Эстәлеккә күсергә

Олешков ҡомлоҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ҡомлоҡтың үҙәк өлөшө, яҙ

Але́шков ҡомлоҡтары [1], Алёшков ҡомлоҡтары [2], Нижнеднепровск ҡомлоҡтары[3] (укр. Оле́шківські піски́) — Украинаның Херсон ҡалаһынан көнсығышҡа ҡарай 30 км алыҫлыҡта ятҡан ҡомлоҡ өйөмө.

Алешков ҡомлоҡтары тоташ түгел. Ул айырымланған ете өйөмдән ғибәрәт («арен»): Кахов ( Яңы Каховка ҡалаһына көнбайыштан терәлеп ята ) , Казак лагеры (Цюрупин районы Казак лагеры ауылынан көньяҡҡа ҡарай), Цюрупин(көньяҡтан Цюрупинск ҡалаһына һыйынып ята , 2016 йылдан Алешки тип үҙгәртелгән), Виноградов (төньяҡтан Херсон өлкәһенең Виноградово ауылына терәлеп ята ), Чулаков(төньяҡтан Чулаковка ауылына килеп терәлә ), Иванов ( төньяҡтан Голопристан районы Ивановка ауылына килеп терәлә ) һәм Кинбурн (Кинбурн ярымутрауын биләй)[4].

Ҡомлоҡтар(барлыҡ арендар бергә) алып торған биләмәләрҙең дөйөм оҙонлоғо төньяҡ- көньяҡ йүнәлешендә 30-40 км һәм көнбайыш-көнсығыш йүнәлешендә 150 км тирәһендә тирбәлә .[сығанаҡ 3283  көн күрһәтелмәгән]

Хәҙер бында махсус ултыртылған ылыҫлы урман үҫә. Казак лагеры аренының диаметры 15 км самаһы булған биләмәһенә (хәрби полигон булған) генә урман ултыртылмай ҡалған.

Ике ҡомлоҡта (аренда) : Казак лагеры һәм Виноградов ҡомлоҡтарында 2010 йылда милли тәбиғәт паркы төҙөлгән «Олешковские пески».

Алешков ҡомлоҡтары Украина биләмәһендәге иң эре өйөм[5].

Күсеп йорөүсе ҡом өйөмдәренән (дюн), 5 метр бейеклеге тирәһендәге ҡом ҡалҡыулыҡтарынан (урындағы халыҡ уларҙы «кучугур» тип атай), һирәк-һаяҡ үҫемлектәрҙән тора.

Элек Казак Лагеры ауылынан көньяҡҡа ҡараған Алешков ҡомлоҡтарында хәрби полигон булған. Унда Варшава килешеүе илдәренән летчиктар бомба ташлап хәрби уйындар үткәргәндәр. Шуға ла унда фәнни эштәр үткәреү тотҡарланып тора. Унда әле булһа ла ҡомлоҡтарҙа шартлап бөтмәгән хәрби припастар табалар.

«Олешье» ултырағы XI быуаттан билдәле. Археологтар асыҡлауынса, бында япраҡлы урмандар булған(имән, саған, граб, йүкә, уҫаҡ, ҡайын).

Олешье атамаһы —«лес» (урман) һүҙенән.[сығанаҡ 4266  көн күрһәтелмәгән] Ҡаланың боронғо атамаһы ла -Олешье. Һуңғараҡ Олешки һәм Алешки (Алёшки түгел) тип тә йөрөтөлгән1928 йылда ҡаланы Цюрупинск тип үҙгәртәләр( Цюрупа, Александр Дмитриевич (1870—1928) хөрмәтенә).

Украин әҙәбиәтендә төрлө йылдарҙа Днепр түбәнендәге ҡомлоҡтарҙы «Олешківськ»,урыҫтар — Алешковские , Алёшковские, Олешковские (1950-се йылдарға тиклемге совет осорондағы эштәрҙә ), Нижнеднепровские, бик һирәк Цюрупинские тип атағандар.

Хәҙерге тороштағы Алешков ҡомлоҡтары яңыраҡ хасил була. Днепрҙың түбәнге ағымындағы бейек һыубаҫар туғайҙарын ҡом боҙлоҡ дәүеренән тупланып ҡалған.Боҙлоҡтан һуңғы, хәҙерге геологик дәүерҙә ҡомдо (эоловые отложения) даланың үҫемлектәр япмаһы нығытып тотоп торған.

