Нуриман районының флагы
Нуриман районының флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Нуриман районы |
Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы муниципаль берәмеге флагы — муниципаль берәмектең рәсми символы булып хеҙмәт итеүсе хоҡуҡи таныу билдәһе.
Флаг 2006 йылдың 14 июлендә раҫлана[1] һәм 3228-се теркәлеү номеры менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына индерелә.
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Иңе буйына 2:3 нисбәтле тура дүртмөйөшлө туҡыма, өс горизонталь һыҙаттан тора: туҡыма иңенең 7/10 өлөшөн тәшкил иткән аҡ төҫтәге өҫкөһө, туҡыма иңенең 1/10 өлөшөн тәшкил иткән ҡыҙыл төҫтәге урталағыһы һәм һары төҫтәге аҫҡыһы; аҡ һыҙаттың уртаһында ҡыҙыл төҫтәге өсмөйөштәр һәм ҡыҙыл төҫтәге ҡыҫҡа нурҙар менән ҡаймаланған һары төҫтәге түңәрәк».
Символиканың нигеҙләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район флагы композицияһының нигеҙенә район атамаһының мәғәнәһе һалынған, был атама «нур» һәм «иман» тигән ике башҡорт һүҙенән тора.
Аҡ төҫ (көмөш) — нуримандарҙың рухи ҡаһарманлығы, ниәттәренең сафлығы һәм күңелдәренең асыҡлығы, яҡты киләсәккә өмөттәре һәм изге ышаныуҙары символы, шулай уҡ район атамаһы нигеҙенә матур яңғыраш биргән төшөнсәләрҙе кәүҙәләндерә.
Ҡыҙыл төҫ — ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ символы, шулай уҡ Ватан өсөн ҡойолған ҡан төҫө. Ҡояш — хәҡиҡәт, зирәклек, байлыҡ һәм муллыҡ символы, йорттарында һәм күңелдәрендә изге яҡтылыҡ һүнмәгән егәрле нурмандарҙың һәйбәт эштәренә яҡтыһын һибә.
Һары төҫ (алтын) нуримандарҙың ғәҙеллеген, миһырбанлылығын, шулай уҡ байлығын, затлылығын, үҙаллылығын, көсөн, тоғролоғон һәм киң күңеллелеген кәүҙәләндерә.