Одесса диңгеҙ порты
Одесса диңгеҙ порты | |
укр. Одеський морський порт | |
Пассажир терминалы | |
---|---|
местонахождение | |
территория майҙаны |
1 410 000 м² |
тауар әйленеше |
▲25 585 800 тонн (2015) |
үткәреү мөмкинлеге |
25 млн тонна ҡоро йөк |
навигация осоро |
тәүлек әйләнеһенә |
идара итеү формаһы |
дәүләт предприятиеһы |
причалдар иҫәбе һәм оҙонлоғо |
55 причал - 10200 м |
причал янында төрөнлек |
6,2 - 13,0 |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
үҙ флоты |
рейд, пассажир |
транспорт бәйләнеше |
тимер юлы һәм автомобиль юлдары; |
радиоэлемтә |
позывной «Одесса-Радио-1» |
РЛС |
ПРДС "Одесса" |
стивидоры |
ДП «ГПК Украина»; |
дозаправка топливом, водой, прием нефтезагрязненных вод, ремонт | |
яҡындағы порттар порты |
Ильичёв диңгеҙ порты; |
яҡындағы тимер юл станцияһы |
Одесса-порт |
яҡындағы аэропорт | |
46°30′13″ с. ш. 30°44′40″ в. д.HGЯO |
Одесса диңгеҙ порты — халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур сауҙа порты, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш яр буйында, Одесса ҡултығының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Европала иң ҙур пассажир терминалдарының береһе бар. Украинаның төп диңгеҙ сәйәхәте порты булып танылған. Йөк әйләнеше буйынса Ҡара диңгеҙҙә өсөнсө, Украинаның йөк әйләнеше буйынса иң эре порты.
Портты төҙөү 1794 йылда башлана. 1905 йылға порт башлыса хәҙерге күренешен ала. Рәсәй империяһында йөк әйләнеше буйынса Санкт-Петербург диңгеҙ портынан ҡала икенсе була. Иң ҙур йөк әйләнеше бойондороҡһоҙ Украинала 2002 йылда була - 13,2млн тонна ҡоро йөк һәм 20,4млн тонна шыйыҡса. Каботажная, Карантинная, Практическая (Арбузная), Угольная (Хәрби), Яңы, Нефть һәм башҡа гавандәрҙе үҙ эсенә ала.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1793 йылдың йәйендә Иосиф Де Рибас Хаджабей нығытмаһы һәм уның менән йәнәш яңы порттың төҙөлөш етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Рәсәй хөкүмәте Новороссия һәм Украина продукцияһын сит илгә Ҡара диңгеҙ аша диңгеҙ юлы буйлап экспортлауға ҙур әһәмиәт бирә, шуға күрә лә портҡа нигеҙ һалына. 1794 йылда порт төҙөлөшөнә 38900 8ум, 1795 йылда - 87 мең һум аҡса тотонола.
- 1800 йылдың ғинуарында император Павел Беренсе порт төҙөлөшенә ҡала магистры ҡарамағына 250 мең һум аҡса бүлә. Порттың беренсе проектын Де Волан төҙөй.
- 1801 йылдан башлап Одесса әкренләп Ҡара диңгеҙҙең Төньяҡ яр буйы сауҙа үҙәгенә һәм Рәсәйҙең Санкт-Петербургтан ҡала төп портына әүерелә. Порттың даими ҡунаҡтары булып бөтә Урта диңгеҙҙең -француздарҙың, итальяндарҙың, гректарҙың, төрөктәрҙең,австрияның сауҙа караптары тора. Шул уҡ йылда Одессала тәүге Банкир сауҙа йорто асыла.
- 1803 йылдың ғинуарында император Александр Беренсе Указы менән Одессаның ҡала башлығы итеп (ҡалала 8500 кеше) каторик Ришельё Арман Эммануэль дю Плесси тәғәйенләнә. Портта был ваҡытта Платонов пристаны молы ғына була. Тәғәйенләнгәндән һуңике ай үтеүгә ул хөкүмәттән таможня пошлиналарын кәметеүгә өлгәшә, был шунда уҡ Одессаның һәм Ҡара диңгеҙҙең башҡа бөтә урыҫ порттарының тауар әйләнешен ҡырҡа арттырыуға булышлыҡ итте.
