Эстәлеккә күсергә

Пантелеева Елизавета Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пантелеева Елизавета Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Алтай крайы, РСФСР, СССР
РСФСР, СССР
Һөнәр төрө селекция
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Пантелеева Елизавета Ивановна (5 июнь 1939 йыл) — фән ветераны, ғалим-селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993). СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).

Елизавета Ивановна Пантелеева 1939 йылдың 5 июнендә Алтай крайының Контснтиновака ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1957 йылда Ельцов урта мәктәбен тамамлағандан һуң Алтай емеш-еләк тәжрибә станцияһы базаһындағы баҡсасылыҡ мәктәбендә уҡый, уны отличие менән тамамлай.

1959 йылдан М. А. Лисавенко исемендәге Себер баҡсасылығының ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1959 йылдан 1963 йылға тиклем — яңы культуралар буйынса лаборант (ҡара миләш һәм һырғанаҡ). 1963 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1966 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1980 йылдан — селекция бүлеге мөдире һәм 1994 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. 2000 йылдан — М. А. Лисавенко исемендәге Себер баҡсасылығының ғилми -тикшеренеү институтында (НИИСС) баш ғилми хеҙмәткәр[1].

1966 йылда ситтән тороп Алтай ауыл хужалығы институтын ғалим-агроном һөнәре буйынса тамамлай. 1974 йылдан 1977 йылға тиклем аспирантурала уҡый һәм 1977 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, 1993 йылда докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай, диссертацияларының темаһы һырғанаҡ менән бәйле. 1983 йылда уға өлкән ғилми хеҙмәткәр исеме бирелә[1].

Е. И. Пантелеева емешселек өлкәһендә илдең төп ғалимдарының береһе булып тора. Ул һырғанаҡтың селекцияһы һәм сортын өйрәнеү буйынса программаның төп башҡарыусыһы. И. Е. Пантелеева тарафынан донъяла беренсе тапҡыр һырғанаҡтың эре, татлы һәм сәнскеһеҙ сорттарын булдыра, был культураның селекция һәм сортын өйрәнеү методикаһын, үрсеү һәм уны эшкәртеү технологияһын эшләй. И. Е. Пантелеева Мәскәүҙә СССР ВДНХ күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша һәм үҙенең ҡаҙаныштары өсөн ВДНХ алтын, көмөш һәм ике бронза миҙалына лайыҡ була. Ул уңышы буйынса юғары булған, тотороҡло емеш биреүе һәм юғары биологик актив матдәләрҙең миҡдарына эйә булған 42 уникаль сорт авторы. НИИСС селекцияһының һырғанаҡ сорттары Алтай крайы ситтәрендә лә киң билдәле. Һуңғы йылдарҙа Джемовая, Алтайская, Елизавета, Августина, Чечек, Иня, Ажурная, Росинка, Сударушка, Жемчужница, Сентябринка, Клавдия һәм Эсель сорттары сығарыла, улар яйлап элекке районлаштырылған сорттарҙы алмаштыра, элекке сорттарҙан биохимик составы, дәүмәле һәм башҡа ҡиммәтле сифаттары буйынса күпкә уҙып китә. 35 сортҡа танытмалар алынған, 13 сорт буйынса патенттар яҡлай[1]. .

  • Пантелеева Е. И. Культура облепихи в Алтайском крае. — Барнаул, 1977 г. — 161 с.
  • Пантелеева Е. И. Технология возделывания и размножения облепихи [Текст] : рекомендации / М-во сел. хоз-ва РСФСР, Сиб. отд-ние ВАСХНИЛ, Науч.-исслед. ин-т садоводства Сибири им. М. А. Лисавенко; [сост. Е. И. Пантелеева и др.]. — М. : Россельхозиздат, 1981 г. — 45 с.
  • Пантелеева Е. И. Селекция облепихи в Алтайском крае / Новосибир. гос. аграрный ун-т. — Новосибирск, 1993 г. — 47 с.
  • Пантелеева Е. И. Облепиха крушиновая (Hippophae rhamnoides L.): монография / Е. И. Пантелеева ; Рос. акад. с.-х. наук, Сиб. отд-ние, Гос. науч. учреждение «Науч.-исслед. ин-т садоводства Сибири им. М. А. Лисавенко». — Барнаул : Азбука, 2006 г. — 249 с. — Библиогр.: с. 220—249. — ISBN 5-94485-093-0
  • Пантелеева Е. И. Частное плодоводство : учебное пособие / Е. И. Пантелеева, И. А. Косачев ; М-во сельского хоз-ва Российской Федерации, Федеральное гос. бюджетное образовательное учреждение высш. проф. образования «Алтайский гос. аграрный ун-т». — Барнаул : РИО АГАУ, 2013 г. — 211 с. — ISBN 978-5-94485-344-8
  • Пантелеева Е. И. Питомниководство : учебное пособие / Е. И. Пантелеева ; М-во сельского хоз-ва Российской Федерации, Федеральное гос. бюджетное образовательное учреждение высш. проф. образования «Алтайский гос. аграрный ун-т», ГНУ «Науч.-исслед. ин-т садоводства Сибири им. М. А. Лисавенко» Россельхозакадемии. — Барнаул : АГАУ, 2013 г. — 106 с. — ISBN 978-5-94485-343-1

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1981)
  • Рудольф Хермандың почётлы премияһы (2003)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Главный научный сотрудник — Пантелеева Елизавета Ивановна. НИИCC имени М.А. Лисавенко. Дата обращения: 3 апрель 2020. 2020 йыл 13 февраль архивланған.
  2. Указ Президента России от 12.07.2000 г № 1310. Президент России. Дата обращения: 3 апрель 2020.
  3. Постановление ЦК КПСС и СМ СССР «О присуждении Государственных премий СССР в области науки и техники». Газета «Правда» от 6.11.1981
  • Учреждения и деятели сельскохозяйственной науки Сибири и Дальнего Востока : Биогр.-библиогр. справ. / Рос. акад. с.-х. наук. Сиб. отд-ние; Сост.: П. Л. Гончаров и др. — Новосибирск : СО РАСХН, 1997 г. — 659 с.
  • Исследователи природы Западной Сибири / Г. В. Крылов, В. В. Завалишин, Н. Ф. Козакова. — Новосибирск : Кн. изд-во, 1988 г. — 348 с.