Эстәлеккә күсергә

Н. Х. Гогоев ҡыҙҙар гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Гогоев ҡыҙҙар гимназияһы
Гогоев ҡыҙҙар гимназияһы бинаһының төп фасады. XX быуат башы фотоһы.
Гогоев ҡыҙҙар гимназияһы бинаһының төп фасады. XX быуат башы фотоһы.
Ил Рәсәй
Дондағы Ростов, 30-сы линия урамы, 8А Дондағы Ростов ҡалаһы
Төҙөлгән ваҡыты 1882 йыл
Статус архитектура ҡомартҡыһы

1882

Гогоев ҡыҙҙар гимназияһы — Дондағы Ростов ҡалаһындағы ҡыҙҙар өсөн гимназия (1882), 1917 йылдан алып — беренсе баҫҡыс 45-се совет хеҙмәт мәктәбе, икенсе баҫҡыс 6-сы мәктәп; 1959 йылдан башлап — 14-се инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеүсе мәктәп. Мәктәп бинаһы төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһына инә.

Адресы: Дондағы Ростов, 30-сы линия урамы, 8, литер А.

ХIХ быуат аҙағында Нахичевань ҡалаһының икенсе гильдия сауҙагәре Никита Гогоев (Мкртычан Гогоян) яҙыусы Н. В. Кукольник кәңәше буйынса үҙенең вафат булған дүрт ҡыҙы иҫтәлегенә 103237 һум капиталын, өс магазины һәм тире заводы килемен Ростовта ҡыҙҙар өсөн мәктәп төҙөргә васыят итә. Яңы мәктәп өсөн Гогоев маҡсат ҡуя: «…тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар, беҙҙең йәмғиәт тормошона тура килмәгән бик яҡшы донъяуи белем алмайса, белемдең әһәмиәтен үҙҙәренең балаларының күңеленә һеңдерә алған йомшаҡ күңелле ҡатындар булырға әҙерләнһендәр».

Уның тол ҡатыны Срнуи Бабасинян, 1877 йылда Петербургҡа бара, унда Гогоев училищеһын төҙөүгә рөхсәт ала. Ошонан һуң ике ҡатлы гимназия бинаһын төҙөү башлана.

1882 йылдың сентябрендә мәктәп асыла. Унда 1906 йылға тиклем 7 йәштән башлап 12 ҡыҙ уҡый, артабан уларҙың һаны 20-гә тиклем арта. Уҡыусы ҡыҙҙар өҫтөнән ошонда уҡ йәшәгән күҙәтсе ҡатын күҙәтеү алып бара. Ҡыҙҙарҙы йорт хужалығын алып барырға өйрәтеү ҙә уның бурысы булып тора.

Училище ҡарамағында оҫтаханалар була, унда халыҡтан алған заказдар үтәлә. Ҡыҙҙарҙы уҡытыу программаһы үҙ эсенә түбәндәге предметтарҙы индерә: дин ҡанундары, урыҫ, әрмән, француз һәм немец телдәре, алгебра, геометрия, география, тарих, физика, космография, педагогика, гимнастика, рәсем, йыр, бейеү һәм башҡалар.

1913 йылда Гогоев училищеһын император ҡатыны Мария идараһындағы учреждение ҡыҙҙар гимназияһына үҙгәртәләр. Гогоев гимназисткалары формаһының шундай айырымлығы була: көрән күлдәктең итәгенә ҡыҙыл ҡайма тегеп ҡуйыла. 1912—1913 йылдарҙа гимназияла өлкән кластар асыла, ә уны тамамлаусыларға өй уҡытыусыһы исеме бирелә.

1917 йылда гимназия ябыла, уның урынына беренсе баҫҡыс 45-се һәм икенсе баҫҡыс 6-сы совет хеҙмәт мәктәбе асыла.

1959 йылда бында 14-се инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеүсе мәктәп асыла, ул 1992 йылда гуманитар йүнәлештәге гимназия статусын ала.

Ростов өлкәһе Администрация башлығының 1998 йылдың 9 октябрендәге 411-се һанлы ҡарарына ярашлы элекке гимназия бинаһы төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһына индерелә.