Эстәлеккә күсергә

Орлёнок (парк, Воронеж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орлёнок
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Карта
 Орлёнок Викимилектә

Файл:Памятник Орлёнку (Воронеж).jpg
Орленок һәйкәле (скульпторҙар И. П. Дикунов һәм Э. Н. Пак)

Орленок паркы — Воронеж ҡалаһындағы мәҙәниәт һәм ял паркы. Парк ҡаланың Үҙәк районында, Студенттар, Феоктистов, Чайковский, Фридрих Энгельс урамдары барлыҡҡа килтергән квадратта, тимер юл вокзалынан алыҫ түгел урынлашҡан. Парк йылдың йылы миҙгелендә генә — беренсе майҙан алып тәүге ҡырауға тиклем эшләй.

Революцияға тиклем бында Михайлов кадет училищеһының плацы урынлашҡан булған. 1918 йылда власть был урынды III Интернационал майҙаны тип атай һәм ул ҡаланың төп майҙаны була. Ә бер йылдан бында хәрби некрополгә нигеҙ һалған туғандар ҡәберлеге барлыҡҡа килә.

1918 йылда некрополь майҙандың ҙур өлөшөн биләгән, хәҙерге ваҡытта паркка төп инеү урыны колонналары торған ергә тиклем килеп еткән. Беренсе булып Граждандар һуғышында аҡтар ғәскәре менән алышта һәләк булған ҡаланы һаҡлаусылар ерләнгән. Ә 12 йылдан һуң, 1930 йылда, тиҫтә меңләгән воронежсы күнекмә осошо ваҡытында һәләк булған хәрби летчиктар менән хушлаша. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бында өс ҡәбер барлыҡҡа килә. Улар араһында полковник Михаил Вайцеховский. Некрополдең хәрби статусына ҡарамаҫтан, бында граждандарҙың — партия өлкә комитеты секретарының һәм өлкә прокурорының ҡәберҙәре лә бар.

Ленин майҙанын яйға һалғандан һуң III Интернационал майҙанын балалар паркына әйләндерергә ҡарар ителә. Һуғыш хыялдарҙы өҙә, һәм парк 1954 йылда ғына барлыҡҡа килә.

Хәҙерге исемен балалар паркы 1980 йылда реконструкциянан һуң ала. Ул саҡта некрополь янында, яңыртылған паркка исем биреүсе, борғо ҡысҡыртыусы малай- Орленок скульптураһы ҡуйылған була. Эргәлә «Балалар күгәрсендәр менән» скульптура төркөмө урынлаштырыла, әкиәт кеүек, төҫлө, тауышлы фонтан төҙөлә, «Дюймовочка» кафе павильоны, балалар тимер юлы төҙөлә, аттракцион, асыҡ эстрада яңыртыла.

Иҫке павильонда Феоктистов урамы яғынан игротека урынлашҡан. 1979 йылда паркты реконструкциялаған ваҡытта балалар һүрәттәре күргәҙмәһе өсөн уға зал төкәтеп эшләнә.

1980 йылдар аҙағында павильон яңыраҡ ойошторолған сәнғәт институты студенттары ҡарамағына тапшырыла һәм улар бында үҙҙәренең Йәштәр театрын ойоштора. Унда йыш ҡына спектаклдәр күрһәтелә, студенттар-актерҙар үҙҙәренең диплом эштәрен күрһәтәләр. Бында шулай уҡ үҙ репертуары менән даими труппа эшләй. Хәҙер «6 кадр» тапшырыуы буйынса билдәле актерҙар Сергей Дорогов һәм Федор Добронравов үҙҙәренең ижад карьераһын ошо театрҙан башлайҙар[1]. Әммә бина яйлап авария хәленә килә һәм театр унан китә.

Бик күп парк объекттары емерелгән, әммә балаларҙыҡы булмаған кафе төҙөлгән, ташландыҡ хәлдә булған осорҙан һуң, 2009 йылда парк яңынан яңыртыла.[2]. Тергеҙеү эштәре барышында авария хәлендәге ҡайһы бер объекттар, шул иҫәптән йәштәр театры, һүтеп алына. Паркта бер нисә тиҫтә йылдар эшләмәй торған фонтан ремонтлна. Уның менән йәнәш «Воронеж — блажь, Воронеж — ворон, нож» шиғыры менән киң билдәле шағирҙың скульптураһы ҡуйылған.

Паркты ремонтлауға 10 миллион һум аҡса талап ителә[3].

2011 йылда, ҡала көнө алдынан паркта яңынан косметик ремонт үтә.

Хәҙер парк тағы ла йәштәрҙең һәм балаларҙың популяр ял итеү урыны булып китә. 2017 йылда уның территорияһында «Юркин парк» эшләй.

2019 йылдың ғинуар аҙағында Воронеж мэрияһы үҙенең сайтында паркты реконструкциялау проектын баҫтыра — күҙ уңында тотолған төп үҙгәрештәр булып атракциондарҙың бөтөрөлөүе һәм хәҙерге архитектура трендына яуап биргән күп һандағы арт-объекттарҙың булыуы тора. Паркта фуд-корт зоналары, амфитеатр, спорт майҙансыҡтары, балалар өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Парктың бөтә территорияһында Wi-Fi эшләйәсәк, ә ҙур объекттарға һәм ағастарға декоратив яҡтыртыу ебәреү планлаштырыла.

Паркың иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Парк асылған көндән алып аҡ колонналар теҙмәһе һәм суйын кәртә менән мөһабәт портал һәм үҙәк фонтан ғына һаҡланып ҡалған.

Файл:Monument to Children - Park Orlyonok in Voronezh, 20090628.jpg
Паркта «Балалар» скульптураһы.

— Мемориаль диуары менән хәрби некрополь — Революция һалдаттары, Граждандар һуғышында һәләк булыусылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡаланы һаҡлаусылар ошонда тыныслыҡ табалар. Йәнәшәлә генерал-лейтенант П. С. Пшенниковтың, полковник М. Е. Вайцеховскийҙың, генерал-майор В. С. Смирновтың ҡәберҙәре айырым урынлашҡан[4].

— Осип Мандельштам һәйкәле — 2008 йылда ҡуйылған.

— Ярһыу бәйге атында Малай-Орленок скульптураһы, хәҙер күберәк «Һағыҙ менән Малай» булараҡ билдәле.

  1. Анна Ясырева. В парке «Орлёнок» снесут здание Молодёжного театра. Моё! Энциклопедия воронежской жизни (7 июль 2009). Дата обращения: 2 июль 2013. Архивировано 4 июль 2013 года. 2013 йыл 27 октябрь архивланған.
  2. Парк Орленок - открытие после ремонта (видеорепортаж). VrnTube (7 июль 2009). Дата обращения: 2 июль 2013. Архивировано 4 июль 2013 года.
  3. Татьяна Подъяблонская. В Воронеже открылся обновленный парк «Орленок». Комсомольская правда. Воронеж (11 сентябрь 2009). Дата обращения: 2 июль 2013. Архивировано 4 июль 2013 года.
  4. Некрополь в детском парке Орлёнок. ВоронежГид. Дата обращения: 2 июль 2013. Архивировано 4 июль 2013 года. 2013 йыл 18 апрель архивланған.