Паразитология
Паразитология | |
Өйрәнеү объекты | паразит[d] |
---|---|
Паразитология Викимилектә |
Паразитология — паразитлыҡ күренештәрен, паразиттарҙың биологияһын һәм экологияһын, шулай уҡ, паразиттар тыуҙырған ауырыуҙарҙы, улар менән көрәш сараларын[1] өйрәнеүсе комплекслы биология фәне.
Фәнни йүнәлештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм паразитология - төрлө этиологиялы (сығыштары, тәбиғәттәре, сирҙе барлыҡҡа килтереү сәбәптәре, клиник билдәләре буйынса) паразиттарға ҡаршы көрәштең фәнни нигеҙҙәрен, принциптарын өйрәнә.
Ветеринар паразитология — ветеринарияның, паразит хайуандарҙы һәм улар тыуҙырған ауырыуҙарҙы, клиник билдәләрен өйрәнеүсе бүлеге. Хайуандарҙы зарарланыуҙан һаҡлау сараларын, сирлеләрен дауалау ысулдарны асыҡлай.
Медицина паразитологияһы — медицинаның кешелә ауырыу тыуҙырыусы паразиттарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Паразиттар тыуҙырған сирҙәрҙе, сирлеләрҙә күҙәтелгән патологик хәлде өйрәнә. Уларҙы йоҡтороу юлдарын, сирҙе иҫкәртеү сараларын һәм дауалау ысулдарын асыҡлай.
Бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- медицина протозоологияһы (иң ябайҙар вәкилдәре)
- медицина арахноэнтомологияһы (быуынтығаяҡлылар тибы вәкилдәре-талпандар, бөжәктәр)
- медицина гельминтологияһы (кеше организмында паразит булып тереклек итеүсе йомро һәм яҫы селәүсендәр тибы вәкилдәре)
Академик К,И,Скрябин хайуан һәм үҫемлек тәбиғәтле паразит организмдар булыуын иҫәпкә алып паразиттар тураһындағы дисциплиналар араһында фитопаразитология һәм зоопаразитология йүнәлештәрен айыра.[2]
Медицина паразитологияһы бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- паразиттарҙың төрөн дөрөҫ билдәләү өсөн уларҙың үҫеш стадияларының барыһын да асыҡлап, төҙөлөш үҙенсәлектәрен өйрәнә
- паразитология объекттары систематикаһын өйрәнеү, ҡайһы паразитар төркөмгә ҡарағанын асыҡлау
- паразит -хужа мөнәсәбәттәрен өйрәнеү
- паразиттарҙың үҫеш циклы үҙенсәлектәрен өйрәнеү, паразиттың тәбиғәттә циркуляция (тәбиғәттә әйләнешен) юлдарын, кеше организмына эләгеү ысулдарын асыҡлау
- паразиттарҙың зарары, шулай уҡ, паразиттарға һәм сирҙе күсереүселәргә ҡаршы көрәш саралары тураһында белемдәргә нигеҙләнеп паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртә
- паразитар ауырыуҙарҙы асыҡлауҙың һәм дауалауҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләй .
- паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙе тәьмин итеүсе система булдырыу.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Паразитология (журнал)
- Паразитологический сборник (основан акад. Е. Н. Павловским)
- Паразитарная система
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ В.С.Ершов и др. Паразитология и инвазионные болезни сельскохозяйственных животных. — М., 1959. — 492 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Назарцев Б. И. (Военно-медицинский музей Министерства обороны РФ). Письма Е. Н. Павловского из Среднеазиатской паразитологической экспедиции 1928 года // Фотография. Изображение. Документ : журнал. 2014. № 5. С. 30-48. ISSN 2221—1764 [1]
- Генис Д. Е. Медицинская паразитология: Учебник. — 4-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1991. — 240, [32] с. — (Учебная литература: Для учащихся мед. училищ). — 50 000 экз. — ISBN 5-225-00866-6.
- Успехи общей паразитологии / Отв. ред. С. А. Беэр; Рец.: А. С. Бессонов, В. П. Сергиев; Институт паразитологии РАН. — М.: Наука, 2004. — 480 с. — (Труды Института паразитологии; Т. XLIV). — 350 экз. — ISBN 5-02-033055-8.
- Биоразнообразие и экология паразитов наземных и водных ценозов : Материалы международной научной конференции, посвященной 130-летию со дня рождения акад. К. И. Скрябина (9-11 декабря 2008 г., Москва) 2021 йыл 27 ғинуар архивланған. / Редколлегия: Мовсесян С. О., Беэр С. А., Зиновьева С. В., Пельгунов А. Н., Спиридонов С. Э. — М., 2008.
- Современные проблемы паразитологии, зоологии и экологии : материалы I и II междунар. чтений, посвящ. памяти и 85-летию со дня рождения С.С. Шульмана, март 2002 и февраль 2003 г., г. Калининград / Под ред. Ч. М. Нигматуллина. — Калининград: Изд-во КГТУ, 2004. — 393 с. — ISBN 5-94826-059-3.
- Теоретические и прикладные проблемы паразитологии: Материалы Международной научной конференции (30 ноября – 3 декабря 2010 г. Москва) / Редколл.: С. О. Мовсесян, С. В. Зиновьева, А. Н. Пельгунов, С. Э. Спиридонов; Рец.: А. В. Успенский, Н. Б. Теренина. — М., 2010. — 480 с.
- Паразитология в изменяющемся мире: Материалы V Съезда Паразитологического общества при Российской академии наук: Всероссийской конференций с международным участием (23–26 сентября 2013 г., Институт систематики и экологии животных СО РАН, Новосибирск) / Науч. ред. К. В. Галактионов; Рец.: Г. Л. Атаев, Н. И. Юрлова. — Новосибирск: Гарамонд, 2013. — 234 с. — ISBN 978-5-9904880-1-4.
- Трухачев В. И., Толоконников В. П., Лысенко И. О. Научные основы экологической паразитологии / Ставропольский государственный аграрный университет; Рец.: В. Н. Колесников, Б. К. Котти. — Ставрополь: Изд-во СтГАУ «АГРУС», 2005. — 416 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Медицина паразитологияһы 2019 йыл 29 август архивланған.
- Паразитология.