Эстәлеккә күсергә

Олешко Валентина Иосифовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олешко Валентина Иосифовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1924
Тыуған урыны Плотава[d], Алейский район[d], Змеиногорский уезд[d], Алтайская губерния[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө март 1943
Вафат булған урыны Гатчинский округ[d], Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Һөнәр төрө разведчик
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Олешко Валентина Иосифовна (1924(1924)1943) — совет разведчицаһы, үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Олешко Валентина Иосифовна 1924 йылда Алтай губернаһы Алейск районы Плотаво ауылында тыуа. Алейсктың 1-се мәктәбендә, һуңынан, 1938 йылдан, 2-се мәктәптә белем ала.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, разведка әҙерлеген үтә һәм Ленинград фронтының разведка бүлеге уны бер нисә тапҡыр фронт линияһы аша сығара. 1942 йылдың авгусында уны биш парашютсы-разведчик төркөмө етәксеһе итеп немецтар ҡамауында булған Ленинград өлкәһенең Гатчина районына ебәрәләр.

Ергә төшөү менән барыһы ла ҡулға алына һәм Ламповолағы 18-се немец армияһының Абвер контрразведкаһына килтереләләр. Совет разведчиктарын дошмандар вербовкаларға тырыша. Разведчиктар, үҙ сиратында, контрразведка начальнигы майор Вакербардтың Ленинградтағы агентура исемлеге булған папканы урларға, уның ярҙамсыларын юҡ итергә, ә үҙен Дружносельелағы 18-се армия командующийына докладҡа барғанда урман юлында тере килеш ҡулға алырға ҡарар итә. Һуңынан ҡулға алынған Вакербадты рация аша саҡыртылған совет самолетына алып барырға һәм фронт линияһы аша сығарырға планлаштыралар. Операция 1943 йылдың 5 мартына тәғәйенләнә. Нарвала йәшерен фатирҙа эшләгән совет разведчицаһы-радисткаһы менән бәйләнеш булдырыла, хәрби әсирҙәрҙән ҡулға алыу төркөмө төҙөлә, урманда самолетҡа ултырыр майҙансыҡ билдәләнә. Әммә планды немецтарға совет әсирҙәренең береһе һата. Олешко һәм башҡа разведчиктарҙы аталар.

1973 йылға тиклем Валентина Олешконың яҙмышы билдәһеҙ була һәм уны дошмандар яғына күскәндер тип шикләнәләр. Уның һәләк булыуы тураһында «Известия» гәзите журналисы Борис Гусев яҙып сыға. Фронтҡа оҙатылғанға тиклем В. Олешко йәшәгән йорт әлегәсә һаҡлана. Ул Алтай крайының Алейск ҡалаһында Балицкий тыҡырығында урынлашҡан. Йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. В. Олешко исеме Алейск ҡалаһы урамдарының береһенә бирелгән.

1975 йылдың 2 ноябрендә Ҡырым астрофизика обсерваторияһы астрономы, сығышы менән Алтайҙан булған Тамара Смирнова астероид аса һәм уны уның разведчица хөрмәтенә Олешко (2438) тип атай.