Эстәлеккә күсергә

Осколкова Валентина Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Осколкова, Валентина Андреевна битенән йүнәлтелде)
Осколкова Валентина Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1969
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө волейболист
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Спорт төрө Волейбол
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный мастер спорта СССР

Осколкова Валентина Андреевна (19051969) — совет волейболсыһы һәм тренеры, СССР-ҙың йыйылма командаһы уйынсыһы һәм тренеры, Европа чемпионы, 10 тапҡыр СССР чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1942), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1956).

Валентина Осколкова Мәскәүҙә тыуған. 1931 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. СССР-ҙа ҡатын-ҡыҙҙар волейболына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1933—1936 йылдарҙа Мәскәү йыйылма командаһы составында СССР чемпионы. 1937 һәм 1938 йылдарҙа уйнаусы тренер сифатында ЦДКА командаһы өсөн сығыш яһай (1938 йылғы СССР чемпионатының көмөш призеры). 1939—1950 йылдарҙа «Локомотив» (Мәскәү) командаһы уйынсыһы, бер үк ваҡытта 1939—1945 йылдарҙа — команданың өлкән тренеры. Уның составында: СССР чемпионы (1939, 1945, 1946, 1949, 1950), Бөтә Союз беренселегенең көмөш призеры (1940, 1947, 1948). Үҙен универсаль уйынсы булараҡ күрһәтә. Беренсе булып тупты ҡулы менән аҫтан алыу техник алымын ҡуллана (1948).

1949 йылда СССР йыйылма ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса Европа чемпионы була.

1950 йылда СССР йыйылма командаһының тренеры, ә 1951—1952 йылдарҙа — өлкән тренеры булып эшләй, Европа чемпионы 1950 1951, Бөтә донъя студенттар уйындары чемпионы 1951 һәм 1953, 1952 йылда донъя чемпионы.

Педагогия фәндәре кандидаты, Ленин орденлы дәүләт үҙәк физик культура институты (ГЦОЛИФК) доценты. Волейбол тактикаһы һәм техникаһы буйынса бихисап баҫмалар авторы. 1936 йылда Бөтә Союз волейбол секцияһы Президиумының беренсе составына һайлана. 1955—1969 йылдарҙа «Спортивные игры» журналының редколлегия ағзаһы.

Валентина Осколкова 1969 йылда вафат була. Дон зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1942),

- СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1956).


  • Волейбол. Энциклопедия/Сост. В. Л. Свиридов. Москва: Издательства «Человек» и «Спорт» — 2016.