Талпандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талпандар
Dermatophagoides pteronyssinus
Dermatophagoides pteronyssinus
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Acari Leach, 1817

Надотряды

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  733321
NCBI  6933

Талпандар (лат. Acari, Acarina, урыҫ.клещи́) — быуынтыҡ аяҡлылар тибы үрмәксе һымаҡтар класына ҡарайҙар (подкласс Acari).

Был кластағы иң күп таралған төркөм. 2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 54617 төр талпан асыҡланған. Шул иҫәптән 144 төрҙең ҡаҙылма ҡалдыҡтары ғына билдәле.

Шулай күп таралыуҙарына уларҙың бик ваҡ булыуҙары, тупраҡтың серегән үҫемлек ҡалдыҡтары менән байытылған өҫкө ҡатын үҙләштереүҙәре тора.

Зоологияның талпандарҙы өйрәнеү тармағы акарология тип атала..

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Талпандар — бик ваҡ үрмәксе һымаҡ хайуандар. Тәндәре тоташ йәки ике өлөштән тора. Әммә был үрмәкселәрҙең тән бүленешенә тап килмәй (баш-күкрәк һәм ҡорһаҡ).Уларҙың тән бүленеше баш яғына яҡыныраҡ үтә.Тән өслоҡтары 6 пар.

Тәүге пар булып яңаҡтар (хелицерҙар) тора. Ҡайһы бер төрҙәргә тишеүсе- сәнскес яңаҡтар, икенселәренә кимереүсе яңаҡтар хас. Икенсе пары — аяҡ-һәрмәүестәр (педипальпылар). Улар ҙа ауыҙ ағзаларын төҙөүҙә ҡатнашалар. Тән ослоҡтарының 4 пары ҡорһаҡҡа тура килә һәм йөрөү аяҡтары булып тора.

Талпандар, ғәҙәттә 0,2—0,4 мм, һирәк осраҡта 3 мм-ғаса. Күпселеге ваҡ һәм микроскопик дәүмәлендә 0,08 миллиметрҙан алып (80 мкм) 1 миллиметрға тиклем етә. Ҡайһы бер паразиттарҙың инә заттары ҡан һурғанда кәүҙәһен 10-20 миллиметрға тиклем арттырырға мөмкин.

Микроскопик бәләкәй ҙурлыҡ алыуҙары, беренсе сиратта, әҙер туҡланыу һәм йәшәү урынында — тупраҡта һәм серей башлаған үҫемлек түшәлмәһендә тереклек итеүҙәре арҡаһында, талпандар киң таралыу алған.

Күп талпандар сапрофагтар йәки йыртҡыстар. Төрлөһө төрләсә туҡлана, үҫемлек һуттары, мал тиҙәктәре һәм ҡан менән туҡланғандары ла бар.

Тупраҡтағы бер төрлө талпандар бәләкәй үңәҙҙәр, ылымыҡтар һәм үҫемлектәрҙең сереүсе ҡалдыҡтары, ә икенселәре бик ваҡ хайуандар менән туҡланыуға яраҡлашҡан.

Талпандарҙың ҡаты йәки йомшаҡ аҙыҡ менән туҡлан ыуына бәйләнешле рәүештә, уларҙың ауыҙ ағзалары ла үҙгәрә. Ҡаты аҙыҡты ашар өсөн талпандарҙа кимереү өсөн яраҡлаш ҡан ауыҙ хасил була — яңаҡтарында аҙыҡ өлөшсәләрен иҙеү өсөн тештәр барлыҡҡа килә.

Йомшаҡ аҙыҡ менән туҡланыусы талпандарҙың ауыҙ өлөштәре тешләү-имеүгә яйлаша — яңаҡтары тупраҡ аҫтындағы үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың япмаһын тишеп, уларҙан туҡлыҡлы һуттарҙы һура торған нескә энә һымаҡ төктәргә әйләнә.