- 1804 йылда Одессанан 3 млн 367 мең һумлыҡ бойҙай тейәлгән 449 корабле юлға сыға, ә 1808 йылда - 6 млн һумлыҡ. Ҡалала тиҙ байыусылар күбәйә.
- 1814 йылда Ришельё ҡаланы ҡалдыра. Одессаның халҡы 35 мең кеше, порттың әйләнеше - 25 млн һум (Ҡара һәм Азов диңгеҙендәге Рәсәйҙең бөтә порттары әйләнешенең 45 млн һум дөйөм суммаһынан), 1816 йыл - Одессанан экспорт 37 млн 700 мең һум, бойҙайҙың өлөшө 33 млн һум.
- 1817 йылдың 16 апрелендә яңы ҡала башлығы Ланжерон хөкүмәттән Рәсәй территорияһында тәүге ирекле сауҙа зонаһы - порто-франко (Ирекле гавань)булдырыуға рөхсәт алыуға өлгәшә. Одессалағы порто-франко 1819 йылдың 15 авгусында асыла һәм 40 йыл йәшәй. Бөтә ҡала пошлинаһыҙ зона эсенә эләгә. Тәбиғи, шунда уҡ бик күп контрабандистар барлыҡҡа килә.
- Яңы губернатор граф Михаил Воронцов осоронда порт төҙөлөшө айырыуса ҙур ҡолас ала. 1828 йылғы Одесса төҙөлөшенең генераль планы буйынса инженер-гидротехник Фандер-Флисстың сметаһы буйынса портҡа 1 685 960 һум 69 ярым тин аҡса бүленә. Граф Воронцов Одессанан 1845 йылда китә.
- 1841 йылда Николаев бульварын порт менән 800 мең һумлыҡ ике йөҙ гранит һикәлтәле Гигант баҫҡысы тоташтыра.
- 1844 йылда Одесса ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Сауҙала бөтә рекордтар еңелә. Одесса САСШ -тың бөтә порттары бергә сығарғандан күберәк бойҙай сығара, Рәсәйҙә әйләнеш буйынса тик Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша.
- Портҡа заманса ҡиәфәт биргән һәм Практик гаванын төҙөгән ҙур масштаблы реконструкция 1850 йылдың ноябрендә тамамлана. Портта хәҙер өс гавань була. Карантинный һәм Хәрби мол төҙөлә.
- Ҡырым һуғышында 1854 йылдың 10 апрелендәге бомбардировка ваҡытында йәш прапорщик Александр Щёголев етәкселегендәге дүрт орудиенан торған батарея, ғәжәйеп батырлыҡ күрһәтеп, бөтә англо-француз эскадраһы атакаһын кире ҡағырға булдыра ала.
- 1895-1902 йылдарҙа Николаев бульварынан Гигант баҫҡысы буйлап портҡа фуникулёр проектлана һәм төҙөлә.
- "Төн, төн, төн ята бөтә ил өҫтөндә. Трактор төҙөлөшө ҡорамалдары һалынған ҡарағай йәшниктәрҙе пристангә һаҡ ҡына,бесәйҙәрсә һөйөү менән төшөрөү өсөн, Одесса портында крандар етеҙ әйләнделәр, сит ил караптарының тәрән трюмдарына ҡорос арҡандар төштө һәм яңынан боролдолар.(ХТЗ өсөн США-нан һатып алған форд ҡорамалдары)" - тип яҙа, был тормошто Остап Бендерҙың һәм уның контрагенттарының ығы-зығыһына ҡапма-ҡаршы ҡуйып, 1930йылда Илья Ильф һәм Евгений Петров "Алтын быҙау" романында
- 1937 йылдың 21 февралендә Одесса портының "Семерка" боҙватҡысы һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда ҡамауҙа ҡалған Одессаны батырҙарса обороналау 73 көн дауам итә. Порт ҡаланы һаҡлаусыларға өҫтәмә ғәскәр килтереүҙе, уларҙы ҡорал, яғыулыҡ һәм хәрби ҡорамал менән тәьмин итеүҙе еңеләйтә. Порт аша ҡала халҡы, яралылар, завод ҡорамалдары эвакуациялана. Тап диңгеҙ аша тәьмин итеү ҡамауҙа оҙайлы һәм уңышлы обороналауҙы мөмкин итте.
