Оло Ҡушым
| Оло Ҡушым | |
| Ҡайҙа ҡоя | Оло Ырғыҙ |
|---|---|
| Ҡушылдыҡ | Миусс |
| Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
| Бассейн майҙаны | 1800 км² |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Һарытау өлкәһе |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 16 метр |
| Оҙонлоҡ | 107 km |
Оло Ҡушым - (рус. Большой Кушум), үрге ағымында Ҡушым - Волга аръяғындағы йылға, Оло Ырғыҙ йылғаһының һул ҡушылдығы [2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға Һарытау өлкәһенең Ершовский һәм Балак райондары аша аға. Йылғаның оҙонлоғо — 107 км, һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 1800 км²[3].
Оло Ҡушым Ершовский районының төньяғындағы Ҡушым ярлауында баш ала. Оло Ҡушым ауылы янында Оло Ырғыҙ йылғаһының һул яғына барып ҡоя.
Төп ҡушылдыҡтары: уңдан — Пеньков Дол, һулдан — Полуденка, Миусс.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге ағымында йырҙаһы бик бормалы. Бөгөлдәрендә ҙур булмаған һыубаҫар урмандар бар.
Ярында билдәле «Чапаевский» бальнеологик шифаханаһы урынлашҡан (элек "Столыпин минераль һыуҙары" тип аталған).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Ырғыҙ йылғаһы, Сулак һыуһаҡлағысы башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001712112100010143[3].
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112101009
- Бассейн коды — 11.01.00.016
- ГӨ буйынса томы — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 12. Нижнее Поволжье и Западный Казахстан. Вып. 1. Нижнее Поволжье / под ред. О. М. Зубченко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 287 с.
- 1 2 «Река Большой Кушум (Кушум)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- 1 2 РФ һыу реестры: Оло Ҡалыш лак.
