркасск һөт заводы булараҡ билдәле) — һөт тауарҙары етештереүсе завод. Ростов өлкәһе эре аҙыҡ-түлек предприятиеларының береһе. Ул Новочеркасск ҡалаһында урынлашҡан. 51 төр һөт продукцияһы етештергән. Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1986). Социалистик ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеп сыҡҡан. Әлеге ваҡытта завод банкрот булған һәм ғәмәлдән сыҡҡан.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапҡыр телгә алынған[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Документтарҙа Новочеркасск һөт заводы тәү башлап Төньяҡ-Кавказ крайсоюз системаһына ҡараған һөт эшкәртеүсе предприятиеларҙың титуллы исемлегендә телгә алына. 1931 йылдың 1 майына, ул «ҡул» ҡеүәте типлы ҡуйы һөт етештереү предприятиелары араһында йылына 600 центнер һөт етештерә.

1935 йыл завод яраҡлаштырылған башҡа бинаға күсә. Завод механизацияланмаған нигеҙҙә, ҡул көсө менән эшләгән. Әммә етештергән продукция ассортименты киңәйгән. Һөт флягаларҙа һәм бутылкаларҙа сығарылған. Унан башҡа простокваша, ҡаймаҡ, аҡ май һәм шоколад, туңдырма, эремсек әйберҙәре лә сығарылған. Һөт заводының ҡеүәте тәүлегенә 6 тонна тәшкил иткән. Был бинала завод 1965 йылға тиклем эшләй.

Етештереүҙе үҫтереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новочеркасск заводы 1965 йылда эшләй башлай. Ҡала халҡының күбәйеүе һәм Новочеркасскиҙың үҫешеүе арҡаһында ҡалала механизациялы яңы предприятие асыу талап ителә. 1965 йылдың ноябрендә проектҡа һалынған сменаға 50 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтле яңы завод төҙөлә. 1967 йылда проектланған ҡеүәт тормошҡа ашырыла һәм етештереү көстәре үҫешә башлай. Ҡаймаҡ эшләү цехы реконструкциялана, уның ҡорамалдары тулыһынса яңыртыла. Ҡаймаҡты 0,5 л банкаларҙа металл ҡапҡастар менән сығарыу фольга ҡапҡастар менән ябыуға алыштырыла. 1968 йылдан башлап завод коллективы даими рәүештә социалистик ярыштарҙа ҡатнашып килә һәм бер нисә тапҡыр еңеүсе тип табыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://querycom.ru/company/0970070 Виды деятельности (по кодам ОКВЭД)