Талпандарҙың тәбиғәттә һәм кеше тормошонда әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Талпандар, бигерәк тә тупраҡ талпандары, ҡороған үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡатып, уңдырышлы тупраҡ барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша. Талпандар араһында йыртҡыстар күп. Улар кеше өсөн зарарлы булған үҫемлек аҙыҡ менән туҡланыусы талпандарҙы юҡ итә.

Рәсәйҙә ауыл хужалығына зарар килтереүсе талпандарҙың 100-ҙән ашыу төрө билдәле.

Улар араһында бар ерҙә таралған ғәҙәттәге үрмәксе талпан бөтәһенән дә күберәк зарар килтерә. Ул талымһыҙ, күп төрлө аҙыҡ ашай: 200-ҙән ашыу төрҙәге үҫемлектәрҙең һуты менән туҡлана ала. Был —0,3—0,4 мм оҙонлоҡтағы оҙонса түңәрәк кәүҙәле, яҙын йәшкелт һары, көҙөн ҡыҙыл төҫтәге талпан.

Үрмәксе талпандар япраҡтарҙың аҫҡы яғына тупланып йәшәй. Уларҙы үрмәксе ебе менән сырмап ала. Көньяҡ райондарында улар емеш ағастарына, ҡауын-ҡарбуз культураларына ҙур зыян килтерә. Оранжерея һәм парк үҫемлектәрен зарарлай.

Үрмәксе талпандарҙы юҡ итер өсөн баҫыуҙарға ағыулы химикаттар һиптерәләр.

Йорт хайуандарында паразит булып йәшәүсе талпандар ҙа зарарлы. Уларҙың ҡайһы берҙәре кешеләргә лә ҡаҙала. Был бигерәк тә Европала, Ҡырымда һәм Кавказда тереклек итеүсе эт талпаны һәм бөтә Евразия буйынса көньяҡ тайгала осрай торған тайга талпаны була.

Улар ҡан имер өсөн күп кенә умыртҡалы хайуандарға һәм кешегә һөжүм итә. Талпандар үҙҙәренең ҡорбанын үҫемлектәрҙә лә һағалап тора.

Ҡ ан һурғанда эт талпанының кешегә нервылар системаһының ҡаты ауырыуын — энцефалит, талпан тимгелле тифы йәки башҡа йоғошло ауырыуҙар йоҡтороуы ихтимал.

Тайга талпаны талпан энцефалитын тыуҙырыусы бактерияларҙы таратыуҙа төп сығанаҡ булып тора. Тәбиғи шарттарҙа энцефалит ауырыуын тыуҙырыусы бактерия тояҡлы ҡырағай хайуандарҙың тәнендә була. Был хайуандар бактериянан ауырымай. Бактерия бер хайуандан икенсеһенә уларҙың ҡанын имгән талпандар аша күсә.

Бактериялар менән зарарланған талпандар һөжүм итһә, кеше энцефалит менән ауырый башлай. Был ауырыуҙың сәбәбен, ҡырағай хайуандарҙан кешегә йоҡтороуҙа талпандарҙың роле академиктар Евгений Никанорович Павловский һәм Лев Александрович 3 и л ь б е р етәкселегендәге ғалимдар тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

Ҡорсаңғы талпаны кешелә ҡорсаңғы ауырыуын тыуҙыра. 0,3—0,4 мм оҙонлоҡтағы был талпан тире эсендә 15 мм-ға еткән юлдар тишә. Был саҡта тире бик ныҡ ҡысыта. Сир ҡул биреп иҫәнләшкәндә, кейем йәки таҫтамал аша тарала.

Кешелә һәм йорт хайуандарында талпандар тыуҙырған ауырыуҙарҙы акариаз тип атайҙар.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Классификацияларҙың береһе буйынса Acari аҫкласы өс өҫотрядҡа (Opilioacariformes, Parasitiformes, Acariformes), ҡараған 350-ҙән ашыу ғаиләне, 4000 ырыуҙы берләштерә[1].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарарға була[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Harvey M. S. (2002). The neglected cousins: what do we know about the smaller arachnid orders? Journal of Arachnology, vol. 30, pp. 357—372. pdf  (инг.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]