Эстәлеккә күсергә

Нокалакеви

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нокалакеви
груз. ნოქალაქევი
Нигеҙләү датаһы 1 б.э.т. мең йыллыҡ
Рәсем
Рәсми атамаһы ნოქალაქევი
Дәүләт  Грузия[1]
Административ үҙәге Эгриси[d]
Административ-территориаль берәмек Сенаки[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Урын Самегрело — Земо-Сванети[d]
Карта
 Нокалакеви Викимилектә


Нокалакеви - (грузинса:ნოქალაქევი) — һүҙмә-һүҙ ҡала булған ер; бор. грек. ἀρχαῖος πόλις — иҫке ҡала) — көнбайыш Грузияның ташландыҡ ҡала-нығытмаһы.

Нокалакевиҙың көнсығыш ҡапҡаһы

Нокалакеви - Грузияның Самегрело төбәгендәге Сенаки муниципалитетына ингән боронғо ҡала. Ул Эгриси батшалығының баш ҡалаһы булған, риүәйәттәр буйынса, аргонавтар шунда килгән.

Ноколакеви диуары

Элек-электән был урында грузин ҡалаһы урынлашҡан була. Грек авторҙары уны Археополис тип атай, тик унан алдараҡ яҙылған грузин хроникаларында "Цихе Годжи" исеме аҫтында билдәле булып ҡалған. Тарихи йылъяҙмаларға ярашлы, ҡалаға нигеҙҙе беҙҙең эраға тиклем III быуатта Эгриси эриставы Куджи һалған. Цихе Годжи беҙҙең эраның IV - VIII быуаттарында Эгрисиҙың баш ҡалаһы булған [2].

Византией менән фарсылар араһындағы һуғыштар башлыса ошо баш ҡала янында барған. Һуғыш ваҡытында ҡала ике ҡабат ҡамауҙа ҡала, әммә өсөнсө тапҡырында фарсылар уны яулап ала (554). Византия-эгриси ғәскәре берләшеп, тиҙҙән ҡаланы кире ҡайтара.

697 йылда Эгрисиҙа төп ғәрәпгарнизондары урынлаша. 737-738 йылдарҙа ғәрәп хәрби начальнигы Мәрүән II ҡаланы баҫып ала һәм уны емертә, халҡын ҡыра йәки төньяҡҡа ҡасып китергә мәжбүр итә. Күпселек халыҡ Ингури йылғаһы буйҙарына күсенә. Ғәрәп ябырылыуҙарынан һуң ҡала элекке әһәмиәтен юғалта һәм тиҙҙән ҙур булмаған ауылға әйләнә. Ауылдың икенсе үҫеш этабы башлана XVIXVIII быуаттарҙа, бында Одиши хаким үҙенең резиденцияһы иткәс башлана.


  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. Нокалакеви
  • ზაქარაია პ., ლომოური ნ., ლიქვინაძე ს., ნოქალაქევის ექსპედიციის 1973 წლის მუშაობის მოკლე ანგარიში, წიგნ.,:საქართველოს სახელმწიფო მუზეუმის არქეოლოგიური ექსპედიციები, ტ. 4, თბ., 1975
  • ლომოური ნ., ეგრისის სამეფოს ისტოyhiyრია, ტბ., 1968
  • ყაუხჩიშვილი ს., ლექციები ბიზანტიის ისტორიიდან, ტ. 1, თბ., 1948