Эстәлеккә күсергә

Олимп-2

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олимп-2
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсем
Спорт төрө футбол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Хужаһы Ростов өлкәһе
Рәсми асылыу датаһы 1930
Обитатель Ростов футбол клубы
Һыйым 15 840
Карта
 Олимп-2 Викимилектә

«Олимп-2»Дондағы Ростов ҡалаһындағы 15 840 кеше һыйҙырышлы стадион, «Ростов» футбол клубының элекке үҙ стадионы (2018 йылға тиклем). 1930 йылда «Ростсельмаш» машиналар төҙөү заводының яуаплылығы аҫтындағы спорт ҡоролмаһы булараҡ төҙөлә. Күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡоролған (һуңғы тапҡыр 2009 йылда).

  • «Ростсельмаш» заводы стадионы (1930—1996)
  • «Ростсельмаш» (1997—2002)
  • «XXI быуат Олимпы» (2002—2006)
  • «Олимп-2» (2007)
Футбол клубынынң уйыны алдынан стадион. Ростов мадрид Атлетико клубына ҡаршы чемпиондар Лигаһында (2016)

«Ростсельмаш» заводы стадионы 1930 йылдарҙа төҙөлә. 1958—1970 йылдарҙа унда икенсе ростов клубы — СКА уйнай. 1950 йылдарҙа стадион ҙурлығы буйынса СССР-ҙа туғыҙынсы була: уның һыйҙырышлығы ике ҡатлы ярустар арҡаһында 32 000 кешегә тигеҙ була. Һуңынан икенсе ярус һүтеп алына.

2000 йылда, көнбайыштағы трибуна киңәйтелеп яланға яҡынайтылғас, стадион тик футбол яланы булараҡ ҡына файҙаланыла. 2001 йылда яңы яҡтыртыу мачталары ҡуйыла. 2009 йылда көньяҡ трибунаны төҙөү тамамлана[1]. 2010 йылда стадионда яңы видеотабло ҡуйыла.

2016 йылдың апреленә ҡарата стадиондың дүрт трибунаһы дүрт төрлө хужаға ҡарай[2].

2018 йылда донъя чемпионатында күнекмәләр майҙансығы булараҡ ҡулланылғас, төньяҡ трибуна реконструкцияланасаҡ. Реконструкциянан һуң футбол яланы тамашасыларға яҡыныраҡ була[3].

Стадиондың төп характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Көнбайыш трибуна
  • Ялан күләме — 105×м 68
  • Һыйҙырышлығы — 840 кеше 15
  • Үлән япмаһы — тәбиғи
  • Ҡунаҡтар секторы һыйҙырышлығы: дәғүәсе команданың яҙма ғаризаһы буйынса — 1548 урынға тиклем (реконструкция ваҡытында стадиондың һыйҙырышлығынан 10 %); унан башҡа — 265 урын.
  • ТВ -урын һаны — 6
  • Комментаторҙар урыны — 6
  • Матбуғат урыны — 50 урын
  • Яҡтыртылыу — 3 яҡтыртыу режимы: люкс 800, 1000 люкс, 1200 люкс.
  • Видеотабло: дисплей системаһы — 10×9 м
  • Кассалар һаны — 8
  • Күҙәтеү камералары — 42

Стадиондың исеме үҙгәреүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылда «Ростов» футбол клубын тәмәке эшҡыуары Иван Саввиди тарафынан һатылыу менән бәйле, ә стадиондың «Дон табагы» исеме компанияның продукцияһы менән ассоциациялашҡас, стадионды «Олимп-2» тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2008 йылдың мартында стадионға көйәрмәндәр араһында иң яҡшы исемгә конкурс иғлан ителә[4].

2010 Рәсәй Кубогы финалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 16 майында стадионда футбол буйынса 2010 Рәсәй кубогының финал уйындары үтә. Ростов матчы Мәскәү төбәге ситтәрендә тарихта беренсе тапҡыр финалда була[5] Финалға әҙерлек барышында стадионда 600 VIP-урынға тиклем арта.