Октябрьский (Свердловск өлкәһе)
Ауыл | |
Октябрьское | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Шайтанка, 1941 йылға тиклем — Шайтанское |
Халҡы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Октябрьский — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Режевскийй ҡала округындағы ауыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Октябрьское — Реж ҡала округына ҡараған муниципаль берәмек составындағы ауыл. Реж ҡалаһынан көнбайышҡа табан 26-сы километрында (автотрасса буйлап 30 километрҙа), Воронин йылғаһы (Реж йылғаһының һул ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Ауыл эргәһенән, төньяҡҡа табан 4,5 километр алыҫлыҡта, Реж — Невьянск автомобиль юлы үтә, көньяҡҡа табан 7 километр алыҫлыҡта Реж йылғаһының уң яҡ ярында, Адуй йылғаһы тамағынан 2 км түбәнерәк геоморфологик һәм ботаник тәбиғи ҡомартҡы — Шайтан-Таш яр ҡаяһы урынлашҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың тәүге исеме — Шайтанка. 1750 йылдарҙа ауылд аҫылташтар сығарыу эше үҫешә. 1786 йылда А. В. Раздеришин ауылға яҡын Шайтан-Таш ҡаяһы эргәһендә, Реж йылғаһы буйында, ҡойолма (переливт) ятҡылығы асылыуы тураһында иғлан иткән. Биҙәү ташы «Шайтан ҡойолмаһы» тип аталған. 1810 йылда урындағы халыҡ, бер туған Кузнецовтар, ҡыҙыл турмалин тапҡан. 1815 йылда Мор руднигына (копи) нигеҙ һалынған. Быуат аҙағында тирә-яҡта зәңгәр яҡут (сапфир), ҡыҙыл яҡут (рубин) һәм алмас сығарылған[2].
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 5 февралендәге указы менән Свердловск өлкәһе Реж районының Шайтанское ауылы Октябрьский тип үҙгәртелгән[3].
Ильяс пәйғәмбәр сиркәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1864 йылда бер тәхетле таш сиркәүгә нигеҙ һалына һәм ул 1865 йылда Ильяс пәйғәмбәр исеме менән изгеләндерелә. Сиркәү 1935 йылда ябыла, ярым емерек хәлдә тора[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
327 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ ПЕРЕИМЕНОВАНИЕ ОТДЕЛЬНЫХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ И СЕЛЬСКИХ СОВЕТОВ // Ведомости Верховного Совета СССР. — 1941. — № 19 (8 мая).