Командование ҡарары менән Одесса ойошҡан рәүештә ҡалдырыла. Бөтә ҡоро ер ғәскәрҙәре Севастополгә күсерелә. Күсереү диңгеҙ аша һәм юғалтыуһыҙ башҡарыла.Бөтә хәрби частәр Одесса портында кораблдәргә төндә тейәлә.
Ҡурғаулау һуғыштары ваҡытында ҡаланы һаҡлаусылар Воронцов маяғын шартлаталар. Ҡаланы уратып алған дүңгәләк тарайғанда, дошман портты алыҫҡа атыусы артиллерия менән утҡа тотоу мөмкинлеге ала, был, адмирал Азаровтың хәтирәләре буйынса, ҡурғаланған районды тәьмин итеүҙе ауырлаштыра. Маяҡ портҡа ҡарай туптан атыу өсөн бик һәйбәт ориентир булып тора.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында порт ҙур емереклектәргә дусар була[1]. «Шартлатылған һәм яндырылған порт ҡорамалдарын ... склад, пакгауздарҙы төтөн ҡапланы» — тип яҙҙы хәрби корреспондент һәм яҙыусы Вадим Собко яңы азат ителгән Одессанан.
Ярты йылдан да әҙерәк ваҡыт үтеүгә, 1944 йылдың октябрь башында, одессалыларҙың фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында порт тәүге йөктө ҡабул итеп бушата ла инде. 1945 йылда порт һуғышҡа тиклемге, 1940 йылдағы, йөк әйләнешенең яртыһына өлгәшә, ә 1946 йылда уны уҙып китә.
Пароходсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылда Ҡара диңгеҙҙә Николаев верфында төҙөлгән беренсе "Одесса" пассажир-почта пароходы (утында эшләй) барлыҡҡа килде. Ул Одесса, Евпатория һәм Ялта араһында йөрөй башлай. Бер йылдан икенсе, күмер яғыусы "Надежда" пароходы барлыҡҡа килә.
1833 йылдың 16 майында граф Воронцов ҡатнашлығында "Пароходтарҙың Ҡара диңгеҙ йәмғиәте" исемендәге акционерҙар йәмғиәте булдырыла, уның иҫәбендә барлығы өс корабль була. 1844 йылда барлыҡҡа килгән артабанғы "Пароход элемтәләре экспедицияһы" йәмғиәтенең Англиянан һатып алынған 12 пароходы була.
1846 йылдың 25 майынан Одесса менән Дунай йылға порттары араһында даими пароход бәйләнеше булдырыла.
Ниһайәт, 1857 йылдың 21 майында нигеҙ һалынған РОПиТ - Рус Пароходсылыҡ һәм Сауҙа йәмғиәте - иң билдәлеһе һәм ҡеүәтлеһе була.
