Ағиҙел (йылға)
Ағиҙел | |
---|---|
Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1430 км |
Бассейн | 142 000 км² |
Һыу сығымы | 950 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Ирәмәл, Көньяҡ Урал |
· Координаталар | 54°32′20″ с. ш. 59°02′58″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы |
· Координаталар | 54°32′20″ с. ш. 59°02′59″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 55°53′14″ с. ш. 53°36′14″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200112111100016731 |
Ағиҙел Викимилектә |
Ағиҙел ((тыңлау) ; шулай уҡ Иҙел[1]; рус. Белая) — Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Урал тауы итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майҙаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәл тауы тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
- уң яҡтан: Нөгөш, Эҫем, Ҡариҙел, Бөрө, Тере Танып;
- һул яҡтан: Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн.
Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.
Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.
Гидроним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.
Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан "Ҙур һыҙма китабы"нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Сәлимйән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балков В. А. Ағиҙел (йылға) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |