Оло Тағанай
Оло Таганай | |
---|---|
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 758 метр |
Урынлашыуы | |
55°15′35″ с. ш. 59°47′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Оло Тағанай | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 758 метр |
Оло Тағанай — Тағанай тау үҙәгендә(төйөнөндә) төп тау һырты.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Тағанай «Тағанай». милли паркы биләмәһенә инә. Златоусттан 5-6 км йыраҡлыҡта башлана, ҡаланың ситенән төньяҡ-төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.
Дөйөм оҙонлоғо 20 км-ҙан артыҡ. Көньяҡ-көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай һуҙылып ята.
Иң юғары нөктәһе — Йомротау (Круглица) (1178 м).
Оло Тағанай ике тау һыҙатынан ғибәрәт:
- көньяҡ һыҙат өс түбә теҙмәһенән тора: Ике башлы тау (Двуглавая сопка), Шаңдау Һырт ( Откликной Гребень) һәм Йомротау (Круглица),
- шулай уҡ төньяҡ һыҙат — Алыҫ Тағанай тауы (Дальний Таганай)..
Ике тауҙы Ҙур ҡулауыҡ ( Большой лог) тип аталған киң генә үҙән айырып тора. Оло Тағанайҙан төньяҡтараҡ Йөрмә һырты, көнсығышта —Елсел (тау) һырты, Урта һәм Кесе Тағанай, көнбайыштараҡ Нәзмин һырты урынлашҡан.
XIX быуаттан башлап, «Тағанай» топонимын төрки телдәрендәге "таған" һәм "ай" һүҙҙәре менән бәйләйҙәр «Ай (өсөн) аҫлыҡ — Таған-Ай». Атаманың килеп сығышы[2] тураһында башҡа фараздар ҙа бар.
Ике башлы тау(Двуглавая сопка)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике башлы тау(Двуглавая сопка) Златоустан 7 км йыраҡлыҡта ята. Тауға был атаманы XX быуат башында үҙенсәлекле күренешенә ҡарап географ-тикшеренеүсе В.Н. Сементовский биргән.Әммә урындағы халыҡ уны үҙҙәренсә Тағанай йәки Яҡын Тағанай тип йөрөтә.
Тауҙың көньяҡ башы (1034 м) урта быуат ҡәлғәһенә оҡшаған дәү ҡая.Күп һанлы үрә торған таш диуарына, осло ҡырҙарына ҡарап сәйәхәтселәр уны Ҡауырһындар (Перья), шулай уҡ Скалодром тип атама биргәндәр.
Уның көнсығыш битләүендә, диңгеҙ кимәленән 690 м бейеклектә киң билдәле Аҡ шишмә (Белый ключ) ағып сыға. Атамаһы шишмә төбөндәге ап-аҡ кварцитҡа бәйләнгән.Аяҙ көндәрҙә шишмә төбө яҡты нур һибеп ята. Һыуы һалҡын (температураһы 4°С-тан юғары күтәрелмәй), үтә күренмәле һәм шундай йомшаҡ, составында минераль тоҙҙар бөтөнләй юҡ.Шишмәнең һыуы шифалы.
Тауҙың төньяҡ башы (1041 м) — осло ҡырҙары бөтөнләй юҡ тиерлек түңәрәк түбәле ҡая. Шуға рельефына ҡарап был тауға Тәҡә маңлайы( Бараньи лбы) тип атағандар.
Йомротау(Круглица)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тағанай һыртының иң серле түбәһе – Йомротау (Круглица). Элек халыҡ араһында төрки халыҡтарының конус формаһындағы баш кейеменә оҡшатып Тағанай һыртының был түбәһен Башҡорт кәпәсе (Башкирская Шапка) тип атап йөрөткәндәр.
Шулай уҡ Йомротау(Круглица) – Тағанай һыртының иң бейек нөктәһе лә. Түбәһенең төньяҡ өлөшө ҙур ғына тигеҙ майҙандан ғибәрәк.Уфологтар был урынды сит планета космодромы тип һанай. Сөнки Йомротау(Круглица) башында йыш ҡына нурҙары балҡып торған сфера формаһында объекттарҙы, утлы бағаналарҙы, ҡойонға оҡшаған күренештәрҙе күҙәтәләр.
Шаңдау Һырт ( Откликной Гребень)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаңдау Һырттың ( Откликной Гребень) бейеклеге 1155 метр. Был тау аждаһа һыҙаттарына оҡшаған тышҡы күренеше менән үҙенсәлекле.
Түбәһе — километрға тиерлек һуҙылған ҡая бастионы. Өҫтөндә бейеклеге 155 метрға еткән ҡалдыҡ ҡаялар китә.
Ҡарап торһаң, урманда дәү бер аждаһа йоҡоға талған һымаҡ тойола. Шыршыларҙың өҫтөнән уның арҡаһы ҡалҡып тора. Яҡыныраҡ килһәң башы, тәпәйҙәре, ҡойроғо ла күренә. Һәүерташтарҙан торған арҡаһы бәлләүер таш(слюда), ставролит, ҡара турмалин, гранат, кианит һәм башҡа минералдар йыйылмаһынан тора.Кварцит ҡатламдарында гәлсәр юлаҡтарынан һәм алһыу кварцтан торған ҙур бушлыҡтар осрай.
Шаңдау Һырт тип аталыуы үрә торған көнсығыш диуарынан (стенаһынан) тауыштың ҡат-ҡат яңғырап ҡайтауаз барлыҡҡа килтереүенә бәйләнгән.
Был атамаға бәйле риүәйәт тә бар.Имеш, ҡасандыр бында балаларға ла, ололарға ла аяу белмәгән дәү бер йыртҡыс януар йәшәгән.Бер мәл үтеп барыусы дәрүиш был януарҙың юлына ҡаршы төшкән.Ул Аллаһҡа ярҙам һорап доға ҡылған, был әфәттән халыҡты ҡотҡарыуын үтенгән. Аллаһ януарҙы ҙур таш киҫәгенә әүерелдергән, әммә кешеләргә иҫкәртеү булһын тип яман тауышын ҡалдырған. Ҡайтауаз бигерәк тә бастионға төньяҡ-көнбайыштан һырылып торған Шайтан яйлаһында (Плато Дьявола) көслө яңғырай. Әйтеүҙәренсә, бында өндәшкән һүҙ 12 тапҡырға ҡабатланып ҡайта икән.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ бар.