Одесса порты эстакадаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең Одессалағы балалыҡ йылдарын хәтерләп, Исаак Бабель «Автобиография»һында: «Тәнәфестәрҙә беҙ портҡа эстакадаға китә торғайныҡ» тип әйтә. 1872 йылда, портта Карантин тимер юлы тармағы асылғандан һуң төҙөлгән Одесса порт стакадаһы — бөтә порт буйлап Бушатҡыстан Карантин молына тиклем һуҙылған дүрт километр оҙонлоғондағы тимер юл юлүткәргесе -үҙ осоро өсөн ҡыҙыҡлы инженер ҡоролмаһы була. Александр Грин «Автобиографик повесть» әҫәрендә: «Ерҙәге рельстәр өҫтөнән һауалағы рельстәр юлы — вагондарҙан пароходтарға икмәк һәм башҡа тауарҙар тейәүсе эстакада, бейек күпер үтә», тип яҙҙы. Эстакаданың тәғәйенләнеше Грин тарафынан абсолют теүәллек менән билдәләнгән. Тимер юл полотноһының бейек (причал кимәленән алты метр) урынлашыуы арҡаһында, иген, таш күмер һәм башҡа һибелмә йөктәр вагондарҙан үҙҙәренең ауырлығы тәьҫирендә торба һәм улаҡтар буйлап тура трюмдарға барып инә. Эстакадала ҡулланылған поездар үҙенсәлекле була. Сергей Бондарин "Үҫмерлек китабы"нда үҙенең гимназия йылдарындағы дуҫы тураһында һөйләп, уның атаһы «„кәкүк“-тә, порт эстакадаһы буйлап йүгергән, иген саңы менән ҡапланған бәләкәй паровозда эшләне», тип яҙа. Был "кәкүк"тәргә, бушатыу уңайлы булһын өсөн, төбө конус ҡиәфәтле махсус вагондар тағалар. Бигерәк тә бульварҙан ҡарағанда бәләкәй генә булып күренгән паровоздар һәм «ҡорһаҡлы» вагондар Юрий Олешаның баласаҡ хәтирәләрендә һаҡланған."Саң, төтөн эсендә ирмәк поздар, эстакада буйлап гөрһөлдәп, тегеләй-былай йөрөп торҙолар", тип яҙа ул «Бишенсе йыл» тигән үҫмерлек шиғырында. «Емерелгән тормош, йәки Оберондың иөғжизәле мөгөҙө» китабында Валентин Катаев «ғәрәп бойҙайы тейәлгән ҡыҙыл тауар вагондары елдереп йөрөгән эстакада» тип һүрәтләй. «Яңғыҙ парус ағарып күренә» повесында ул эстакаданы бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә, емерек итеп күрһәтә.
Эстакада төҙөлөшө былай була: үгеҙ тип аталған, алты ярым метр аралығындағы таяуҙарҙа урынлашҡан күпер һымағыраҡ түшәмә. Түшәмә һәм үгеҙҙәр шундай ҡалын имән таҡталарҙан, брустарҙан һәм бүрәнәләрҙән эшләнәләр, улар хатта бер үк ваҡытта ике тимер юл буйлап хәрәкәт итеүсе һәм бушатылыусы составтарҙы ла күтәрә ала. Һәр ике йөҙ метр һайын стакадаға тотош таш «тартмалар» — брандмауэрҙар киртеп ҡуялар, янғын сыҡҡан осраҡта улар уттың бөтә ағас ҡоролма буйлап таралыуына ҡамасауларға тейеш булалар.
Төҙөүселәрҙең был хәстәрлеге эстакаданы ҡотҡармай, ул порттағы 1905 йылдың июнь айындағы янғын ваҡытында, Одесса портының пакгауздары менән бер осорҙа яна. «Яңғыҙ парус ағарып күренә» повесындағы Петя Бачей 1905 йылдың йәй аҙағында «Тургенев» пароходында Одессаға ҡайтып килгәндә портта «тимер юл аша сыға торған ерҙә .. тулыһынса янып бөткән стакаданы, күмергә әйләнгән шпалдар тауын, һауала аҫылынып тороусы рельс элмәктәрен, ауған вагон тәгәрмәстәрен, бөтә был хәрәкәтһеҙ хаосты» күрә. Һуңғараҡ эстакаданы аяҡҡа баҫтыралар һәм, шул осорҙағы иң камил электрик транспортерҙар менән йыһазландыралар. Ләкин уның аҫтында элеккесә социаль тигеҙһеҙлек тарафынан бөлгөнлөк сигенә еткерелгәндәр мыжғып торалар. Был эстакада аҫтында бик күңелле хәлдәр булды, -тип әсе ирония менән хәтерләй «Рәхмәт, йөрәк» китабында Леонид Утесов, — уның буйынан-буйына бәләкәй генә өйҙәрҙә «мәскәй» тип аталыусы ашханалар урынлашҡан. Бында Одесса порты берәҙәктәре «Одессалағы алла кеүек» йәшәйҙәр… Алла кейеме — йыртыҡ парус ыштандар һәм баш һәм ҡул өсөн тишектәре булған тоҡтар. Эстакада аҫтында алла һәм даланһыҙ кеше ултыра. Алла юғарыла күрһәтелгән мода буйынса кейенгән, даланһыҙ кеше — яланғас тиерлек. Бөтәһе лә эскегә тотоноп бөтөлгән. Көҙ.
