Эстәлеккә күсергә

Бүтәгә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Овсяница битенән йүнәлтелде)
Бүтәгә, һолобаш
Festuca eskia
Festuca eskia.
Общий вид растения
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Festuca L., 1753

Бүлендек таксондар
См. текст
Полный список в статье Виды рода Овсяница

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  4658

Бүтәгә, һолобаш (рус. овсяница, лат. Festuca) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө.

Болондарҙа, урмандарҙа осрай. Ер шарының һалҡын, уртаса һәм субтропик климатлы бөтә өлкәләрендә, шулай уҡ тропиктарҙың таулы райондарында үҫә.

Синонимдар[2]:

300‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик бүлкәт тауҙарында таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Болон бүтәгәһе, валиссия бүтәгәһе (типсәк), ҡая бүтәгәһе, ҡыҙыл бүтәгә, ялған һарыҡ үтәгәһе республиканың бөтә биләмәһендә тиерлек таралған, эндемик Игошина бүтәгәһе, реликттар гигант бүтәгәһе һәм һонтор бүтәгә — тау болондарында һәм тау тундраһында, ҡамышүлән бүтәгә — һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында.

Оҙон йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, 20—160 см бейеклектә. Япрағы ҡыяҡ, яҫы, буй бөкләнгән йәки төрөлгән, ҡытыршы, һирәгерәк шыма, төклө йәки төкһөҙ; япраҡ еңсәһе йомоҡ йәки бүленгән, йыш ҡына ҡолаҡлы, телсәһе ярылы. Башағы ян-яҡтан ҡыҫылған, 2—10 сәскәле. Башаҡ тәңкәһе тигеҙһеҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль менән. Аҫҡы сәскә тәңкәһе осло башлы йәки ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Май—август сәскә ата. Емеше — бөртөксә. Болонда, ташлы битләүҙәрҙә, ҡаяла, далала, киң япраҡлы урманда һ.б. үҫә.

Декоратив, мал аҙығы үҫемлектәре. Культурала болон Б. таралған. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,8—3,2 г. Ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Иртә өлгөрөүе менән айырыла, 2 тапҡыр сабырға мөмкин. Сабылғандан һәм тапалғандан һуң да яҡшы үҫә. Йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡ һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙ сәселә. Сәсеү нормаһы (кг/ га): рәт ысулы менән сәскәндә 14—16, киң рәтләп — 8—10, күмеү тәрәнлеге 1,5—1,8 см. Уңдырышлылығы (ц/ га): йәшел масса 150—180, бесән 40—50, орлоҡ 3,5—4,0; 100 кг йәшел массала 26,3 аҙыҡ берәмеге, 2,2 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Өфө тәжрибә-производство хужалығы, 1981—84).

Культуралы сабынлыҡ һәм көтөүлек булдырғанда үлән ҡатнашмаһында ҡулланыла. Бүтәгә агротехникаһын эшләү һәм сорттарын сығарыу буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 50‑се йылдарынан башлап Башҡортостан ауыл хужалығы институтында(хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) (Ғ. Ҡ. Зарипова, Р. С. Йәнекәев һ.б.) тарафынан алып барыла. Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман-дала зонаһында үҫтереүгә тәҡдим ителгән. Башҡортостан буйынса ҡулланылышҡа Моршанская 1304, Пензенская 1 сорттары индерелгән.

Бүтәгәләр ырыуы Ҡыяҡлылар (башаҡлылар) (Poaceae) ғаиләһенә ҡарай аҫ рәт Ҡыяҡ сәскәлеләр (Poales).


  тағы ла 17 ғаилә ( APG II системаһына ярашлы)  
      яҡынса 300 төр
  тәртип Ҡыяҡ сәскәлеләр     ырыу Бүтәгә  
           
  бүлек Сәскәлеләр, йәки ябыҡ орлоҡлолар     ғаилә Ҡыяҡлылар(башаҡлылар)    
         
  тағы ла сәскәле үҫемлектәоҙең 44 тәртибе бар
( APG II системаһына ярашлы)
  тағы ла яҡынса 600 ырыу  
     
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
  • Кречетович В. И. и Бобров Е. Г. Род 179. Овсяница — Festuca. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 497-535. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
  • Цвелев Н. Н. Род 78. Овсяница — Festuca. // Злаки СССР / Отв. ред. Фёдоров А. А.. — Л.: Наука, 1976. — С. 382—418. — 788 с. — 2 900 экз.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «бүтәгә» мәҡәләһе бар