Бер заман Анатолияла
Уҡыу көйләүҙәре
(Однажды в Анатолии битенән йүнәлтелде)
«Бер заман Анатолияла» (төр. Bir zamanlar Anadolu'da) — режиссёр Нури Бильге Джейлан кинофильмы, экранға 2011 йылда сыға.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наджи комиссарҙың етәкселеге аҫтында, полиция төркөмө, өс машинала Анатолия яландарында йәшерелгән ниндәйҙер Яшар мәйетен эҙләй. Уларҙы Нусрет исемле прокурор һәм Джемал исемле табип оҙата, ул үлем фактын теркәргә тейеш. Был енәйәтте Кенан эшләгән тип уйлайҙар, ул ғәйебен таный, мәйет ятҡан урынды күрһәтергә тейеш, әммә дөрөҫөн иҫләй алмай һәм төркөм бер нисә тапҡыр дөрөҫ булмаған урынға барып сыға. Яйлап төркөм ҡаланан алыҫлаша, тиҙҙән төн етә, һәм был хәл төрлө темаларға һөйләшеүгә булышлыҡ итә.
Ролдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мухаммет Узунер — Джемал исемле тәбип
- Йыламаз Эрдоған — комиссар Наджи
- Танер Бирсель — прокурор Нусрет
- Әхмәт Мюмтаз Тайлан — шофер Арап Али
- Фырат Таныш — шикләнеүсе Кенан
- Эрджан Кесать — Мукхтар рәйесе
- Демирджи Джанс — Мукхтарҙың ҡыҙы
- Эрол Эраслан — Яшар, үлтереү ҡорбаны
- Угур Арсланоглу — Тевфик
- Шафак Карай — Абидин
- Нихан Окутудж — Гөлназ, Яшар ҡыҙы
Наградалар һәм номинациялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2011 — Канн кинофестиваленең жюриһынан Гран-при.
- 2011 — Award Netpac Карловых Варах кинофестивалендә бүләк ала.
- 2011 — Манилала үткән кинофестивалдә ҡатнаша.
- 2011 — Ослола үткән «Көньяҡ фильмдары» тигән фестивальда ҡатнаша.
- 2011 — Screen Asia Awards Pacific өс премияһы: Гран-при (Озбатура Атакан Зейнеп), иң яҡшы режиссура (Бильге Джейлан Нури), иң яҡшы оператор эше (Тирьяк Гекхан); шулай уҡ иң яҡшы фильм номинацияһына һәм иң яҡшы сценарий өсөн (Эбра Джейлан, Джейлан Нури Бильге, Эрджан Кесать).
- 2012 — Дублин кинофестиваленда иң яҡшы режиссура өсөн приз.
- 2012 — Европа киноакадемия премияһына ике номинация: иң яҡшы режиссёр эше (Бильге Джейлан Нури), иң яҡшы оператор эше (Гекхан).
- 2013 — «Үҙ аллы рух» премияһына, иң яҡшы сит ил фильмы, номинацияһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20160828092148/http://www.europeanfilmacademy.org/2012.327.0.html
- ↑ 2,0 2,1 2,2 http://www.imdb.com/title/tt1827487/
- ↑ http://www.metacritic.com/movie/once-upon-a-time-in-anatolia
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/169748
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 6,0 6,1 https://web.archive.org/web/0/https://www.bfi.org.uk/films-tv-people/50c306d7d32dc
- ↑ 7,0 7,1 Lexicon of international films (нем.) — Zweitausendeins.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 http://www.imdb.com/title/tt1827487/fullcredits
- ↑ 10,0 10,1 Once Upon A Time in Anatolia (ингл.) — 1998.
- ↑ https://www.cnc.fr/professionnels/visas-et-classification/131137
- ↑ https://bechdeltest.com/view/3006/ (ингл.)
- ↑ Датская национальная фильмография
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фильм рәсми сайты 2012 йыл 15 апрель архивланған.
- «Однажды в Анатолии» (инг.) Internet Movie Database сайтында
- «Бер мәл анатолияла» сайтында Mojo Box Office