Озеро ауыл Советы (Дыуан районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дыуан районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Озеро ауыл советы — Дыуан районы составында ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек  һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452532. ОКАТО коды — 80223830000. Һикәяҙ ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

2008 йылда Салауат районы, Һикәяҙ ауыл Советы, Михайловка ауыл Советы  муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[1].

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Озеро ауылы— административ үҙәк.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Һикәяҙ ауылында административ үҙәк менән, «Һикәяҙ» атамаһын һаҡлап, Һикәяҙ һәм Озеро ауыл Советтарын берләштерергә.

Озеро ауыл Советының Озеро ауылын Һикәяҙ ауыл Советы составына индерергә.
Һикәяҙ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Озеро ауыл Советын алып ташларға

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]