Оганесов Николай Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Николай Оганесов
Тыуған көнө:

5 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов ҡалаһы

Ижад йылдары:

1972 йылдан хәҙергә тиклем

Йүнәлеше:

әҙәбиәт, драматургия

Жанр:

детектив, кино сценарийҙары, театраль либреттолар

Наградалары:

ВЛКСМ Үҙәк комитетының Маҡтау ҡағыҙы (1984), Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2006).

Оганесов Николай Сергеевич (5 февраль 1947 йыл) — рус совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, детективтар, сценарийҙар авторы, 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Сергеевич Оганесов Дондағы Ростовта юрист ғаиләһендә (атаһы — һуғыштан һуң Калининград өлкә адвокаттар коллегияһы Президиумы етәкселәренең береһе була). Николай Оганесов хеҙмәт юлын 1964 йылда фрезеровкалаусы булып башлай. 1967 йылда Төньяҡ-Кавказ хәрби округы трибуналының суд секретары була һәм бер үк ваҡытта Ростов университетының юридик факультетында уҡып, уны 1972 йылда тамамлай. Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1972 йылда баҫыла башлай. 19741989 йылдарҙа ауыр машиналар эшләү ғилми-тикшеренеү институтында юрисконсульт була, бер үк ваҡытта төбәк һәм баш ҡала нәшриәттәрендә, «Смена» журналыгда әҫәрҙәрен баҫтыра. 1989 йылдан «Дон» журналында — бүлек мөдире, ә 1995 йылда шәхси нәшриәт мөхәррир була.

1983 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Николай Оганесовтың әҫәрҙәре чех (1984, 1987, 1988), ҡытай (1989), литва (1990) телдәренә тәржемә ителгән һәм баҫылған. Н. Оганесов «Мальчик на качелях» (2 серия, Лен. телевидениеһы, 1985 й.) телевизион нәфис фильмының сценарий авторы; «Убить Шакала» (А. Довженко исемендәге киностудия, 1991 й.) һәм «Стамбульский транзит» (А. Довженко исемендәге киностудия, 1993 й.) нәфис фильмдарының сцнарийы авторҙары.

Ул Ж. Оффенбах музыкаһына — «Орфей в аду» опереттоһына (премьераһы Ростов дәүләт музыка театрында (РГМТ) 2003 йылдың сентябрендә була); С. Прокофьев музыкаһына -«Ромео и Джульетта» (РГМТ-та премьераһы — 2006 йылдың феврале); Д. Шостакович музыкаһына — «Гамлет» (РГМТ, премьера — 2008 йылдың майы); П. Чайковский музыкаһына -«Драма на охоте» (РГМТ, премьера — 2010 йылдың июне); А. Адан музыкаһына «Корсар» (РГМТ, премьера — 2011 йылдың июне) балеттарына либреттолар яҙа.

2006 йылдан Николай Восенаго тәхәллүсе менән Интернетта шиғырҙарын баҫтыра. «Стихи.ру» ресурсында уның әҫәрҙәренең бите бар. 2010 йылда «Эбонитовый заяц» шиғри йыйынтығы донъя күрә.

Николай Оганесов ике тапҡыр — 1980, 1984 йылдарҙа «Смена» әҙәби журналының премияһына лайыҡ була, 1984 йылда йәштәргә коммунистик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып барғаны өсөн — ВЛКСМ Үҙәк комитетының, 2006 йылда Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лицо в кадре: Повесть. Ростов н/Д. 1978
  • Двое из прошлого. М., альманах «Подвиг», 1983
  • Hon na lisku, изд. Lidove nakladatelstvi, 1984
  • Мальчик на качелях. Ростов н/Д. 1987
  • Мальчик на качелях: Повесть. Ростов н/Д. 1981; 1995
  • Играем в «Спринт». М., "изд. «Молодая гвардия», 1986
  • Zahada stareho sejfu, изд. Nase voisko, Praha,1987
  • Hra na slepou babu, изд. Lidove nakladatelstvi, 1988
  • Визит после полуночи. Ростов н/Д. 1989
  • Играем в «Спринт». М., альманах «Подвиг», 1989
  • Играем в «Спринт»; Визит после полуночи: Повести. Ростов н/Д. 1989
  • Опознание; Лицо в кадре: [Повести]. Ростов н/Д. 1990
  • Мальчик на качелях. М., альманах "Подвиг, 1991
  • Именем закона. М., изд. «Советский писатель», 1991
  • Двое из прошлого; Лицо в кадре; Опознание. М., 1994
  • Доктор по имени Смерть. М., изд. «Квадрат», 1994. ISBN 5-8498-0086-7
  • Избранное. М., изд. «Святоч», 1994
  • Смертник: [Повести]; М., изд. «Эксмо», 1994
  • Избранное в 2 томах. М., изд. «Гранд», 1994
  • «Спринт» ценой в жизнь: [Роман, повести]. М., изд. «Эксмо», 1995
  • Мальчик на качелях. Ростов н/Д, изд. «Книга», 1995
  • Мистификатор. Роман. Ростов н/Д, изд. «Проф-пресс», 1997
  • Избранное, серия «Лучший российский детектив», М., изд. «Рипол-классик», 2003
  • Эбонитовый заяц, Ростов н/Д. 2010.

Драматургияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Мальчик на качелях» (2 серия) телевизион нәфис фильмына сценарий. — Ленинград телевидениеһы, 1985.
  • «Убить Шакала» нәфис фильмына сценарий. — Киев: А. Довженко исемендәге киностудия, 1991.
  • «Стамбульский транзит» нәфис фильмына сценарий. — Киев: А. Довженко исемендәге киностудия, 1993.
  • Ж. Оффенбах музыкаһына «Орфей в аду» опереттаһына либретто. — Ростов-н/Д: премьера в РГМТ, сентябрь 2003.
  • В. Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» трагедияһы буйынса С. Прокофьева музыкаһына балет либреттоһы . — Дондағы Ростов: РГМТ-та премьера, февраль, 2006.
  • В. Шекспирҙың «Гамлет» трагедияһы буйынса Д. Шостакович музыкаһына балет либреттоһы. — Дондағы Ростов: РГМТ-та премьера, май, 2008.
  • А. П. Чеховтың "Драма на охоте"повесы буйынса П. Чайковский музыкаһына балет либреттоһы. — Дондағы Ростов: РГМТ-та премьера, июнь 2010[1].
  • А. Адан музыкаһына «Корсар» балетына либретто. — Дондағы Ростов: РГМТ-та премьера, июнь 2011.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Справочник. Ростовское региональное отделение Союза писателей России. 1991—2012. Ростов-на-Дону. 2011.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]