Эстәлеккә күсергә

Парк менән һыу ҡыуҙырғыс башня (Кольмар)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парк менән һыу ҡыуҙырғыс башня
Нигеҙләү датаһы 1844[1]
Рәсем
Дәүләт  Франция[1]
Административ-территориаль берәмек Кольмар[1]
Урынлашҡан урамы Q17174482?
Хужаһы Colmar city government[d][1]
Архитектура стиле неоготика[d]
Мираҫ статусы теркәлгән тарихи һәйкәл[d][1]
Карта
 Парк менән һыу ҡыуҙырғыс башня (Кольмар) Викимилектә

Парк менән һыу ҡыуҙырғыс башня (франц. D Château eau, du Parc Château eau d) — Францияның Кольмар ҡалаһындағы архитектура һәм тарихи иҫтәлекле урындарҙың береһе. Avenue Raymond Poincarré адресы буйынса урынлашҡан[2]. Һыу ҡыуҙырғыс башня тарихи ҡомартҡы тип танылған[3].

Кольмар ҡалаһында һыу ҡыуҙырғыс башня эльзас ерҙәрендә иң боронғо башняларҙың береһе тип иҫәпләнә. Ул 1880-се йылдарҙа ҡалала эсәр һыуҙы бүлеү һәм көйләү функцияларын үтәй. Башня неоготик стилдә төҙөлгән, ул ҡаланың иң бейек нөктәһендә урынлашҡан. Шундай ҡалҡыулыҡтар Кольмар өсөн ул ваҡытта хас булған. 53 м бейеклегендәге башня үҙ эсенә 1200 куб. метр һыуҙы һыйҙыра ала. 1984 йылдан башня тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылмай, әммә архитектура объекты булараҡ ҡыҙыҡһыныу уята[2].

Башня баҡса менән уратып алынған (франц. D du Parc Château Eau), уның территорияһы 14 сутый ерҙе биләй. Был баҡсала иҫке ағастар үҫә. 450 квадрат метр майҙанда розарий ойошторолған[4]. Һыу ҡыуҙырғыс башня эргәһендәге был паркты йыш ҡына парк итеп түгел, ә яҡында урынлашҡан суд апелляцияһы паркы тип атайҙар. 1907 йылда паркта, көньяҡтан инеү урынында скульптор Огюст Бартольди хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған. Паркта ҡыҙыл ағастың ҡайһы бер төрҙәре һәм һаҙ кипарисы үҫә. Парк территорияһында күп һанлы эскәмйәләр бар[5].

Башняның архитекторы Жан-Батист-Виктор Юэн[2][4]. Инженер — Анри Брунер[3].

Кольмарҙағы һыу ҡыуҙырғыс башня — тарихи француз ҡомартҡыһы[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 base Mérimée (фр.)ministère de la Culture, 1978.
  2. 2,0 2,1 2,2 Water Tower.
  3. 3,0 3,1 3,2 Monuments historiques.
  4. 4,0 4,1 Water Tower garden. 2016 йыл 25 июль архивланған.
  5. Parc du Château d'eau.