Олбани (Джорджия)
Олбани | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1836 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Доэрти[d] |
Административ-территориаль берәмек | Доэрти[d] |
Халыҡ һаны | 77 434 кеше (2010) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 62 ± 1 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC−5[d] |
Сиктәш | Phenix City[d] |
Майҙан | 144,589215 км²[2] |
Рәсми сайт | albany.ga.us (инг.) |
![]() | |
Урындағы телефон коды | 229 |
![]() |
Олбани[3] (ингл. Albany) — АҠШ, Джорджия штатының Дауэрти округының административ үҙәге булған ҡалаһы. Ҡалаға 1836 йылда нигеҙ һалынған.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Джорджия штатының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Флинт йылғаһы ярында урынлашҡан. АҠШ халыҡ иҫәбе Бюроһы мәғлүмәттәре буйынса ҡала 144,7 км² майҙанды тәшкил итә. Ҡала диңгеҙ кимәленән 62 метр бейеклектә ята. Олбани ҡалаһының мэры — Дороти Хаббард.
Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһының 2010 йылдағы мәғлүмәттәре буйынса Олбани ҡалаһының халҡы 77 434 кеше тәшкил итә, халыҡ һаны буйынса Олбани Джорджия штатында һигеҙенсе иң ҙур ҡала булып тора[4]. Халыҡ тығыҙлығы — бер квадрат километрға 535-тән ашыу кеше. Раса составы: аҡ тәнлеләр (25,2 %); афроамерикандар (71,6 %); аҫаба американдар (0,2 %); азиаттар (0,8 %); тымыҡ океан утрауҙары кешеләре (0,1 %); башҡа раса вәкилдәре (0,9 %) һәм ике раса һәм унан да күберәк раса вәкилдәре (1,1 %). Бөтә расалар араһында латин американдар расаһы халыҡтың 2,1 процентын тәшкил итә.
Халыҡтың 27,8 проценты — 18 йәштән кесе йәштәге кешеләр; 13,0%-ы — 18 йәштән 24-кә тиклем; 27,7 % — 25 — 44 йәшлек; 19,6 % — 45-64 йәшлек, 11,3 % — 65 йәштән өлкән. Халыҡтың уртаса йәше — 31,4. Һәр 100 ҡатын-ҡыҙға 85,6 ир-ат тура килә. 18 йәштән өлкән 100 ҡатын-ҡыҙға — 116,7 ир-ат тура килә.
Йорт хужалығының уртаса килеме — $25 191; ғаиләнең уртаса килеме — $35 067. Йән башына уртаса килем— $16 117.
Йыл буйынса ҡала халҡы һанының динамикаһы:
1950 | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 2000 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|
155 31 | 890 55 | 623 72 | 059 74 | 122 78 | 939 76 | 434 77 |
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олбани ҡалаһы үҙәгенән 6 км алыҫлыҡта, көньяҡ-көнбайышта, ҙур булмаған ҡала аэропорты урынлашҡан.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рэй Чарльз — америка музыканты, соул, джаз һәм ритм-энд-блюз стилендәге музыка башҡарыусыһы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ archINFORM — 1994.
- ↑ 2016 U.S. Gazetteer Files — Бюро переписи населения США, 2016.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 б. — 210000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ Annual Estimates of the Population of Metropolitan and Micropolitan Statistical Areas:April 1, 2000 to July 1, 2007 (CBSA-EST2007-01) (CSV). 2007 Population Estimates. United States Census Bureau, Population Division (2008-03-27). 22 май 2008 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡала рәсми сайты (инг.)