XVIII — XIX быуаттарҙа бында һарыҡтарҙы алып килә башлайҙар. Тик барон Фридрих Эдуардович Фальц-Фейн, Аскания-Нова ҡурсаулығына нигеҙ һалыусы үҙе генә лә миллионлап баштан торған һарыҡ көтөүҙәре тотҡан[6]. Һөҙөмтәлә үҫемлектәр япмаһы тәүҙә һирәгәйгән, ярлыланған. Аҙаҡ урыны менән бөтөнләй юҡ итеп, ҡомлоҡтарҙы асҡан.Ә ел эрозияһы емерелеүҙе артабан көсәйткән.

1880- се йылдарҙа Олешков ҡомлоҡтарын өйрәнеүсе Павел Андреевич Костычев әйтеүенсә, унан йөҙ йыл элек кенә ҡомлоҡтар үҫемлектәр япмаһы менән тоташлай ҡапланған булған.Урыны менән ағастар ҙа булған.

Климат үҙгәреүҙән ҡомлоҡтар асылған тигән фекерҙең бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ, тип һанай ул. «Тик көслө итеп мал көтөү генә ҡомлоҡтарҙы тотоп тороу мөмкинлеген юҡҡа сығара һәм уларға юл аса.»[7]

1837 йылда сыҡҡан « Журнал общеполезных сведений» тигән баҫмала ошондай мәғлүмәттәр бирә: Днепрҙың түбәнге ағымында 1802 йылда 5000 га урман булһа, 1832 йылда ул бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыҡҡан.[8]

География, климат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡомлоҡтарҙы нығытыу буйынса тәжрибәләр XVIII быуат аҙағынан башлана. Тик был эштәр 1830—1840 йылдарҙа ғына киң ҡолас ала башлай.

Был эшкә финанс министры граф [[Канкрин, Егор Францевич Канкриндың урман үҫтереү эштәрен әүҙемләштереүе һәм Алешков урмансылыҡ хужалығы булдырыу башланғыс бирә .[8]

Ерҙе бүлеү һәм крәҫтиәндәргә таратыу (1859—1890 йй. ) дәүере урмандар өсөн һәләкәт алып килә. Ҡомлоҡтар барлыҡҡа килеү тағы ла көсәйә. Тергеҙеү эштәре 1920-сы йылдарҙа ғына киренән башлана. Был эштәр менән фән доктоы Лукьян Григориевич Ткачук( 1905—1970) етәкселек итә. [1] 2012 йыл 25 май архивланған..

Әлеге көндә ҡомлоҡтарҙы дөйөм майҙаны 1 мең км² булған урман тотоп тора ( сама менән ҡомлоҡ майҙанының яртыһы тиерлек ерҙе биләй) . Төбәктә Украина Фәнни тикшеренеү институтының (УкрНИИ) Дала филиалы эшләй.

Алешков ҡомлоҡтарының үҙ майҙаны 161 200 га (1612 км²) булһа ла, айырып торған (ҡомо булмаған) аралыҡтар менән — 210 000 га (2100 км²) етә.

Алешков ҡомлоҡтарын сүллек тип атап булмай. Температура режимы һәм яуым-төшөм миҡдары буйынса уны ҡоро дала тип була. Шулай ҙа, йәй көндәре ҡом Цельсий буйынса 75 градусҡа тиклем ҡыҙа. Түбәнге днепр арендарында ҡом өҫтәндәге максималь температура 77 °C еткән саҡ булған[9].

Ҡомлоҡтар өҫтөндә һауа тиҙерәк ҡыҙа, һауаның дымлылығы кәмей. Шуға ла, ямғыр тамсылары тиҙ генә кире парға оса. Ямғырҙар Херсондың (Днепрҙың икенсе яғы) үҙендәгенә ҡарағанда көсһөҙөрәк була. Ҡомлоҡтарҙы урман тотоп торған хәлдә лә, ел менән бергә ҡом яҡын тирәләге ултыраҡ ерҙәргә килеп еткеләй.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 0,7 1,9 6,2 14,8 21,3 25,9 28,5 28,0 22,7 15,4 8,2 3,8 14,8
Уртаса температура, °C −2,4 −1,4 2,4 9,9 15,9 20,2 22,6 22,0 16,9 10,5 4,8 1,0 10,2
Уртаса минимум, °C −5,5 −4,6 −1,4 4,9 10,5 14,5 16,7 15,9 11,0 5,6 1,4 −1,9 5,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 31 29 24 31 38 44 49 34 40 29 34 36 419
Сығанаҡ: Climate Data

