Эстәлеккә күсергә

Яңы Көрмәнкәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ново-Курманкеево битенән йүнәлтелде)
Яңы Көрмәнкәй
Нигеҙләү датаһы 1834
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Бәләбәй өйәҙе һәм Дәүләкән
Карта

Яңы Көрмәнкәй, Новокурманкеево, иҫкесә. яҙылышы Ново-Курменкеева (рус. Ново-Курманкеево) — 1834 йылда ауылға нигеҙ һалынған, 1950 йылдарҙан Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл. Хәҙер Дәүләкән ҡалаһының Гагарин исемендәге урамы.

Ауылға нигеҙ һалыусы {{{XIX быуат}}}тың беренсе яртыһында Бәләбәй өйәҙе Көрмәнкәй ауылы ҡырҡөйлө мең олоҫо аҫаба башҡорттары (хәҙерге Иҫке Көрмәнкәй) 1834 йылдан шул уҡ исемдәге Көрмәнкәй утары булараҡ та билдәле. Ул Идрис Садыҡов һәм поход старшинаһы Йәкшәмбәт Илгишевтың 13 кешенән иҫәпләнгән ике хужалығынан торған. Утар үҫә бара. 1895 йылда 25 йорттан торған үҙ аллы ауылға әйләнә.Ауыл Яңы Көрмәнкәй тип атала, аҙаҡ ул Дәүләкән ҡалаһына ҡушыла[1]

Республиканың көньяҡ-көнбайышында , Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге.сиктәрендә урынлашҡан.

1912 йылдағы Өфө губернаһы карталары[2] һәм 1919—1921 йылдарҙағы Стрельбийский мәғлүмәттәре буйынса[3] Дим йылғаһы һәм тимер юлы араһында урынлашҡан, Дәүләкәндән көньяҡҡа ҡарай.

1926 йылғы мәғлүмәттәре буйынса улус үҙәге булған Дәүләкәндән дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты

Уртаса континенталь, йылы, ҡоро.

1896 йылда 35 йортта 217 кеше йәшәгән,1906- 269 кеше; 1920 йылда 96 йортта — 465 кеше,, шуларҙың 194 — ир-егет, 271- ҡатын- ҡыҙ,; 1939—452 кеше булған.

1926 йылғы мәғлүмәттәре буйынса башҡоттар, урыҫтар йәшәгән.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малсылыҡ,игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Старокурманкеево (Иҫке Көрмәнкәй)

  • Башҡортостан тораҡ пункты. Ч III. Башреспублика, 1926. — Өфө: Китап, 2002. — 41 с. С. 400