Эстәлеккә күсергә

Олотау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Олотау  — (рус. Улутау) Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы тау, Тирмәнйылға ауылы, Ишембай ҡалаһының "Нефтсе" ҡасабаһынан көньяҡ- көнбайыштараҡ урынлашҡан[1]. .

Тауҙың бейеклеге 360 м тирәһе. Тауҙа башлыса имән ағасы үҫә. Тау бик текә, түбәһендә ағастар юҡ. Тау ошо тирәләге башҡа тауҙар кеүек үк ҡомташ ултырмалары, алевролит, рифей һәүерташтарынан тора[1].

Унан алыҫ түгел Ташлығыртау, Ҡыҙылтау, Әтәстау урынлашҡан.

Башҡорттарҙа борондан һаҡланып ҡалған йола буйынса, йыл һайын май башында яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар йылдың яҡшы килеүен теләп, Олотау башына артыла. Халыҡта был йола "Тауға сығыу" тип атала ("Ҡарға бутҡаһы", "Кәкүк сәйе" һәм башҡалар). Балалар күңелле уйындар уйнай, ҡоштар, үҫемлек донъяһы менән таныша. Иң аҙаҡта ҡоштарға күстәнәс таратыла, тауҙан балалр уҙышып йомортҡа тәгәрәтә.

Тауҙан Ергәнтау һәм Салауат ҡалаһы күренеп тора. Тауҙан йыраҡ түгел туристик базалар һәм йәйге ял лагерҙары, "Чайка" санаторий-профилакторийы, Тирмәнйылға быуаһы урынлашҡан.

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олотауҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡылған, ер еләге, һары һәм күк умырзая, гөлйемеш ҡыуаҡтары үҫә.

  1. 1,0 1,1 Тирмен-Елга, село // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 543. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.