Эстәлеккә күсергә

Офицерҙар йыйылышы (Выборг)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Офицерҙар йыйылышы (Выборг)
Урыны Выборг, Утрау урамы, 2-се йорт
Архитектура стиле рус классицизмы
Төҙөлөшө ???—1809 йылдар
Статус
Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 471510274040005 (ЕГРОКН)
объект № 4710061009 (БД Викигида)

1809

Офицерҙар йыйылышы — Выборг ҡалаһындағы тарихи бина. XIX быуат башында рус классицизмы стилендә Выборг обер-офицерҙары өсөн торлаҡ йорт итеп төҙөлгән һәм 1870 йылда йорт офицерҙар йыйылышы өсөн Петр майҙанының мөйөшөндә үҙгәртеп төҙөлгән ике ҡатлы бина. Йорт архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.

Ике ҡатлы обер-офицерҙар йорто классицизм стилендә 1809 йылда Короно-Санкт-Анна ҡәлғәһе территорияһында 1804 йылда төҙөлгән. XVII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй империяһының ҡораллы көстәренең хәрби частарында аҡрынлап үҙенсәлекле клуб ойошмалары - офицерҙар йыйылышы барлыҡҡа килә башлай, улар өсөн айырым бина урынлаштырыу йөкмәтелә. 1874 йылда « Выборг ҡәлғәһе һыҙмаһы буйынса ҡәлғәнең № 74 обер-комендант флигелендә дөйөм офицерҙар ашханаһы һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр йыйылышы өсөн ҡулайламалар төҙөү тураһында» ҡарар ҡабул ителә.

Йорттоң беренсе ҡатында офицерҙар (хәрби) йыйылышы ихтыяждары өсөн ҡунаҡ бүлмәһе, ашхана, буфет, китапхана һәм уҡыу өсөн бүлмәләр булдырыла. Икенсе ҡатында ҙур концерт һәм балдар залы, бильярд бүлмәһе, уйын һәм аш бүлмәләре булдырыла.

Мемориаль таҡта ҡуйылған фасады

1902 йылда раҫланған офицерҙар йыйылышы бинаһының проектына ярашлы, йорт киңәйтелә һәм унда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәнеү бүлмәһе, кәңәшмәләр бүлмәһе, музыканттар өсөн махсус бүлмә булдырыла.

Выборг офицерҙар йыйылышы йыйылыш уйлап сығарған һәм гарнизон начальнигы раҫлаған ҡағиҙәләр нигеҙендә эшләй. Уның янында төрлө комитеттар эшләй, спорт ярыштары ойошторола, бал, бейеү кисәләре үткәрелә, шулай уҡ дауалау өсөн финанс ярҙамына бәйле булған саралар, ерләү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу саралары үткәрелә.

1917 йылдың февраль революцияһынан һуң был офицерҙар йыйылышы эшмәкәрлеген туҡтата, 1918 йылдың 2 мартынан алып 15 мартына тиклем бинала Выборгтың беренсе эшсе һәм һалдат депутаттары Советы тора[1]. Билдәлелек алған депутаттары - Акулов Иван Алексеевич, Г З. Заонегин, И. Н. Половов, А С. Раков, М. Д. Свинцов[2].

Финляндияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң йорт Финляндия ҡораллы көстәре ҡарамағына күсә, һәм Совет-фин һуғышына (1939-1944) тиклем унда фин гарнизонының офицерҙар йыйылышы урынлашҡан.

Артабан, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, бинаны торлаҡ итеп яраҡлаштыралар (башта СССР оборона министрлығы хәрби хеҙмәткәрҙәре, һуңғараҡ «Маяк» тегеү фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн). Унда тәүгеләрҙән булып Беренсе Выборг советы иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыла. 1959 йылда Ленинград өлкә башҡарма комитеты ҡарарына ярашлы элекке офицерҙар йыйылышы бинаһы тарих һәм сәнғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелергә һәм һаҡланырға тейеш була. Әммә тегеү фабрикаһының 1990-сы йылдарҙа банкрот булыуы арҡаһында йорт авария хәлендә ҡала, ә унда йәшәүселәр икенсе урынға күсерелә.

  • Страницы Выборгской истории. Книга четвёртая / А.В. Мельнов. — Выборг: «Центр Сохранения Культурного Наследия», 2020. — 532 с. — ISBN 978-5-91882-061-2.