Оло Ҡалыу
Оло Ҡалыу | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оло Ҡалыу (рус. Большой Калу) — Башҡортостан Республикаһының көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығышында, Ишембай һәм Белорет райондарындағы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау һырты.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау һырты Оло Шешәнәк һәм Кесе Шешәнәк йылғаларының араһында, Ишембай районы Кәбәс ауылы киңлегенән алып Нөгөш йылғаһының уң яры буйлап Ишембай һәм Бөрйән райондары аша, Яланайры йылғаһы тамағы киңлегенә тиклем меридиан йүнәлешендә һуҙылған.
Һырт 3 өлөштән тора:
— Көньяҡ түбән өлөшө даими һәм ваҡытлыса һыу ағымдарының тар үҙәктәре менән киҫкеләнгән. Бында 791 м бейеклектәге өҫтәл рәүешендәге түбә урынлашҡан.
— Үҙәк өлөшө бейек текә битләүле, бейеклектәре 779 метр, 821 м һәм 816 м булған өс сусаҡ һымаҡ сығып торған түбәләре бар. Иң бейек нөктәһе – 823 м, үҙәк өлөшөндә, Ҡолғона ауылынан 9 км төньяҡ-көнсығышта. Ҡалған түбәләре: Баля (791 м), Аҡҡор (787 м).
— Төньяҡ өлөшө яҫы таулыҡ, бейеклеге 812 м булған түбәһе бар.
Һырттың дөйөм оҙонлоғо — 30 км, киңлеге — 4 км, бейеклеге 821 м.
Көнбайыш битләүҙәренән 15 йылға — Оло Шешәнәк йылғаһының ҡушылдыҡтары ағып сыға[2]. Үҙәк өлөшөндә Стәрлетамаҡ – Белорет арба юлы менән киҫешә (пер. 694 м). Һил урын, халыҡ аҙ йәшәгән төбәк[3].
Ландшафтары һоро урман тупрағынындағы, кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡатнаш урмандарҙан (йүкә, имән, саған) тора, һырттың текә битләүҙәрендә ҡарағайҙар үҫә. Һырттың көньяҡ өлөшө «Алтын Солоҡ» заказнигында урынлашҡан.
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырт өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан һәм һәүерташтарынан тора[2].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климат бында континенталь. Ҡыш (ноябрь уртаһы — март) — оҙайлы, ҡаты. преобладают ясные солнечные дни. Яҙ (апрель — май) һалҡын, ҡыраулы. Ҡар ҡатламы апрель урталарында бөтә, ҡайһы бер йылдарҙа май башына тиклем һаҡлана. Йәй (июль — август) уртаса йылы. Июлдә уртаса температура 19º (максималь 34º). Көҙ (сентябрь — ноябрҙең беренсе яртыһы) һалҡын, көслө елле, ямғырлы[4].