Эстәлеккә күсергә

Он тартыу сәнәғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Он тартыу сәнәғәте
Рәсем
Продукция он
 Он тартыу сәнәғәте Викимилектә
7,2 метр диаметр тәгәрмәсле һыу тирмәне (Германия)
Он тартыу ташы

Он тартыу, ярма һәм ҡатнаш аҙығы сәнәғәте — иген культуралары аҙығын әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса сәнәғәт тармағы. Он етештереү техникаһы тәүтормош кешеләренең примитив ҡоралдарынан механизацияланған он тартыу тирмәндәренә тиклем үҫеш юлын үткән. .Боронғо ваҡытта игенде тарттырыу өсөн игенҡырғыс һәм киле, һуңынан тирмән ташы ҡулланылған, уларҙы ҡул менән әйләндергәндәр. Техника үҫеше менән һыу тирмәндәрендә һыу тәгәрмәстәрен ҡуллана башлағандар. Урта быуаттарҙа ел тирмәндәре төҙөлә башлай, унда ла тарттырыу ҡоролмаһы булып тирмән ташы ҡулланыла. Уларҙың конструкцияларын камиллаштырыу менән иген эшкәртеү ҙә яҡшыра. Он етештереү тирмәндәренең үҫешенә һәм камиллаштырыуына Иген эшкәртеү конструкцияһын камиллаштырыуға пар машинаһын уйлап табыу бик ныҡ булышлыҡ итә. XIX быуат башында пар двигателдәр менән йыһазландырған тирмәндәр барлыҡҡа килә.

Етештереү процесы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге тирмәндәрҙә игенде ҡабул итеү автомобиль, тимер юлы һәм һыу транспортынан механик һәм пневматик ҡоролмалар менән башҡарыла. Иген элеваторҙа уның төрөнә ((ҡаты бойҙай сорты, бойҙайҙың йомшаҡ сорты, арыш, һоло) урынлаштырыла, сифат күрһәткестәренә (дымлылыҡ, елемсә) бәйле башҡарыла; шулай уҡ бойҙай игене өсөн кластар буйынса бүленеш бара (юғары, беренсе, икенсе, өсөнсө, дүртенсе, бишенсе класс, ваҡ иген). Иген ҡоротҡостары менән ағыуланған ашлыҡ айырым һаҡлана.

Он итеп тартыуға игенде таҙартыу бүлегендә таҙарталар. Бында сепараторҙар, триерҙар һәм магнит аппараттары ярҙамында игенде ҡушылмаларҙан таҙарталар; обой машиналарында — ҡоро, йәки йыуыу машиналарында епшек ысул менән игенде тыш яғынан таҙарталар; игенде һыу һәм йылы ярҙамында эшкәртәләр һәм тартыу өсөн айырым әҙерләнгән ашлыҡ төрҙәрен үҙ-ара бутайҙар. Төрлө баҫыуҙарҙан төрлө сифатлы иген килтереүенә ҡарамаҫтан, он ҡәтғи бер сортлы булырға тейеш. Шуға күрә төрлө сортлы игенде бергә ҡушып тартыу бик ҡатмарлы мәсьәләгә әйләнә. Эш шунда: үтә юғары сифатлы он (ҡайһы бер иген сифаты күрһәткестәре буйынса) ҡайһы бер бешереү төрҙәре өсөн бармай һәм, киреһенсә, түбән сифатлы (ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса) ондан да икмәк һәйбәт икәмәк килеп сыҡмай.

Онтау бүлегендә сортҡа бүлеү өсөн иген өс төп операция аша үтә: : беренсел ярмаға ярыу, килеп сыҡҡан ярмаларҙы байытыу; байытылған ярманы онға ваҡлау. Бойҙаҙы махсус станокта ваҡлайҙар, улар менән бер үк ваҡытта иләү машиналары эшләп тора, улар ваҡланған бойҙаҙы эрелеге һәм сифаты буйынса сорттарға айыралар. Байытҡандан һәм ваҡлағандан һуң ярмананунан да вағыраҡ аҙыҡ барлыҡҡа килә — дунст, һуңынан килеп сыҡҡан дунст онға әйләндерелә. Ашлыҡтың бындай тарттырыу ысулы игендән эндоспермдан азат булған мөмкин тиклем күберәк он сығарырға мөмкинлек бирә. Килеп сыҡҡан он һуғыу бүлексәһендә тоҡтарға тултырыла һәм автоматик рәүештә үлсәнә. Етештереү процесында яҡынса 30 төрлө типтағы машина ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта уртаса ҡеүәтле предприятиела элеваторға ҡабул иткәндән алып он рәүешендә сығарылғанға тиклем иген 5 километрлыҡ юл үтә.

Характеристикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заманса тирмәндәр элеккегә ҡарағанда электр яғынан тәьмин итеү менән айырыла (бер эшсегә 8-10 кВт тура килә). Етештереү процесы механизацияланған һәм туҡтауһыҙ рәүештә ойошторолған. Дөйөм энергия етештереү сығымдары он тартыу тирмәндәрерндә йылына бер нисә тиҫтә миллион кВт·сәғәткә етә. Заманса тирмәндәр иген һәм аҙыҡтарҙы ташыу өсөн пневматик транспорт менән тулыһынса йыһазландырылған. Онло кейем кейгән тирмәнсе фигураһы тарихта ҡалды, әммә был ондо экономлау йәки таҙалыҡ тотоу менән бәйле түгел. Тәүге сәнәғәт предприятиеларында күләмле шартлау ҡурҡынысы янаған. Хәҙерге тирмәндәрҙә шартлау йәһәтенән зыянһыҙ ҡоролмалар ғына ҡулланыла.

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.