- Алла: Сирожа, һин ниңә ҡалтырайһың?
- Даланһыҙ кеше: Һыуыҡ.
- Алла: Ярай, минең дә кейергә бер нәмәм дә булмаған ваҡыттар булды"
Яҙмыштың моңһоу йылмайыуы: 1920 йылдың яғыулыҡһыҙ ҡышында Ҡара диңгеҙ елдәре үтәнән-үтә өрөп торған эстакада одессалыларҙы йылытвп тора.
- «Был көндәрҙә Одесса портындағы данлыҡлы эстакада һәләк булды. Одессалылар уның менән, опера театры, Николаев бульварындағы баҫҡыс һәм Собор майҙанындағы Папудов йорто менән ғорурланғандан кәм ғорурланманылар. Ҡалала эстакада төҙөлгән имән брустарҙың оҙонлоғо һәм ҡалынлығы тураһында легендалар сығарҙылар. Был брустар йоҡараҡ һәм хөртөрәк булған булһа, эстакада, бәлки тағы ла тиҫтәләп йыл оҙағыраҡ торор ине. Ләкин яғыулыҡҡа ҡытлыҡ йылында шундай ҡеүәтле ағас ҡоролма һәләк булмаҫҡа мөмкин түгел ине. Эстакаданы утынға быстылар» -тип яҙҙы Александр Козачинский «Йәшел фургон» повесында.
Был юлы Одесса порты эстакадаһы кире ҡайтмаҫлыҡ булып юғалды, унан тик, күперҙәр тишкеләгән, ҡасандыр унан алда һалынған тимер юл тупраҡ өйөмө генә һаҡланып ҡалды.
Пакгауздар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Одесса портында күп һанда пакгауздар булды:
- Рәсәй пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәтенең (РОПиТ), таможня ведомствоһының, Көньяҡ-көнбайыш тимер юлдарының, Ирекле флоттың (Доброфлот), Ҡара диңгеҙ-Дунай пароходсылығының, финанс Министрлығының. Улар үҙҙәренә күрә порттың күренекле урындары булдылар.
XX быуат башында ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән «ҡыҙыл пакгауздар» Одесса буйынса белешмәгә индерелә:
- «Был ғәләмәт ҙур матур ҡыҙыл йорт, тауарҙарҙы һалыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Пакгауздар техниканың һуңғы һүҙенә ярашлы ҡоролғандар, янғын йәһәтенән яҡшы хәстәрләнгәндәр һәм техник ҡулайламаларға бай.»
Валентин Катаев үҙенең ғаиләһе тураһындағы «Скуляналағы зыярат» тигән китабында, «порто-франко» осорондағы Одесса портының һүрәтләмәһен өҫтән-мөҫтән яҙғылап, пакгауздарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай:
- «Портта бик күп сит ил сауҙа караптары, анатолий фелюгалары, бригантиналар, еңел елкәнле яхталар торалар, улар араһында ҡайһы саҡ, эргә-тирәһендәге һыуҙы ҡором менән ҡаплаусы, тәгәрмәсле пароходтың ҡара торбалары күренә. Йөк ташыусылар арҡаларында тауар төргәктәре ташыйҙар һәм уларҙы пакгауздарға бушаталар».
Ваҡыт үтә, тауар әйләнеше арта, пакгауздар төҙөләләр, туҙалар һәм яңылары менән алмаштырылалар, ә йөк эшкәртеү технологияһы оҙаҡ ваҡыт элеккесә ҡала.