Ҡомлоҡтарға ағас ултыртыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуатта ҡомлоҡтарҙың баҫып килеүенә ҡаршы әүҙем көрәш башлана. Яһалма урмандар ултыртыу башлана. Революцияға тиклем был эш үҙағыш менән крәҫтиәндәр аша ғына башҡарылһа(шелюга), совет осоронда Алешков ҡомлоҡтарында ҡомлоҡтарға ағас ултыртыу буйынса Нижнеднепровск фәнни-тикшеренеү станцияһы (урман хужалығы һәм агролесомелиорация буйынса Украина фәнни-тикшеренеү институтына ҡарай ), бер нисә урман хужалығы шөғәлләнә.

1953—1973 йылдарҙа Виноградов, Владимир Николаевич (урман белгесе ) етәкселегендә күпләп ағастар ултыртыла . Аралатып баҡсалар һәм виноградлыҡтар булдырыла. Хәҙер унда ҡарағай, аҡ акация, ҡайын һәм башҡа ағастар үҫеп ултыра. Шулай итеп, ҡомлоҡтарҙың баҫып барыуы туҡтатыла.

Төп хәүеф - урман биләгән майҙандың кәмеүе. Быға янғындар, ултыртылған ағастарҙың тәбиғи үлеме, үҙ алдына үрсей алмауы , ағастарҙы ҡырҡыу сәбәпсе.[8]. Икенсе яҡтан, төҙөлөш өсөн ҡомдың ҡулланылыуы, ауыл хужалағы объекттары төҙөү грунт һыуҙарының түбәнәйеүенә һәм бысраныуына килтерә. Урындағы халыҡ эсәр һыуҙан мәхрүм ҡалыуы мөмкин. Булған урмандың да юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин.[10].

  • Словиньский национальный парк (Польша)
  • Пустыня штата Мэн (США)
  • Табернас (пустыня)
  1. Боднарский М. С. Словарь географических названий / под ред. В. П. Тихомирова. — 2-е изд. — М.: «Учпедгиз», 1958. — С. 15. — 392 с. — 40 000 экз.
  2. Географическая энциклопедия
  3. Атлас Украинской ССР и Молдавской ССР / Ответственные редакторы А. Г. Малышенко, С. Л. Цокало. — М.: Главное управление геодезии и картографии при Совете министров СССР, 1983. — С. 35. — 23 000 экз.
  4. ОЛЕШКОВСКИЕ ПЕСКИ: ПРИРОДНОЕ ОБРАЗОВАНИЕ. КАК ОНИ ПОЯВИЛИСЬ? 2015 йыл 25 май архивланған.
  5. Иногда Алешковские пески называют самой большой пустыней (или песчаным массивом) Европы (например, статья Самая большая в Европе пустыня, или Абсолютно скучное место 2014 йыл 2 ғинуар архивланған.), однако это является заблуждением, так как Алешковские пески не являются пустыней и в Европе есть расположенные в сухостепной природной зоне песчаные массивы (Арчединско-Донские пески в Волгоградской области, Россия, между городами Серафимович и Фролово и Цимлянские пески на территории Ростовской и Волгоградской областей), которые больше по площади. Кроме того, крупнейшим песчаным массивом и пустыней Европы является пустыня Рын-пески (находится в европейской части Казахстана и России), которая по площади примерно в 20 раз превышает Алешковские пески (см. в БСЭ статью «Рын-пески»).
  6. Чивилихин Владимир, Поющие пески 2010 йыл 10 ғинуар архивланған.
  7. Берг Л. С. Климат и жизнь
  8. 8,0 8,1 8,2 Попков М., Полякова Л. Сосняки на песчаных аренах нижнеднепровья: история, проблемы, перспективы (PDF) 2012 йыл 7 июнь архивланған.
  9. Т.И. Котенко, О.Ю. Уманец, З.В. Селюнина. Природный комплекс Казачьелагерской арены Нижнеднепровских песков и проблемы его сохранения.
  10. Рябцев М. П. Богатство, которое нужно сохранить 2016 йыл 11 март архивланған.