Эстәлеккә күсергә

Озеров Михаил Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеров Михаил Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1900
Тыуған урыны Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө ғилми-педагогик хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Алыҫ Көнсығыш дәүләт техник университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Озеров Михаил Яковлевич (1900-?) — совет дәүләт эшмәкәре. Алыҫ Көнсығыш дәүләт техник университеты ректоры (1937—1939), Мариуполь металлургия институты ректоры (1939—1941).

Михаил Яковлевич Озеров 1900 йылда Смоленск губернаһында тыуған. Атаһы Одесса ҡунаҡханаларының береһендә швейцар, әсәһе бүлмә хеҙмәтсеһе була.

13 йәшендә Амур тимер юлы төҙөлөшөндә эшләй башлай, унан һуң тағы бер нисә эш урыны алмаштыра — балыҡсылыҡ тармағында, вагон төҙөү мастерскойҙарында эшләй

1919 йылдан үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә, Ленинград, Польша, Украина фронттарында политработник сифатында һуғыша. Дивизия партия курстарында һәм юғары хәрби мәктәптә уҡый

1924 йылда армиянан ауырыу сәбәпле китә, бынан һуң Алыҫ Көнсығышта партия эшенә күсә. 1930 йылда ВКП(б) Үҙәк комитетынан В.В. Куйбышев исемендәге Алыҫ Көнсығыш техник институтына уҡырға ебәрелә. 1937 йылда институтты «инженер-йылылыҡ энергетигы» һөнәре буйынса тамамлай, «Главрыба» суднолар верфында мастер, аҙаҡ цех мөдире булып эшләй.

1937 йылдың авгусында Алыҫ Көнсығыш техник институтының директоры В. Л. Абрамович ҡулға алынғандан һуң партия органдары тарафынан уның алмашсыһы булып тәҡдим ителә. Юғары уҡыу йортон 1939 йылдың ғинуарына тиклем етәкләй, һуңынан был вазифанан бушатыла. 1939—1941 йылдарҙа Мариуполь металлургия институтының ректоры була.

Һуғыштан һуң караптар сәнәғәте халыҡ комиссариатында яуаплы вазифаларында эшләй. Мелитополдә немец оккупацион властары менән хеҙмәттәшлектә ғәйепләнә, әммә ғәйебе иҫбатланмай.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  • Ректоры и директора от Восточного института до Федерального университета // Трифонов-Репин, Ю. И. Альма-матер. Политехнический от Восточного института к Федеральному университету / Ю. И. Трифонов-Репин. — Владивосток, 2017. — С. 94 — 148.
  • Хисамутдинова Н. В. Подготовка инженеров на Дальнем Востоке: проблемы и решения (исторические очерки): монография. — Владивосток : Изд-во ВГУЭС, 2014. — 218 с.