- «Ғәләмәт ҙур порт, донъяның иң ҙур сауҙа порттарының береһе, һәр ваҡыт караптар менән тулы булды. Караптарҙан һанһыҙ күп пакгауздарға һәм кирегә тирбәлеп торған күперҙәр буйлап йөк тейәүселәр йөрөп тора: йыртыҡ кейемдә, яланғас тиерлек, иҫерек шешмәк битле урыҫ йолҡоштары, бысраҡ сәлләле, тубыҡҡа тиклемге киң, ләкин сираҡтары тирәләй һылашып торған салбар кейгән ҡуңыр йөҙлө төрөктәр, сәстәре һәм тырнаҡтары хна менән ут ҡыҙыл кишер төҫөнә буялған мускуллы мыҡты кәүҙәле перстар»-тип А. Куприн 1906 йылда «Гамбринус» хикәйәһендә караптарҙы бушатыу күренешенең ысынбарлығын яҙа.
Пакгауздарҙың киң ҡапҡалары артындағы тынсыу ярымҡараңғылыҡта ниҙәр булғанын Одессала йәшәгән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тауарға билдә һуғыусы булып эшләргә тура килгән Александр Грин һөйләй.
- "Бына нимә ул: һәр йөктә, йәшниктә йәки тоҡта тамға йәки литер тора, мәҫәлән А-5 йәки С-К. Шул тамғалар арҡаһында төрлө ерҙән килгән йөктәр бер өйөмгә бутап һалынмайҙар, сөнки пакгауздың ишек төбөндә билдә һалыусылар тора һәм һәр йөк ташыусыны билдәһе буйынса тап килеүсе тауарҙар һалынған мөйөшкә йүнәлтеп тора"- тип аңлата китап уҡыусыларға Грин "Осраҡлы табыш" хикәйәһендә.
«Мин пакгауздарҙың хуш еҫен яраттым, бөтә нәмә: ваниль, финиктәр, ҡәһүә, сәй еҫ таратты». Порт тормошо белгесе Л.Кармен пакгауздар еҫен билдәләп үтмәй ҡалмай: «Ҡайһы саҡ, эскә ингәнеңдә, һине йөҙҙәрсә еҫ аяҡтан йыға». Ләкин, «Мурзик» хикәйәһендә, «колониаль» тауарҙарҙың еҫен иҫкә алыуҙы мотлаҡ һанаусы традицияға тоғро ҡалып, яҙыусы аяуһыҙ документаллек һәм үҙ күҙе менән күреүсе теүәллеге менән 1905 йылдың июнендә яндырылған һәм таланған пакгауздарҙы һүрәтләй:
- «Ҡомаҡ (порт берәҙәге) пакгаузға инде һәм таш бағана кеүек ҡатып ҡалды: уның түбәһе емерелгән, ә аҫтында, мөйөштәрҙең береһендәге көл өйөмөндә, ҡоторонған стихия ҡалдығы — ут киҫәге баҙнатһыҙ ғына йәшенгән. Ул иҫке портты йәлләп иланы һәм бер генә минутҡа ла иҫке порттың емереклектәре һәм үртәндеһендә яңы, йәш, ҙур порт үҫеп сығырға тейеш тип уйланманы».
«Я полюбил пряный запах пакгауза, все пахло: ваниль, финики, кофе, чай.»
Пакгауздарҙы тергеҙҙеләр, ләкин яңы Одесса порты барлыҡҡа килгәнгә тиклем бик күп йылдар үтергә, граждандар һуғышы, интервенция булырға тейеш ине әле. Интервенцияның һуңғы көндәрендә портта, Алексей Толстой тарафынан «Невзоровтың мажаралары, йәки Ибикус» повесында һоҡландырғыс итеп һүрәтләнгән ялған граф Невзоров пәйҙә була: «Семен Ивановичкә затлы тире һатыусы килде һәм портҡа барып тауарын ҡарарға тәҡдим итте. Пакгауздарҙың береһендә ҡарауылсыны табып алдылар, уға аҡса бирҙеләр, һәм ул пакгаузды ҡарарға рөхсәт итте. Ҙур буҫтау, киндер туҡыма, тире, консервалар өйөмдәре араһынан цинк менән көпләнгән өс тире һалынған йәшник табып алдылар»
Ләкин яңғыҙ авантюрист Невзоров оятһыҙ рәүештә ҡаҙна ҡаракүлдәрен һатып алып ситкә сығарһа, ә аҙаҡ сит илдә уның менән алыпһатарлыҡ итһә, француз-интервенттәре портты таланылар, бөтә караптарҙы ла алып киттеләр һәм сит ил пароход компанияларына һаттылар.
