Эстәлеккә күсергә

Ермак һәйкәле (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Памятник Ермаку (Новочеркасск) битенән йүнәлтелде)
Һәйкәл
Ермак һәйкәле
Новочеркасскта Ермак майҙаны
Новочеркасскта Ермак майҙаны
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Координаталар 47°24′52″ с. ш. 40°06′35″ в. д.HGЯO
Скульптор М. М. Микешин,
В. А. Беклемишев
Төҙөлөшө 6 май 1903—6 май 1904 йылдар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110050000№ 6110050000
Бейеклеге 4 м (скульптура)
Материал Бронза, гранит

Новочеркасск ҡалаһындағы Ермак һәйкәле — казак атаманы, Себерҙе яулаусы Ермак Тимофеевич хөрмәтенә ҡуйылған скульптура әҫәре. Һәйкәл — федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.

Проект өҫтөндә эш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1870 йылдың 21 майында, Дон ғәскәрҙәренең 300 йыллығын байрам итеү тантаналары барышында казактар Ғәскәри штаб начальнигы генерал-майор Леонов аша казак ғәскәрҙәре атаманы, батша вариҫы Александр Александровичҡа Дондың баш ҡалаһында Себерҙе яулаусыға һәйкәл ҡуйыу хаҡында үтенес тапшыра. Шул уҡ йылда һорау ҡәнәғәтләндерелә һәм кәрәкле сумманы йыйыу өсөн иҫәп асыуға бойороҡ бирелә[1]. Ләкин һуғыштар, уларҙа Рәсәй ҙә ҡатнаша, атап әйткәндә — 1877—1878 йылдарҙағы Балҡан һуғышы[2] арҡаһында аҡса йыйыу оҙаҡҡа һуҙыла. 92000 һум аҡса 27 йыл дауамында йыйыла, ҡалған өлөшөн (40000 һум самаһы) Ғәскәри хөкүмәт үҙ ҡаҙнаһынан бирә.

1889 йылда Новочеркасск ҡалаһында Ермакка һәйкәл ҡуйыу буйынса махсус комиссия ойошторола. Уға Дон ғәскәренең тау һәм тоҙ өлөшө буйынса мөдире, меценат Владимир Вагнер, «Дон хәбәрҙәре» гәзитен нәшер итеүсе яҙыусы Алексей Карасев, ҡала инженеры Борис Краснов һ. б. инә. Комиссия һәйкәл проектына талаптар әҙерләй, ә Рәсәйҙә конкурс иғлан ителә. Һәйкәлдең бер нисә проекты ҡарала[3].

Беренсе проектты 1891 йылда скульптор М. М. Антокольский эшләй, әммә ул хуплау тапмай. Новгородта «Рәсәйҙең мең йыллығы» (1862) һәйкәлен эшләүсе скульптор М. О Микешиндың беренес проекты ла, казак атаманы Ермактың ике башлы сәмреғоштан һәм Себер тажынан бейегерәк булып тороуы арҡаһында, раҫланмай. Был макет варианты әлеге ваҡытта Дон казактары музейында һаҡлана.

М. О. Микешин, әйтелгән иҫкәртеүҙәрҙе иҫәпкә алып, яңы вариант тәҡдим итә. Был проект комиссия тарафынан 1896 йылда ҡабул ителә, әммә шул уҡ йылда Микешин вафат була. Бер нисә йыл әҙләгәндән һуң, һәйкәлде эшләүгә Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы ҡарамағандағы Юғары һынлы сәнғәт мәктәбе ректоры, скульптор-академик В. А. Беклемишев йәлеп ителә.

1903 йылдың 6 майында Новочеркассктың Йәмиғ майҙанында В. А. Беклемишевтың өҫтәмә проекты буйынса Ермак һәйкәленә нигеҙ ташы һалына. Тантананы Ғәскәри наказлы атаман К. К. Максимович етәкләй. Вознесенск кафедраль соборы протоиерейы Г. Федоров һәйкәл урынын изгеләндерә, ә соборҙы төҙөүсе инженер-полковник, Ермакка һәйкәл булдырыу буйынса комиссия ағзаһы К . Х. Лимаренко нигеҙгә һалынған яҙыуҙы уҡый. Һуүынан уны махсус металл футлярға һалып нигеҙ ташына ҡатыралар. Тантанала ҡатнашывусылар нигеҙ ташын сәскәләргә күмә.

Нәҡ бер йылдан һуң Ермакка һәйкәл асыла. Ғәскәри кругтың регалиялар, хәрби байраҡтар менән «ҡоралланған» процессияһы Дон музейынан Дон атаманы һәйкәленә тиклем тантаналы маршта үтә. Себерҙк буйһондороусыға мәңгелек хәтер тураһында белдергәндән һуң, Ғәскәри наказлы атаман К. К. Максимович һәйкәлде ҡаплап торған туҡыманы аса һәм йыйылыусылар бер ҡулына — хәрби байраҡ, икенсеһенә үҙе буйһондорған Себер хакимының тажын тотҡан Ермактың бөйөк образына беренсе тапҡыр шаһит була.

Скульптура дүрт метрлы гранит өйөмөнә ҡуйылған. Ермактың һул ҡулында — поход байрағы, уңында — Себер башлығы, Себерҙең буйһоноуы символы. Постаментың һул яғында: «ЕРМАККА ДОН ХАЛҠЫНАН 1904 1581» (һәйкәлде ҡуйыу һәм Ермактың Себер походы башланған дата). Икенсе яғына алтын менән: «Дон атаманы Ермак Тимофеевичҡа, Себерҙе буйһондороусыға, рәхмәтле вариҫтарынан. Дон ғәскәрҙәренең 300 йыллығы хөрмәтенә. 1584 йылдың 5 авгусында Иртыш тулҡындарында вафат булды» тигән һүҙҙәр яҙылған.. Ә түбәндә урыҫ тарихсы М. М. Карамзиндың: «Рәсәй тарих һәм сиркәү Ермакты мәңге иҫләр», — тигән һүҙҙәре килтерелгән. Постаментты гранит терәү менән нығытылған ҙур сынйырҙар урата.