Эстәлеккә күсергә

Н. А. Добролюбов һәйкәле (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Н. А. Добролюбов һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Большой проспект Петроградской стороны[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Сперанский, Сергей Борисович[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта

Н. А. Добролюбов һәйкәле — Рәсәй Федерацияһының Санкт-Петербург ҡалаһында XIX быуатта йәшәгән урыҫ әҙәби тәнҡитсеһе, шағир, публицист һәм революционер-демократ Н. А. Добролюбовҡа ҡуйылған скульптура. Һәйкәл 1959 йылда СССР-ҙың Ленинград ҡалаһында Петроград яғының Оло проспектындағы 34-36-сы һанлы ҙур йорт алдында урынлашҡан. Был һәйкәл федераль әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты[1].

Советтар Союзының Ленинград (хәҙерСанкт-Петербург) ҡалаһында XIX быуаттың урыҫ әҙәби тәнҡитсеһе, ялҡынлы революционер-демократ Николай Александрович Добролюбовҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар 1936 йылда ҡала властары тарафынан ҡабул ителгән. 1948 йылда Н. А. Добролювовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлгә илдә ойошторолған конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проект итеп скульптор А. А, Синайский һәм уның кейәүе, архитектор Б. С. Сперанскийҙың проекты таныла. 1957 йылда Н. А. Добролюбовтың бронза скульптураһы «Монументскульптура» заводында ҡойола. Һәйкәлдең гранит постаментын әҙерләү менән шулай уҡ Ленинград таш эшкәртеү заводы шөғөлләнә. Һәйкәл асыу сараһы тантаналы шарттарҙа 1959 йылдың 26 ноябрендә үткәрелә.

Алһыу граниттан шымартып эшләнгән постаментҡа урыҫ әҙәби тәнҡитсеһе Николай Александрович Добролюбовтың бронза скульптураһы баҫтырып һүрәтләнгән. Был скульптураның бейеклеге — 4,5 метр, постаментының бьейеклеге — 4,35 метр тәшкил итә[2].

«Скульптура Ленинграда» китабында 1963 йылда һәйкәл тәнҡиткә дусар була: Николай Алекандрович Добролюбовтың һыны бик тә схемалы рәүештә генә эшләнгән, йәнле түгел, ҡоро сыҡҡан, тип әйтелә. Баҫма авторҙары билдәләүенсә, скульптор Н. А. Добролюбовтың эске донъяһының күренешен, уның образы тәрәнлеген асып бирә алмаған, ул бары тик һындың тәнҡитсе портретына оҡшашлығын тапшырыу менән генә сикләнгән, тип әйтелә. «Интервью с самим собой» китабында скульптор Г. Д. Ястребеницкий һәйкәлде бик күңелһеҙ, тормошсан түгел тип таба, шулай уҡ һәйкәл торған урынды ла уңышһыҙ тип һанай, сөнки һәйкәл артында торған китап магазины ҡыйығында «Покупайте книги» тигән яҡтыртылған реклама урынлашҡан һәм ул тәнҡитсе Н. А. Добролюбовтың ҡулына китап тотоп һүрәтләнгән һәйкәленә өҫтәмә мәғәнә биргән кеүек күренеп тора, тип билдәләй[3].