Бында аҙымдар тоноҡ,
Буш пакгуаздарҙа
Ҡомаҡтарға аҙыҡ юҡ.
Үрмәкес ауы ғына
Мөйөштәрҙе ҡаплаған.
Өнһөҙ урамдарҙа
Күгәрсендәрҙең
Күренмәй тубы.
Майҙандарҙа тынып ҡалды
Йөксөләр һөрәне.
Юҡ инде караптар...
Емереклектәр, талауҙар һәм блокада арҡаһында хәрәкәтһеҙ ҡалған порттың картинаһын 1921 йылдың яҙында Эдуард Багрицкий үҙенең моңһоу аныҡлығы менән әрнеткес итеп һүрәтләй.
Бойондороҡһоҙ Украинала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Одессаның һәр малайы беҙҙең порттың үҙенә башҡа, күптәр өсөн серле тормошо тураһында бик күп нәмә һөйләй ала. Шевченко паркының йәмле аллеялары буйлап ҡыҙырғанда, Маразлиевск, Екатерининск, Пушкин йәки Канат буйлап йөрөгәндә, һеҙ уның серле тауышын ишетерһегеҙ: буксирҙарҙың, тепловоздарҙың ҡарлыҡҡан гудогы, бушатылыусы металдың сыңлауы, тимер юл диспетчерҙарының, мәғәнәһен профессионалдар ғына аңлай торған, ҡыҫҡа мәғлүмәт-репликаһы… Приморск бульварына барып сыҡһағыҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй күренеш асыла! Үҙ ғүмерендә етерлек күргән авторҙар: Одесса порты күренешенән дә мөһабәтерәкте — йылдың һәм тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында — һеҙгә күрергә яҙмаҫ, тип белдерәләр». |
1990 йылдарҙағы экономик кризис осоронда йөк әйләнеше күләме кәмене. Одесса моряктары эште һәм бәхетте икенсе пароходсылыҡтарҙа, башлыса сит илдәрҙекендә эҙләй башланылар. 2000 йылдарҙа йөк әйләнеше артты.
Бөгөнгө көндә Одесса портында:
- 9 километрҙан ашыуыраҡ туҡтау урыны,
- яңыртып төҙөлгән диңгеҙ вокзалы һәм диңгеҙҙә тороусы ҡунаҡхана,
- йөҙөп йөрөүсе һәм порттағы йөҙләгән кран,
- порт буксирҙары һәм бер-нисә эре суднолар.
2009 йыл эсендә 34 млн тоннанан ашыу йөк эшкәртте.
-
Каботаж гаваненә хәҙерге күренеш
-
Диңгеҙ вокзалына һәм «Одесса» отелена күренеш
-
2007 йылда контейнер терминалы
-
Одесса диңгеҙ портының зданиеһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]↑ Одесса диңгеҙ порты - Ҙур совет энциклопедияһынан статья (3-сө баҫма).
↑ Одесса порты 2009 йылда генераль йөктәрҙе күсереп тейәүҙе бер сиреккә ҡыҫҡартты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горбатюк, А.; Глазырин, В. Йәш Одесса уны төҙөүселәрҙең портреттарында. О.: Весть, 1994, Optimum, 2002 (ISBN 966-7776-72-7).
- Александров, Ростислав. Әҙәби Одесса буйлап ял итеп йөрөү. О.: Весть, 1993.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Порттың рәсми сайты 2008 йыл 14 сентябрь архивланған.