Округ суды бинаһы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Sight symbol black.svg архитектура ҡомартҡыһы

Иҫтәлекле урын
Округ суды бинаһы
2013 Taganrog Dom Djuricha.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Добролюбов тыҡырығы, 9-11.
Бина тибы Айырым ултырған йорт
Проект авторы А. Загоскин
Төҙөүсе Н. Т. Джурич
Төҙөлгән ваҡыты 1860 йылдар

Округ суды бинаһы — Таганрогтың үҙәк өлөшөндәге боронғо өс ҡатлы йорт. Таганрогтың архитектура һәйкәлдәрена ҡарай. Хәҙерге ваҡытта бинала Таганрог металлургия колледжы урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Округ суды йорто ХХ быуат башында

Округ суды бинаһы (Джурич йорто) Добролюбов тыҡырығы (Добролюбов ., 9-11) һәм Петровск урамы мөйөшөндә ултыра. XIX быуаттың икенсе яртыһына ҡараған архитектура һәйкәле. 1860 йылдарҙа буласаҡ ҡала башлығы сауҙагәр. Н. Т. Джурич үҙ аҡсаһына Петровск урамы, 12 адресы буйынса өс ҡатлы бина төҙөй башлай. Бинаға ҡыҙыҡһыныуын юғалтҡас, ул уны, төҙөлөп бөтмәгән килеш, Округ судына һата. Заманында бина Таганрогта беренсе өс ҡатлы йорт була.

Округ суды 1869 йылдың 30 апрелендә асыла. Судьялар Дон ғәскәрҙәре өлкәләре өйәҙҙәрендә йәшәүселәрҙең граждан һәм енәйәт эштәре менән шөғөлләнә. Суд составына рәйес, тәфтишселәр һәм урындағы халыҡ араһында абруй ҡаҙанған кешеләр араһынан ҡала Думаһы ултырыштарында йәрәбә буйынса һайланған присяжныйҙар инә.

1882 йылда суд бинаны ҡалдырып, Петровск урамына күсенә.

1920 йылда бында, Хеҙмәт һарайы була, һуңынан унда хеҙмәт биржаһы урынлаша, 1936 −1938 йылдарҙа — әҙерлек училищеһы. 1939—1941 йылдарҙа бында уҡытыусылар институты эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы тамаланғандан һуң һәм бөгөнгә тиклем бинаны металлургия техникумы (хәҙер колледж) биләй.

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Округ суды бинаһы ХХ быуат башында

Проект авторы — архитекторы А. Загоскин. Йорттоң фасады бай итеп биҙәлгән. Таганрог халҡы бинаны ҡайһы бер ваҡыт «бәләкәйләтелгән Ҡышҡы һарай» тип атай. Тыҡырыҡҡа сығыусы төп фасадты колонналар һәм сығынтылар биҙәй. Бинаның өҫкө өлөшөнә сәғәт ҡуйылған була, хәҙер унда Металлургия колледжының эмблемаһы урын алған (ТМК).

Йорт хәҙерге көнгә тиклем суд эшмәкәрлеге элементтарын һаҡлай. Оҫтаханалар урынлашҡан өлөшөндә диуарҙар ҡалын һәм үтеү урындары тар ғына. Боронғо баҫҡыс суйындан ҡойоп яһалған биҙәктәр менән биҙәлгән. Ныҡ ғәйепле тотҡондар өсөн тәғәйенләнгән тар бүлмәләр һаҡлана. Хәҙерге кабинеттарҙың күбеһе XIX быуатта тотҡондарҙы күҙәтеү өсөн камералар менән йыһазландырылған була, шулай уҡ ошо маҡсатта эшләнгән тар тәҙрәләр оҫтаханаларҙың һәм бүлмәләрҙең ишектәрендә әле лә һаҡлана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]